Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 721


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӘПӘРЕЛЕҮ
Иғтибарһыҙ, һаҡһыҙ ҡыланыу, алабарман булыу. □ Поступать опрометчиво, быть неосторожным. Һәптәләнеп йөрөу. Һәптәләнеп китеу. һәптәләнеп тирә-яғыңа ҡаранып ултырма.
ҺӘПТӘН (Р.: праздношатающийся; И.: idler; T.: aylak aylak dolaşan kimse) и. диал.
1. Буштан-буш темеҫкенеп эшһеҙ йөрөгән кеше. □ Праздношатающийся, бездельник, праздный, һәптән кеше. ■ Утауға барғыһы килмәгән Наил, ашхананан сыҡҡас, уҙҙәренең булмәһендә малайҙарҙы йыйып алды ла уҙе һымаҡ һәптәндәр менән зыҡ ҡубып кәрт һуғырға кереште. Р. Байбулатов.
2. Эшләргә яратмаған; ялҡау кеше. □ Лентяй. / Ленивый. Һәптән бала. Һәптән ҡатын. Һәптән ир.
3. Әрпеш, шамтыр, кеше. □ Неряха. /Неряшливый. Һәптән ҡатын. Һәптән хужабикә. Һәптән булыу.
4. Өй тирәһендәге ваҡ-төйәккә тейеүсе, алып китеүсе кеше; бур. □ Мелкий воришка. ■ Ҡотлозаман малайҙы сыбыҡлап-сыбыҡлап, өҙгән ҡыярҙарын муйынына баулап, башҡа һәптәндәргә һабаҡ булһын тип, йәйге эҫелә оло ҡапҡа алдына баҫтырып ҡуйған. Ғ. Вәлиев.
5. Әрһеҙ, йылмаяҡ, йышылған кеше. □ Пройдоха, проныра. ■ Залда суҡайып Серәкәй-Ләпәкәйев, Шымарғанов һәм штатлы бер нисә һәптән менән иҙән йыуыусы ғына ҡалды. Й. Солтанов.
ҺӘПТӘНЛӘҮ (һәптәнлә-) (Р: шататься без всякого дела; И.: idle; T.: aylak aylak dolaşmak) ҡ.
Буштан-буш темеҫкенеп эшһеҙ йөрөү. □ Шататься без всякого дела, бездельничать. Һәптәнләп йөрөу. ■ Алдан - Николай, артынса исеме, төҫө-һыны онотолған ҡаҡса егет, унан һуң - Дауыт, артынса, уксә-һен типкесләп, бәһлеуән Володя һәптәнләй. С. Шәрипов. Көнө буйы һәптәнләп йөрөп, ҡолаҡ тондорғос ыжғыр елдән айырылғас, хуш еҫле сәскә-япраҡтарға иҫергән төҫлө ойоп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды [Морат]. Р. Байбулатов.
ҺӘП-ҺӘЙБӘТ (Р: очень хороший; И.: to a very fine; T.: çok iyi) с. артыҡл. дәр. ҡар. һәйбәт, превосх. степ, от һәйбәт.
Үтә һәйбәт, ныҡ һәйбәт. □ Очень хороший. ■ һәп-һәйбәт кенә йөрөй ҙә [ҡатыным], әсәһенең эргәһенә барып ҡайтһа, тиҫкәрегә әуереләлә ҡуя. «Йәшлек», 19 ноябрь 2011.
ҺӘПӘ и. диал. ҡар. һармаҡ II. Һәпә кеше. Һәпә егет. Һәпә ҡатын.
ҺӘПӘЙТЕҮ (һәпәйт-) (Р.: уплетать; И.: stodge; T.: çala kaşık yemek) ҡ.
Бөтөрөү, юҡ итеү (аҙыҡҡа ҡарата). □ Уплетать, есть быстро, һәпәйтеп ҡуйыу. Ашты һәпәйтеу. Бер туҫтаҡ ашты һәпәйткән.
ҺӘПӘЛТЕРI (Р: бедняжка; И.: poor lamb; T.: zavallı) и. диал.
Бахырҡай, меҫкенкәй. □ Бедняжка. Һәпәлтер бала. Һәпәлтер ҡатын. Ғәзим тағы ауырып киткән, һәпәлтер.
ҺӘПӘЛТЕР II (Р: бестолковый; И.: fatbrained; stupid; T.: anlayışsız) с. диал.
Эшкә булдыҡһыҙ; йүнһеҙ. □ Бестолковый. һәпәлтер егет. һәпәлтер ир. һәпәлтер генә кейәу.
ҺӘПӘЛӘК I (һәпәләге) (Р: жмурки; И.: blind Tom; T.: körebe) и.
Күҙ бәйләп, өйҙә уйнай торған балалар уйыны (берәуҙең куҙен бәйләйҙәр, башҡалары унан тоттормаҫҡа тырыша; кем тотола -шуның куҙен бәйләйҙәр; уйын шулай дауам итә). □ Жмурки. Һәпәләк уйнау. ■ Детдомда тәрбиәселәр курмәгәндә малайҙар булмә-нең аҫтын-өҫкә килтереп һәпәләк уйнай ине. Ш. Янбаев.
ҺӘПӘЛӘК II (һәпәләге) (Р: борзая; И.: greyhound; T.: tazı) и.
Һалбыр ҡолаҡлы һунар эте. □ Борзая. ■ Заятуләктең бер кук дунәне, аҡ шоңҡары, бер һәпәләк эте булған. «Заятүләк менән һыуһылыу».
ҺӘПӘЛӘН (Р: торопливый; И.: hasty; Т: aceleci) с. диал. ҡар. ҡабалан.
Етеҙлек, тиҙлек талап иткән, ашығып эш итеүсән. □ Торопливый, һәпәлән кеше. һәпәлән бала. Һәпәлән хужа.
ҺӘПӘРЕЛЕҮ (һәпәрел-) ҡ. ҡар. һәпрәлеү. ■ Теге саҡта һәпәрелеп, аслы-туҡлы уҡып йөрөгән малай хәҙер эшен нисегерәк көй-ләп алған: директор, шәхси машина, ҡатыны - врач, бала уҫтерә. Н. Мусин.
721