Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 722


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӘР
ҺӘР [фарс. jb] (Р.: каждый; И.: every; each; Т.: her) билд. a.
1. Дөйөм төркөмдәге кеше йәки нәмәне айырым баҫым менән билдәләгәндә ҡулланыла. □ Каждый, всякий. Һәр кеше. Һәр нәмә. Һәр аҙнала, һәр айҙа. Һәр йыл. ■ Әгәр ҙә донъяла йәшәгән һәр бер кеше уҙ ғумерендә берәр генә төп ағас уҫентеһе ултыртып ҡалдырһа ла, донъя йөҙө йәшеллеккә кумелер ине. Ғ. Аллаяров. Байғужин, һәр шартлаған снарядҡа баш эйеп, бер туҡтауһыҙ һөйләнеп ултыра. Ә. Бикчәнтәев.
2. Берҙән артыҡ һанды аңлатҡан һүҙҙәр менән килеп, шул һандағы кеше йәки нәмәнең берләштереп әйтелгәнен белдерә. □ Каждый. Һәр өсөһө бер төркөм, һәр икеһе башҡорт. Кластағы балаларҙың һәр өсөһө-нөң куҙҙәре насар курә. ■ Бөгөнгө көндә етмеш биштең урҙәренә артылған Миңле -ғәле Әхмәҙиә улы менән Йәмилә Фәтух ҡыҙы һәр икеһенең дә балаларын уҙ итеп, бөтөн бер ғаилә булып, бәхетле тормошта йәшәйҙәр. «Һаҡмар», 28 май 2013.
3. Урын, ваҡыт һүҙҙәре менән килеп, ҡушма рәүеш яһай. □ В сочетании со словами, обозначающими место, время, образует сложные наречия. Һәр ваҡыт. Һәр ерҙә. Һәр ҡайҙа, һәр кис. ■ һәр көн баҙарға сығып, .. урын эҙләп йөрөй башланыҡ. Т. Йәнәби. Уралҡайым буйы моңға тулған, ҡошҡайҙары һайрай һәр саҡта. Халыҡ йырынан.
4. Һорау алмаштары һәм ‘ бер ’ һүҙе менән килеп, билдәләү алмашы яһай. □ В сочетании с вопросительными местоимениями образует определительные местоимения, һәр ҡайһы. Һәр ни. ■ Һәр кем эшләр белгәнсә, ҡул көсөнән килгәнсә. Ғ. Амантай. Зәйнәп уны тыңлай йотлоғоп, буләк килтерә һәр бер килгәндә. Ғ. Сәләм.
ҺӘРАМЗА (Р.: нерадивый; И.: feckless; careless; T.: savsak) с. диал. ҡар. арамъя I.
Көс түкмәй, еңел, арлы-бирле генә эшләү-сән. □ Нерадивый, недобросовестный, ленивый. Һәрамза кеше. һәрамза ҡыҙ. Һәрамза булыу.
ҺӘР БЕР (Р: каждый; И.: every; each; T.: her) билд. a.
Дөйөм төркөмдәге кешене йәки нәмәне айырым баҫым менән билдәләгәндә ҡулланыла. □ Каждый, всякий. Һәр бер кеше. ■ Рузидә Рәсул ҡыҙы мәктәп куләмендә уткәрелгән һәр бер кисәгә тиерлек сценарийҙар яҙһынмы, алып барыусы булһынмы - һәр сараның уртаһында ҡайнап йәшәй. «Атайсал», 30 ноябрь 2015.
ҺӘР БЕРЕҺЕ (Р: каждый; И.: every; each; T.: herkes) билд. а.
Бөтәһе, һәммәһе; һәр ҡайһыһы. □ Каждый, любой, всякий. ■ Егеттәрҙең һәр береһе уҙ уйына сумып бара ине. һ. Дәүләтшина. Хан балалары һәр береһе бер төрлө кейемдә ине. Әкиәттән.
ҺӘР ВАҠЫТ (Р: всегда; И.: always; Т.: her zaman) р. иҫк. кит.
Һәр саҡ, гел генә. □ Всегда, постоянно, когда угодно; всякий раз. Тау тубәһендә һәр ваҡыт ҡар ята. ■ Тимербай һәр ваҡыт һуҙҙе шулай Себерҙә осратҡан берәй кешенең яҙмышы, эше менән тыңлаусыларын таныштыра, уны яраттыра, йәлләтә лә, унан әйтергә теләгән уҙ уйын, фекерен шул кеше исеменән һөйләп алып китә. 3. Биишева. Ниндәй генә эшкә ҡушһалар ҙа, Камил һәр ваҡыт куңел биреп эшләне. Ә. Вәли.
ҺӘРГИЗ I [фарс. (Р: всегда; И.: always; T.: her zaman) р. иҫк. кит.
1. һәр ваҡыт, һәр саҡ. □ Всегда, всё время, всякий раз, постоянно. ■ Атҡан уҡтарыбыҙ һәргиз кейеккә туҡтамайҙар. «Батыршаның хаты».
2. Бер ваҡытта ла, һис бер ваҡыт. □ Никогда. ■ Был халыҡ холоҡ менән һәргиз уңмай, .. донъяға зирәклеге Әфләтундай. М. Аҡмулла.
ҺӘРГИЗ II билд. а. иҫк. ҡар. һәр кем. ■ Ғәҙел хөкөм ҡылғаныбыҙ өсөн һәр ерҙә һәргиз ҡәнәғәт, мәмнун булдылар, һый-хөрмәт курһәттеләр, мираҫ һибәһен мул бирҙеләр. Ғ. Хөсәйенов.
ҺӘРГӘҮ (Р: деревянный струг; И.: wooden adz; T.: ahşap rende) и.
Ағас ҡабығын ҡуптарыу өсөн ағастан яһалған ҡорал. □ Деревянный струг (приспособление для снятия коры с дерева). ■ Ғәлиә, эҙләнеп йөрөй торғас, табып, башы
722