Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 724


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӘРМӘҮЕС
саҡ Ғиндулла ятҡан еренән хәнйәрен һәрмәп таба ла айыуға ҡаҙай. Ғ. Аллаяров. Шул ыңғай Ғәлиәхмәт сәйҙән кейемен һәрмәп алды ла ишекте шарт ябып сығып та китте. Р. Байымов.
ҺӘРМӘҮЕС (Р.: щупальце; И.: tentacle; T.: kunaç) и.
Ҡорт, бөжәк, әкәм-төкәмдәрҙең оҙон үҫенде рәүешендәге һиҙеү, тотоу ағзаһы. □ Щупальце. ■ [Байгилде] ҡайҙа ғына куҙ һалһа ла, тараҡан, ҡырғаяҡ көтөуе һәрмәуестәрен имәнес ҡыбырлатып, уға текләп торҙолар.
3. Биишева.
ҺӘРМӘШЕҮ (һәрмәш-) ҡ. урт. ҡар. һәрмәү. взаимн. от һәрмәү. ■ Ер өҫтөн ике яҡтың да прожекторҙары сатрашлап һәр-мәшә. Д. Юлтый.
ҺӘРМӘШТЕРЕҮ (һәрмәштер-) ҡ. ҡар. һәрмәү. ■ Рәхилә апай сумка төбөн һәрмәштерә башланы. М. Иҙелбаев. Мөгөҙҙән яһалған янын ҡыҫыбыраҡ тотҡан егет, уҙе лә һиҙмәҫтән, билендәге кәкре хәнйәрен һәрмәштереп ҡуя. И. Ноғманов. Шәмғи буш кеҫәләрен һәрмәштерҙе. Т. Сәғитов.
ҺӘРПӘЙЕҮ (һәрпәй-) ҡ. диал. ҡар. һалпайыу. Һәрпәйеп төшөу. һәрпәйеп тороу. Һәрпәйеп бөтөу.
ҺӘРПӘК (һәрпәге) (Р: чекан; И.: hatchet; T.: savaş baltası) и.
1. иҫк. Билгә тағып йөрөй торған ҡынлы һуғыш балтаһы. □ Чекан (вид боевого топора, носимый на поясе). ■ Юлаусылар өйөнә барып ингәндәр икән, уткенсе бер турәне урынынан торор-тормаҫтан эске кулдәксән килеш эләктерәбеҙ тиһәләр, теге пистолетына һонолған, егеттәрҙең береһе һәрпәге менән иҫәнгерәтә бәреп тә йыҡҡан. Ғ. Хөсәйенов. • Яманға юлдаш булһаң, һәрпәгең билеңдә булһын. Мәҡәл.
2. Утын яра торған ҡалын балта. □ Колун. Утынды һәрпәк менән яралар. Һәрпәккә һап кейҙереу. Һәрпәкте һындырыу.
3. диал. Ҡыҫҡа һаплы суҡмар; гөрзөй. □ Палица. Һәрпәк менән ҡуян алыу.
ҺӘРПӘК ҺАҠАЛ и. диал. ҡар. сүсәнәк һаҡал. Һәрпәк һаҡал уҫтереу. Һәрпәк һаҡалын һыйпап ҡуйҙы. Һәрпәк һаҡалды ҡырҙырыу.
ҺӘРПӘНЛӘТЕҮ (һәрпәнләт-) ҡ. йөкм. ҡар. һәрпәнләү, понуд. от һәрпәнләү. Һәрпәнләтеп йөрөтөу.
ҺӘРПӘНЛӘҮ (һәрпәнлә-) (Р: бездельничать; И.: idle; T.: avare avare dolaşmak) ҡ.
1. Эшһеҙ, буштан-буш йөрөү. □ Бездельничать, болтаться без дела, һәрпәнләп тик йөрөу. Һәрпәнләп барып сығыу. Өйҙән өйгә һәрпәнләу.
2. ҡар. һалпанлау. ■ Йәйәу көйө һәрпәнләп бер нисә көн барғас, Бикйән Ағауыз йылғаһы буйындағы йәйләугә барып сыҡты. Әкиәттән.
ҺӘРТ (Р: последствие чего-л. плохого; И.: bad consequence; T.: kötü sonuç) и. диал. ҡар. касафат.
Нимәнеңдер тәьҫиренән килгән насар һөҙөмтә. □ Последствие, результат чего-л. плохого. Яңғыҙлыҡ һәрте. Һуғыш һәрте һәр өйгә тейҙе.
ҺӘР ТӨРЛӨ (Р: всякий; И.: any, sundry; T.: her türlü) с.
Төрлө-төрлө булған. □ Всякий, всяческий, всевозможный, различный, разнообразный, всякого рода, какой угодно. Һәр төрлө эш. Һәр төрлө курһәтмә. Һәр төрлө ваҡиға. М Гөлнур өҫтәлдәге һәр төрлө ҡағыҙ, папкаларҙы унан-бынан ҡараштырып алды. М. Тажи.
ҺӘР ХӘЛДӘ (Р: всё-таки; И.: yet, however; T: herhalde) мөн.
Нисек кенә булмаһын. □ Всё-таки, во всяком случае, так или иначе. I Сабырға, йөрөргә ҡалһа, уларҙан уҙмаһам, һәр хәлдә, ҡалышмам. С. Агиш. Һәр хәлдә, эшһеҙ вә файҙаһыҙ тәләф булған ваҡыт, ни ҡәҙәр тырышылһа ла, кире ҡайтмай. Р. Фәхретдинов.
ҺӘРӘМ [ғәр. fj* ‘тыйылған’] (Р: гарем; И.: harem; T.: harem) и.
Көнсығыш мосолман илдәрендә өйҙөң ҡатындар торған яғы. □ Гарем. / Гаремный. Һәрәм тотоу, һәрәмгә эләгеу. Һәрәм тәртибе.
ҺӘРӘПСЕ и. диал.
1. ҡар. һәптән 1. Һәрәпсе ҡатын. Һәрәпсенең тоғо. Һәрәпсе теләнселәп йөрөй.
2. Хәйер һорап йөрөгән кеше; хәйерсе, теләнсе. □ Попрошайка, һәрәпселәр кубәй-гән. һәрәпсегә әйләнеу. Һәрәпсегә хәйер биреу.
3. Оялыуҙы, тартынып тороуҙы белмәгән кеше. □ Пройдоха. ■ Ғариф тирәһендә ялағайланып йөрөуселәр, уның һәрәпселәре, ерәнсәйҙе маҡтап бөтә алманылар. Ж. Кейекбаев.
724