Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 726


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӘҮЕР НАМАҘЫ
ҺӘҮЕР НАМАҘЫ (Р.: молитва, которая читается перед выносом покойника; И.: kind of Moslem prayer; T.: Bir tür dua) и. дини.
Мәйетте алып сығыр алдынан уҡыла торған намаҙ. □ Молитва, которая читается перед выносом покойника. Һәуер намаҙы уҡыу. Һәуер намаҙын ятлау.
ҺӘҮЕРТАШ (Р: сланец; И.: shale; Т.: kayağantaş) и. мин.
Тимгелләнеп, ҡатланып, ыуылып онталырға торған мурт таш. □ Сланец. Биҙәу эшендә һәуерташ ҡулланыу.
ҺӘҮЕТЕМ р. диал. ҡар. һәүетемсә. Һәуетем генә йәшәу. Һәуетем генә барып ҡайтыу. Һәуетем генә һөйләшеу.
ҺӘҮЕТЕМСӘ (Р: тихо; И.: peaceably; Т: sulhen) р.
1. Тыныс ҡына, әкрен генә, бер яй менән. □ Тихо, мирно. ■ Ул көндө кис быға саҡлы һәуетемсә генә йәшәгән лагерҙың аҫты-өҫкә килде. Р. Байбулатов. Өҫтәл артында һөйләшеу һәуетемсә генә башланып китте. Р. Байымов. Һәуетемсә генә йөрөгәндә, санаторийҙа ҡапыл ығы-зығы ҡупты. Н. Мусин.
2. Һәйбәт кенә, арыу ғына. □ Без волнений; дружно. ■ Шулай һәуетемсә генә донъя көтөп ятҡанда, Зиннур Таипович ғәжәп бер сырхауға тарыны. Р. Вәлиев. Ҡулымтай кешеһенән тартынып тормайынса, тәуге табын янында уҡ һәуетемсә генә һуҙ башланды. Ғ. Ибраһимов.
ҺӘҮКӘШ I (Р: возглас, которым отгоняют коров; И.: sort of interjection; T: çoşt) саҡ.
1. һыйыр малын ҡыуа торған һүҙ. □ Возглас, которым отгоняют коров. И Көтөусе сыбыртҡыһын шартлата-шартлата: «Һәу-кәш, һәукәш!» - тип ҡыуҙы. Р. Өмөтбаев.
2. Һыйыр малын саҡыра торған һүҙ. □ Возглас, которым призывают коров. ■ Үрештән зыҡ ҡубып, кемуҙарҙан баҡырыша-баҡырыша ҡайтҡан һыйырҙар һәм кәзә-һарыҡ урамға килеп тулғас, малай-шалайҙар, әбей-һәбейҙәр һәм йәп-йәш килендәр .. төрлө яҡҡа йугерешеп ҡысҡырыштылар: «Һәукәш, һәу-һәу!» Я. Хамматов. Йырлап самауыр ҡайнап сығыуға, ауыл осонда көтөусенең сыбыртҡыһын шартлатҡаны ишетелде. «Һәукәш!һәукәш!» - тип ҡатын-ҡыҙ ҡуҙғалды. Р. Ғабдрахманов.
ҺӘҮКӘШ II и. ирк. ҡар. һыйыр. М Әсәй-ҙәр уҙ һәукәштәрен мөнрәуенән таныған
кеуек, был тауыш Тимер ҡолағына яғымлы бер моң һымаҡ килеп яғылды. Р. Байбулатов. Гөлйөҙөм һөтөн бушатып сыҡты ла, иң яратҡан һәукәше - Сыбарҡайҙың хәлен белергә тип, быуаҙ һыйырҙар аҙбарына инде. Яр. Вәлиев. Ә һәукәштәр алдан елә, курәһең, тыуған, кендек ҡаны тамған ерҙе мал заттары әҙәмдән нығыраҡ һиҙә, уларҙа тәбиғәт менән бергәлек, берҙәмлек хисе, ахыры, көслөрәктер. Т. Ғарипова. Һәукәштәр укерә, кәзә-һарыҡ баҡыра, кешеләр ығы-зығы килә. Б. Рафиҡов.
ҺӘҮЛӘТЕП (Р: отлично; И.: perfectly; Т: pek iyi) р. диал.
Бына тигән итеп. □ Отлично, хорошо. Һәуләтеп донъя көтөу.
ҺӘҮ-ҺӘҮ (Р: возглас, которым призывают коров; И.: kind of interjection; T: dügüş) саҡ.
Һыйыр малын саҡырғанда әйтелә торған һүҙ. □ Возглас, которым призывают коров. ■ Ҡуңыр буға, һәу-һәу, ҡуңыр буға, һәу-һәу. Халыҡ йырынан.
ҺӘҮӘНӘЙ (Р: Баба-яга; И.: Baba-Yaga witch; T: cadı) и. диал. ҡар. убырлы ҡарсыҡ.
Ышаныуҙар буйынса, төрлө һүрәткә инә алған сихырсы ҡатын-ҡыҙ заты; мәскәй әбей. □ Баба-яга. һәуәнәй өйө. Һәуәнәй булып кейенеу.
ҺӘҮӘНӘК (һәүәнәге) (Р: дух коровы; И.: spirit of kine; T.: sığırın ruhu) и. миф.
Һыйыр ҡото. □ Дух коровы, һәуәнәк саҡырыу.
ҺӘҮӘРКӘ (Р: неряшливый; И.: slovenly; T.: çapaçul) с. диал. ҡар. йыбытҡы 2.
Ҡулынан йүнле эш килмәгән, йыйнаҡ булмаған, таҙалыҡ тотмаған (ҡатын-ҡыҙға ҡарата). □ Неряшливый, неаккуратный (о женщинах), һәуәркә ҡатын.
ҺӘҮӘҪ I [ғәр. uHjA] (Р: страстный; И.: ardent; T.: hevesli) с. ҡар. әүәҫ.
Нимәгәлер күңел һалыусан. □ Страстный, увлекающийся. ■ Василъевнаның, колонияны ташлап, яҡшы тәрбиәләнгән, тыйнаҡ, уҡыуға һәуәҫ балаларҙы уҡытаһы килә, мәктәпте һағынып ҡуя ине. Ә. Бикчәнтәев. Зилара, йырға һәуәҫ кеше, яңынан-яңы көйҙәрҙе башлап йырланы. X. Зарипов. Йыртҡыстарҙы ул, һунарға һәуәҫ егет булараҡ, ултерә, йәнлектәрҙе иһә, уҡ атып йәки атта ҡыуып етеп, ирмәк өсөн
726