Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 727


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӘШ-ТҮКӘ
ҡамсыһы менән һуғып, ҡайһы берҙә, өйҙән алып сыҡҡан аҙығы бөткәнлектән, уларҙы тотоп бешереп ашай. «Ҡуҙыйкүрпәс».
ҺӘҮӘҪ II [ғәр. сиз*] (Р.: охотно; И.: willingly; T.: hevesle)/?.
Күңел һалып. □ Охотно, с увлечением, с удовольствием, страстно, һәуәҫ эшләу. Һәуәҫ итеп башҡарып.
ҺӘҮӘҪКӘР [ғәр/o-jA + фарс. jL£ ] (Р: любительский; И.: amateur; T.: amatör) с.
1. Күңел һалыусан; ихлас, һәүәҫ. □ Любительский. Радио һәуәҫкәре. Һәуәҫкәр фотограф булыу.
2. Шул әлкәлә махсус әҙерлеге булмаған көйө үҙ ихласлығы, үҙ теләге менән шөғөлләнгән. □ Самодеятельный. ■ Уйын тамамланғас та, һәуәҫкәр артистарҙы ҡат-ҡат саҡырып сығарҙылар. Н. Алсынбаев. Район культура йортоноң һәуәҫкәр артистары ике йөк машинаһын йәнәш ҡуйып, борттарын асып ебәргәндәр ҙә ошонда теттереп бейеп яталар. Ф. Әсәнов.
ҺӘҮӘҪЛЕК (һәүәҫлеге) (Р: пристрастие; И.: predilection (for); T.: heves) и.
Яратҡан эшкә булған күңел ынтылышы; ихласлыҡ. □ Пристрастие, страсть, склонность, влечение к чему, увлечение чем. ■ Уҡыуҙа Аҡҡош отҡор булды, йыр-бейеугә лә һәуәҫлек курһәтте. М. Кәрим. [Рифтең] теле асылғанда уҡ уның музыкаға һәуәҫле-ге беленде. X. Зарипов. Ауылдаштарында уйын-көлкө, йыр-бейеугә һәуәҫлек тә, оҫталыҡ та етерлек икәнен белә ине ул [Иштуған ]. 3. Биишева.
ҺӘҮӘҪЛӘНДЕРЕҮ (һәүәҫләндер-) (Р: приохотить к чему; И.: make keen (on); T.: heveslendirmek) ҡ.
Һәүәҫкә әйләндереү, һәүәҫ итеү. □ Приохотить, пристрастить к чему. Эшкә һәуәҫ-ләндереу.
ҺӘҮӘҪЛӘНЕҮ (һәүәҫлән-) (Р: пристраститься к чему; И.: take (to); T.: heveslenmek) ҡ.
Ныҡ күңел биреү; ихласланыу. □ Пристраститься, приохотиться к чему; увлечься. ■ [Йәмилә] уҡыуға һәуәҫләнеп китте, китап геройҙары көслө тойғо кисергән урындарҙа, куҙҙәре йәшләнеп, ҡарашын бер нөктәгә төбәр ҙә уйға ҡалыр булды. Б. Рафиҡов. Ҡарт, һәуәҫләнә төшөп, уҙ фәлсәфәһен һутергә тотондо. Д. Исламов. Тимербайҙың ҡайтыуына ғына тугел, уйынға
һәуәҫләнеп китеуенә лә ауылда һәр кем уҙенсә баһа бирергә, уны уҙенсә ғәйепләргә йәки яҡларға тырышты. 3. Биишева.
ҺӘФТИӘК (һәфтиәге) [фарс.] (Р: афти-як; И.: kind of moslem anthem; T.: Aftiyak) и. дини. ҡар. әфтиәк.
Дини мәктәптәрҙә ятлау өсөн яраҡлаштырылған Ҡөрьәндең ете өлөшөнөң береһе.
□ Афтияк (одна седьмая часть Корана, облегчённая и адаптированная для заучивания в религиозных школах). Һәфтиәк ятлау.
ҺӘФТӘ [фарс. 4—2яд] (Р: неделя; И.: week; T.: hafta) и. иҫк. ҡар. аҙна.
Дүшәмбенән йәкшәмбегә тиклемге ете көндө эсенә алған ваҡыт. □ Неделя, һәфтә буйы. Һәфтә һайын. Һәфтә аҙағы. Һәфтә башы. ■ Туҡай Өфөгә һуңғы мәртәбә килгәндә, бер һәфтәгә яҡын тороп, әуәлге ҡарары буйынса, ҡымыҙ эсер өсөн, Троицкиға китте. М. Ғафури.
ҺӘШ (Р: возглас, которым гонят коров; И.: sort of interjection; T.: çoşt!) саҡ. диал.
Һыйыр малын ҡыуғанда әйтелә. □ Возглас, которым гонят коров. М Хужабикә, ихата аша ҡулын һуҙып: «Һей, мәнеһеҙ мал, һәш!» -тип сыбыҡ алып һелтәнгәйне, ҡыҙып алған угеҙ ҡарсыҡты ауҙарылған ултыртма менән бергә ергә ҡуша ҡыҫты. И. Ғиззәтуллин. Һәу-кәш, һәш, һәш, - тип ҡысҡырыша-ҡысҡырыша, улар [малайҙар] быҙаулы һыйырҙарҙы, башмаҡтарҙы, таналарҙы, тәзелдәшеп баҡырышҡан кәзә-һарыҡты ҡыуып килде. Я. Хамматов. Шәрәйҙең йәш куңеле уҙенең салҡан ятып йырлаған тау биттәрен, уҫал кәзәләр артынан илай-илай йугергән ҡырҙарын, таң менән тороп, һәш, һәш, тип һөрәнләгән киң урамдарын һағынды. Т. Йәнәби.
ҺӘШИК (һәшиге) (Р: пескарь; И.: gudgeon; T.: dere kayası) и. диал. ҡар. ташбаш.
Ҡара сыбар төҫтәге ваҡ йылға балығы; ҡомтөрткөс; ҡомай. □ Пескарь (лат. Gobio gobio). Һәшик ҡыуыу. Һәшик тотоу. Һәшик ыуылдырығы.
ҺӘШ-ТИРГӘ (Р: возглас, которым гонят коров; И.: come!; T.: çoşt!) саҡ.
Һыйыр ҡыуғанда әйтелә торған һүҙ.
□ Возглас, которым гонят коров, һәш-тиргә, малҡай!
ҺӘШ-ТҮКӘ саҡ. ҡар. һәш. һәш-тукә, һыртаҡ һыйыр!
727