Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 728


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ц
Ц [цэ] (Р.: тридцать вторая буква башкирского алфавита; И.: thirty-second letter of the Bashkir ABC; T.: Başkurt alfabesinin otuz ikinci harfi)
Башҡорт алфавитының утыҙ икенсе хәрефе, ҡуш, һаңғырау, теш тартынҡыһы. Ҙур (баш) хәреф - Ц, бәләкәй - ц формаһында яҙыла. □ Тридцать вторая буква башкирского алфавита. Ц хәрефен яҙыу.
ЦАНГА [нем. Zange} (Р.: цанга; И.: peiers; T: germe kovanı) и. тех.
Металл киҫеү станоктарында цилиндрик йәки призматик деталдәрҙе ҡыҫтырыу механизмы. □ Цанга. Цанга менән ҡыҫтырыу. Цанга ҡулланыу. Цанга механизмын өйрәнеу.
ЦАПФА [нем. Zap fen ‘стержень’] (Р.: цапфа; И.: pivot; T: pim) и. тех.
Валдың йәки күсәрҙең подшипникка терәлеп әйләнә торған өлөшө. □ Цапфа. Цапфа алыштырыу.
ЦАРИЗМ [рус.] и. ҡар. батшалыҡ. Царизм тәртиптәре. Царизмға ҡаршы көрәш. Царизм яҡлылар.
ЦЕЗИЙ [лат. caesius] (Р: цезий; И.: caesium; T: sezyum) и. хим.
Химик элемент, көмөш һымаҡ төҫлө, һелтеле йомшаҡ металл. □ Цезий. Цезий ҡулланыу. Цезий составы.
ЦЕЗУРА [лат. caesura ‘ҡырҡыу’] (Р: цезура; И.: caesura; T: durgu) и. кит.
1. әҙ. Шиғыр юлындағы пауза. □ Цезура (ритмическая пауза в стихе). Бәләкәй цезура. Ҙур цезура. ■ Цезура шиғырҙа ритмик функция ғына тугел, композиция функцияһын да утәп килә. Ғ. Хөсәйенов.
2. му з. Музыкаль әҫәрҙәге пауза. □ Цезура (пауза между фразами или разделами музыкального произведения). Көйлө цезура.
ЦЕЗУРАЛЫ (Р: цезурный; И.: having a caesura; T: durgu) с.
Цезураға ҡағылышлы. □ Цезурный. Цезуралы пауза. Цезуралы көй башҡарыу.
ЦЕЙТНОТ [нем. Zeitnot < Zeit ‘ваҡыт’ + Not ‘ихтыяж’] (P: цейтнот; И.: excen of time permitted for a move; T: zaman darlığı) и. шахм.
Ц
Шахмат һәм шашка уйындарында уйынсыларҙың йөрөштө уйлау ваҡытының етмәүе. □ Цейтнот (в шахматах и шашках: недостаток времени у игроков для обдумывания ходов). Цейтнотҡа эләгеу һәм оттороу.
ЦЕЙХГАУЗ [нем. Zeughaus < Zeug ‘ҡорал’ + Haus ‘йорт’] (P: цейхгауз; И.: armoury; T.: deppoy) и. һөйл. хәрби.
Хәрби склад. □ Цейхгауз (военный склад). Цейхгауз төҙөу. Цейхгаузды таҙартыу.
ЦЕЛЛОФАН [фр. целл(юлоза) + гр. phanos ‘асыҡ’] (Р: целлофан; И.: cellopane; T.: selofan) и.
Целлюлозанан эшләнеп, нимәнелер төрөү өсөн ҡулланылған һыу үткәрмәй торған үтә күренмәле йоҡа материал. □ Целлофан. / Целлофановый. Сәскәләр өсөн целлофан. Целлофан плёнка. ■ Уның [Арынбаҫаров -тың] ҡулына ла целлофан пакетҡа һалынған шприц тотторҙолар [шәфҡәт туташтары]. Д. Бүләков. Һыуытылған һолоно целлофан пакетҡа һалып, уҡлау менән онтарға. «Йәшлек», 2 февраль 2010. Кисен, йоҡо алдынан, ошондай компресс эшләгеҙ: киндер йәки фланель туҡыманы (бәләкәй таҫтамал бигерәк тә уңайлы) төнәтмә менән сылатып, ауыртҡан тубығығыҙға урағыҙ, өҫтөнән целлофан, тағы ла йылы шарф урап ҡуйығыҙ. «Башҡортостан», 7 март 2005.
ЦЕЛЛУЛОИД [лат. cellula ‘күҙәнәк’ + гр. eidos ‘төр’] (Р: целлулоид; И.: cellnloid; Т.: selüloit) и.
Нитро-целлюлозанан эшләнеп, өй кәрәк-ярағы, фотоплёнка кеүек нәмә яһар өсөн ҡулланыла торған, тиҙ генә янып барған ҡаты пластик матдә. □ Целлулоид. / Целлулоидный, целлулоидовый. Целлулоид уйынсыҡтар. Целлулоид шкаф.
ЦЕЛЛЮЛОЗА [лат. cellula ‘күҙәнәк’ < фр. cellulose} (Р: целлюлоза; И.: cellulose; T.: selüloz) и.
Ағастан, үҫемлек һабағынан химик юл менән алынып, ҡағыҙ, яһалма ебәк, төрлө шартлатҡыс нәмә эшләү өсөн файҙаланылған
728