Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 729


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ЦЕНЗОРЛЫҠ
матдә. □ Целлюлоза. / Целлюлозный. Вискоза целлюлозаһы. Целлюлоза цехы. ■ Байкал ярында целлюлоза комбинаты төҙөгән әҙәмдәрҙе һугеп, «экология» тип шаулашып йөрөйҙәр. Г. Яҡупова. Ҡағыҙҙы, целлюлозаны кәрәк-кәрәкмәгәнгә әрһеҙ ҡулланабыҙ. «Ағиҙел», № 7, 2010.
ЦЕЛЬСИЙ [ лат. Celsius} (Р.: Цельсий; И.: centigrade; T.: santigrat) и. (баш хәреф менән)
Һыуҙың туңыу нөктәһенән ҡайнау нөктәһенә тиклем 100 градусҡа бүленгән термометр. □ Цельсий. Ғәҙәттә, тән температураһы Цельсий буйынса 36,6 градус була. ■ Ҡыш Цельсий буйынса 1,89, яҙ 1,37 градусҡа йылыраҡ теркәлде. «Ағиҙел», № 7, 2011.
ЦЕМЕНТ [нем. Zement} (Р.: цемент; И.: cement; T.: çimento) и.
Һыуға болғатҡас, таш булып ҡата торған минераль онтаҡ сифатындағы төҙөлөш материалы. □ Цемент. / Цементный. Цемент иҙән. Төҙөлөш цементы. Аҡ цемент. М Урам кирбес ватыҡтары, штукатурка ярсыҡтары, цемент, сац менән тулған. И. Абдуллин. Торбаны, цементҡа йәбешеп ҡатмаһын өсөн, өҫкә сығып торған арҡыры тимеренән тотоп, ваҡыт-ваҡыт борғолап торҙолар. Ә. Байрамов. Тротуарҙарҙың ҡайһы бер урындары цемент, ә куберәк таш менән ҡапланған. А. Карнай. Ишек төбөндә ҡағыҙ тоҡҡа һалынған аҡ балсыҡ, алебастр, цемент, банка менән буяуҙар, бумала-фәлән ултыра. Р. Солтангәрәев.
ЦЕМЕНТЛАНЫУ (цементлай-) ҡ. төш. ҡар. цементлау, страд, от цементлау. Це-ментланған подвал иҙәне. Цементланған стена. Цементланған бағана.
ЦЕМЕНТЛАТЫУ (цементлат-) ҡ. йөкм. ҡар. цементлау, понуд. от цементлау. Иҙәнде цементлатыу. Эшселәрҙән цементлатыу. Ныҡ итеп цементлатып ҡуйыу.
ЦЕМЕНТЛАУ (цементла-) (Р: цементировать; И.: cement; T.: çimentolamak) ҡ.
1. Цемент менән аралаштырыу, цемент менән нығытыу. □ Цементировать, цементовать. // Цементация, цементирование, цементировка. Нигеҙҙе цементлау. Ҡирбесте цементлап һалыу. М Әллә ниндәй сатрашланған тимерҙәрҙән вышка ҡороп ҡуйғандар,
ти, уның төбөн цементлап ергә ултыртҡандар, ә иң осона ике батмус ҙурлыҡтағы тәрилкә кеуек нәмәһен ҡуйғандар. Д. Бүләков.
2. Цемент менән ҡаплау. □ Цементировать.// Цементация, цементирование, цементировка. Урамды цементлау. Цементлап эшләнгән блиндаждар. М [Сәхибгәрәй] цементлап булмә-булмә итеп булде. И. Ғиззәтуллин.
ЦЕНЗ [лат. census ‘баһа’] (Р: ценз; И.: qualification; T.: nitelik) и.
1. тар. Боронғо Римда: граждандарҙың социаль-сәйәси, хәрби һәм һалым хәлен билдәләү өсөн уларҙың мөлкәтен күрһәтеп үткәрелгән иҫәп. □ Ценз (в Древнем Риме: периодическая оценка имущества граждан для соответствующего разделения их на податные разряды ).
2. Халыҡты сәйәси хоҡуҡтан сикләй торған шарттар. □ Ценз (ограничительные условия допущения лица к пользованию какими-л. политическими законами). Йәш цензы. Ер цензы. Милек цензы.
3. махс. Предприятиены билдәле бер исемлеккә (реестрға) индереү өсөн кәрәкле шарт. □ Ценз (условие, необходимое для внесения предприятия в определённый список, реестр).
ЦЕНЗЛЫ (Р: цензовый; И.: of qualification; T: nitelikli) с.
Цензға ҡараған, ценз талаптарына яуап биргән. □ Цензовый. Цензлы һайлауҙар.
ЦЕНЗОР [лат. censor} (Р: цензор; И.: censor; T.: sansör) и.
1. тар. Боронғо Римда: граждандар мөлкәтенә иҫәп алыу өсөн һалым түләнешен һәм ижтимағи әхлаҡтың үтәлешен күҙәтеү өсөн ҡуйылған вазифалы кеше. □ Цензор. / Цензорский. Цензор вазифалары. Цензор иҫкәрмәләре.
2. Цензура эшен атҡарған кеше. □ Цензор. Цензор рөхсәте. Цензор тәҡдиме. Цензор итеп тәғәйенләу. М Уның [хаттың] бик куп юлдарын уҡый алмаҫлыҡ итеп цензор һыҙып ташлаған. X. Мохтар. Беренсе ҡатта юрист конторалары, канцелярия, цензор хеҙмәттәре, диңгеҙ ведомствоһы урынлашҡан. «Йәшлек», 16 февраль 2010.
ЦЕНЗОРЛЫҠ (цензорлығы) (Р: цензорство; И.: censor’s office; T.: sansür) и.
729