Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 730


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ЦЕНЗУРА
Цензура эше. □ Цензорство. / Цензорский. Цензорлыҡ эшен башҡарыу.
ЦЕНЗУРА [лат. censura} (Р.: цензура; И.: censorship; T.: sansür) и.
1. тар. Боронғо Римда: цензор (1) вазифаһы. □ Цензура. Цензура төҙәтмәләре.
2. Матбуғатты, киң информация сараларын күҙәтеүҙең дәүләт системаһы һәм шул эште башҡарған дәүләт ойошмаһы. □ Цензура. / Цензурный. Цензуранан уткәреу.
■ Катын-ҡыҙҙар куп кенә хаттарҙың ҙур өлөшөн хәрби цензураның уҡый алмаҫлыҡ итеп һыҙып, бысратып ташлауынан зарландылар. X. Мохтар. Бер йыл инде цензура хеҙмәткәрҙәре уның [Солтандың] властар-ға ҡаршы яҙылған шиғырҙарын тота килә. Ғ. Хисамов.
ЦЕНТ [лат. centum ‘йөҙ’] (Р: цент; И.: cent; Т.: sent) и.
АҠШ-та һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙә аҡса берәмегенең йөҙҙән бер өлөшөнә тигеҙ ваҡ аҡса. □ Цент (мелкая монета в США и некоторых других странах). Рәсәй аҡсаһын центҡа алмаштырыу.
ЦЕНТНЕР [нем. Zentner < лат. centum ‘йөҙ’] (Р: центнер; И.: centner; T.: kental) и.
Йөҙ килограмға торошло ауырлыҡ үлсәү берәмеге. □ Центнер. ■ [Сергей:] Биш йөҙ центнер арпаны, йөҙ центнер фуражды беҙ хәҙер ук, кисекмәҫтән ташып алырға тейешбеҙ. А. Абдуллин. Ерҙе киптереп, ҡәҙерләп алғас, гектарынан ун бишләп центнер ғына уңыш алғанда ла, был мең ярым центнер өҫтәлмә ашлыҡ тигәнде аңлата. Д. Бүләков. Ураҡҡа төшөугә ете көн тигәндә, Нурлығаян Кәримов ике йөҙ ун гектар ерҙең арышын урҙы һәм меңәр центнер иген һуҡты. Ә. Вәли.
ЦЕНТНЕРЛАП (Р: центнерами; И.: by the centner; T.: kentalla)p.
Центнерға һалынған. □ Центнерами. Центнерлап улсәп биреу. Центнерлап буленгән.
■ Әле ҡасан ғына әллә ниҙә бер ҡаҙаҡлап он һатып алып ашаған ғаиләләргә ботлап, центнерлап бойҙай алып килеп биреу уның [Иштуғандың] куңелендә бөткөһөҙ ҡыуаныс уята. 3. Биишева.
ЦЕНТРАЛ [рус.] (Р: централ; И.: central prison; T.: hapishane) и. тар.
Элекке батша Рәсәйендәге үҙәк төрмә. □ Централ (в старой России: центральная тюрьма). Централ тәртиптәре. Централға эләгеу.
ЦЕНТРАЛИЗМ [рус.] (Р: централизм; И.: centralism; T.: merkezcilik) и. сәйәси.
Урындағы органдарҙың үҙәк власҡа, үҙәккә буйһоноуҙан ғибәрәт булған идара системаһы. □ Централизм. / Централистический. Демократик централизм. Централизмды аңлатыу. Централизм тәғлимәте. И Советтар осоронда Коммунистар партияһының уставында «демократик централизм принцибы» тигән һуҙбәйләнеш осрай торғайны. «Киске Өфө», № 24, 2010.
ЦЕНТРАЛКА [рус.] (Р: централка; И.: kind of rifle; T.: tüfeğin bir türü) и. һөйл.
Мылтыҡтың бер төрө. □ Централка. Централканан атыу. Централка көбәге. Централка - һунар мылтығы.
ЦЕНТРАЛЬ [рус.] (Р: централь; И.: mains; T.: ana boru) и.
Үҙәк магистраль. □ Централь. Йылытыу централе.
ЦЕНТРИЗМ [рус.] (Р: центризм; И.: Centrist trend; T.: merkezcilik) и. сәйәси.
Халыҡ-ара эшселәр хәрәкәтендәге «һул» фразалар менән йәшерелгән, революцион һәм реформистик йүнәлеш араһында урын алырға ынтылған ағым. □ Центризм. / Центристский. Центризм яҡлы булыу. Центризм бурыстары. Центризм хәрәкәте.
ЦЕНТРИСТ (центрисы) [рус.] (Р: центрист; И.: person advocating the Centrist trend; T.: merkezcilik taraftarı) и. сәйәси.
Центризм яҡлы кеше. □ Центрист. / Центристский. ■ Ырымбурҙа хәҙер һағыҙаҡ ояһы, төрлө партиялар мыжғый: кадеттар, монархистар, уң һәм һул эсерҙар, меньше -виктар, центристар, максималистар һәм башҡалар. Й. Солтанов.
ЦЕНТРИСТИК (Р: центристский; И.: centrist; T.: merkezcilik) с. сәйәси.
Центризм принцибына ҡоролған. □ Центристский. Центристик позиция. Центристик ҡараш. Центристик сәйәсәт.
ЦЕНТРИФУГА [нем. Zentrifuge < лат. centrum ‘үҙәк’] (Р: центрифуга; И.: centrifuge; T.: santrifüj makinesi) и. тех.
730