Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 731


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ЦИАН
Ҙур тиҙлектә әйләнеп, үҙәктән ситкә йүнәлтелгән көс нигеҙендә шыйыҡсаны һура йәки өлөштәргә тарҡата торған аппарат. □ Центрифуга. Лаборатория центрифугаһы. Космонавтар өсөн центрифуга. Керҙе һығыу өсөн центрифуга. ■ Тикшеренеуҙәр центрифуга, баро-, термо-, сурдокамералар, һуғылыу көсөргәнештәре ҡоролмаһында уткәрелә. «Йәшлек», 13 апрель 2010.
ЦЕНТРИФУГАЛАУ (центрифугала-) (Р.: центрифугировать; И.: centrifuge; Т: santrifüj makinesi ile ayırt etmek) ҡ.
Центрифуга менән ҡатнашманы йәки ҡатнаш матдәне состав өлөштәргә айырыу. □ Центрифугировать. / Центрифугирование. һөттө центрифугалау. Ҡанды центри-фугалау. Центрифугалау ысулы. Центрифугалау машинаһы.
ЦЕППЕЛИН [нем. Zeppelin] (Р.: цеппелин; И.: zeppelin; T.: zeplin) и.
Металл каркас өҫтөнән туҡыма менән кәпләнгән дирижабль. □ Цеппелин (дирижабль жёсткой системы (по имени германского конструктора Ф. фон Цеппелина, построившего в 1900 году первый такой дирижабль). ■ Һауала осҡан аэроплан һәм цеппелиндарҙың, улем йырҙары йырлап, ҡаҙ бәпкәләрен эҙләгән төйлөгән кеуек, арлы-бирле осоуҙары һәр кемдең ошо улем тырнағына эләгеу ҡурҡынысын килтереп баҫтырҙы. М. Ғафури.
ЦЕРБЕР [лат. Cerberus < гр. Kerberos] (Р: цербер; И.: Cerberus; T.: kerberos) и. миф.
Боронғо грек мифологияһында ер аҫты батшалығын һаҡлаусы өс башлы уҫал эт. □ Цербер. Өс башлы цербер. Йыланға оҡшаған цербер.
ЦЕРЕМОНИАЛ [рус.] (Р: церемониал; И.: ceremonial, ceremony; T.: teşrifatlı) и.
Тантана үткәреү тәртибе. □ Церемониал. Церемониалдың проектын төҙөу.
ЦЕРЕМОНИЙМЕЙСТЕР [нем. Zeremon-ienmeister] (P: церемониймейстер; И.: master of ceremonies; T: karşılayan görevli) и. тар.
Һарайҙарҙа үткәрелгән тантаналарға яуап биргән кеше. □ Церемониймейстер. Церемониймейстер вазифаһы. Церемониймейстер талаптары.
ЦЕСАРКА [рус.] (Р: цесарка; И.: guineafowl; T: beçtavuğu) и. зоол.
Йорт тауығының бер төрө; мысыр тауығы. □ Цесарка, египетская курица (лат. Numida). Цесарка урсетеу. Цесарка йомортҡаһы. Цесарка ите.
ЦЕХ [нем. Zeche] (Р: цех; И.: guild; Т: atölye) и.
1. тар. Урта быуат Көнбайыш Европа ҡалаларындағы бер һәнәр кешеләрен берләштергән ойошма. □ Цех. Цех тәртибе. Цех уставы. Цехҡа инеу.
2. Сәнәғәт предприятиеһындағы төп етештереү бүлеге һәм шул бүлек урынлашҡан бина. □ Цех. / Цеховой. Ағас цехы. Электр цехы. ■ Кушнир затонда тәуге комсомолецтарҙың береһе була, тора-бара заводтың комсомол комитеты секретары итеп һайлана, бер ук ваҡытта баҡыр цехының мастеры булып эшләй. И. Абдуллин. Бер мәлде цехта эшләгәндә Йәмил һөмһөҙ Едрёнкин менән тасма-тас бәрелешер ваҡыт еткәнен уҙе лә һиҙмәй ҡалды. Р. Байбулатов. Йыйыу цехы эргәһендә тимер юл вагондарына әҙер продукция тейәйҙәр. Ә. Байрамов.
ЦЕХКОМ [рус. цеховой комитет] (Р.: цехком; И.: shop committee; T: atölye komitesi) и.
Цех комитеты. □ Цехком. Цехком ағзаһы. Цехком эштәрен башҡарыу. Цехком бойороғо буйынса.
ЦЕЦЕ [банту] (Р: цеце; И.: tsetse (fly); T: çeçe sineği) и. зоол.
Йоҡо ауырыуы тарата торған Африка себене. □ Цеце (лат. Glossina). Цеценан зыян куреу. Цеце бик шәп һәм тауышһыҙ оса.
ЦИАН [гр. kyanos ‘асыҡ зәңгәр’] (Р.: циан; И.: cuanogen; T.: siyanojen) и. хим.
Азот һәм углеродтан торған ағыулы төҫһөҙ әсе газ. □ Циан. / Циановый, цианистый. Циан кислотаһы ҡулланыу. ■ Пётр Иванович Ҡаран бетон фабрикаһында, циан заводында оҙаҡ туҡтаманы. А. Таһиров. 1912 йылда Бөйөк Британия подданныйы Уркварт тарафынан Көньяҡ Урал тау-сәнәғәт акционерҙар йәмғиәте ойошторолоу менән, Таналыҡ-Бай-маҡ баҡыр иретеу, Семёновна циан заводтары ҡорола. «Ағиҙел», № 3,2012.
731