Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 732


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ЦИАНЛЫ
ЦИАНЛЫ (Р.: цианистый; И.: cuanogen; T.: siyanojen) с. хим.
Циан менән ҡатнаш. □ Цианистый. Цианлы калий эретмәһе.
ЦИВИЛИЗАЦИЯ [лат. civilis ‘гражданлыҡ’] (Р: цивилизация; И.: civilization; Т.: uygarlık) и.
1. Билдәле бер иҡтисади формацияның ижтимағи, рухи һәм матди үҫеш кимәле. □ Цивилизация. Европа цивилизацияһын үҙләштереү. Грек-рим цивилизацияһын өйрәнеү. ■ Люся арийҙарҙың эҙҙәре ҡалған, бронза быуаты цивилизацияһы үрнәге булған тәгәрмәс ҡала хаҡында китап яҙҙы. Ә. Әминев.
2. Алдынғы илдәрҙең хәҙерге мәҙәниәте һәм аң-белеме. □ Цивилизация. Цивилизацияны һаҡлау. ■ Герман халҡы - донъя цивилизацияһына бик күп бөйөк ғалимдар, философтар, шағирҙар, композиторҙар биргән боронғо ҙур милләт. И. Абдуллин. Цивилизация беҙгә электр уты, телевизор, автомобиль, самолёт һ. б. бирҙе. Н. Ғәйетбаев. Тимер юлдан гөжләп үткән электричка ғына, был тынлыҡты боҙоп, заман һәм цивилизация хаҡында хәтерләтә. М. Садиҡова. Кешелек бөгөнгө цивилизацияға тиклем, әлеге белеме булмауы арҡаһында, бик оҙон юл үткән, уның өсөн һанһыҙ күп быуындар талап ителгән. Ғ. Хисамов.
3. Боронғо йәмғиәт үҫешендәге өсөнсө дәүерҙең иҫкергән атамаһы. □ Цивилизация.
ЦИВИЛИЗАЦИЯЛАУ (цивилизацияла-) (Р: цивилизовать кого, что; И.: civilize; T.: uygarlaştırmak) ҡ.
Мәҙәниәтле итеү. □ Цивилизовать кого, что. // Цивилизация. Халыҡты цивилиза-циялау. Цивилизациялау күренеше. Цивили-зацияулау һөҙөмтәһе.
ЦИВИЛИЗАЦИЯЛАШЫУ (цивилиза-циялаш-) (Р: цивилизоваться; И.: become civilized; T.: uygarlaştırmak) ҡ.
Мәҙәнигә әйләнеү, мәҙәниләшеү. □ Цивилизоваться, становиться культурным, цивилизованным. // Цивилизация. Цивилизация-лашыу осоро.
ЦИВИЛИЗАЦИЯЛЫ (Р: цивилизованный; И.: civilized; T: uygar) с.
Алдынғы мәҙәниәткә һәм аң-белемгә эйә, мәҙәниәтле. □ Цивилизованный. S Барлыҡ
цивилизациялы илдәр күптән инде ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә һәм уларҙы сеймал булараҡ ҡулланыуға күскән. «Башҡортостан», 6 апрель 2013.
ЦИВИЛИЗАЦИЯЛЫЛЫҠ (цивилиза-циялылығы) (Р: цивилизованность; И.: civilized condition; T: uygarlık) и.
Аң-белемгә һәм мәҙәниәткә мөнәсәбәте булған хәл, мәҙәнилек. □ Цивилизованность; степень цивилизованности. Циви-лизациялылыҡты билдәләү. Цивилизациялы-лыҡ күрһәткестәре.
ЦИВИЛИСТИКА [лат. civilis ‘гражданлыҡ’] (Р: цивилистика; И.: civil law; T.: yurttaşlar yasası) и. юр.
Гражданлыҡ хоҡуҡтары тураһындағы фән. □ Цивилистика. Цивилистика буйынса лекция. Цивилистиканы өйрәнеү. Цивилисти-каның бүлектәре.
ЦИГАЙ [рус.] (Р: овца цигайской породы; И.: sheep species; T.: koyun türü) и.
һарыҡтың нәҙек йөнлө тоҡомо. □ Овца цигайской породы. Цигай үрсетеү. Цигай көтөү. Цигай көтөүсеһе.
ЦИГЕЙКА [нем. Ziege ‘кәзә’] (Р: цигейка; И.: beaver lamb; T.: kuzu derisi) и.
Цигай тоҡомло һарыҡтың эшкәртелгән тиреһе. □ Цигейка. / Цигейковый. Цигейка бүрек тектереү. Цигейка тун кейеү. ■[Ғәлиә] ғәҙәттәгесә фырт ҡына кейенеп алған: көн һыуыҡ уҡ булһа ла, аяғында - итек, яурындарын ҡаплап торған ҙур цигейка яғалы пальто кейгән, яулығы өҫтөнән, ҡышын бер ҙә килешмәһә лә, оҙон сәсәктәрен ялпылдатып, аҡ ебәк шәл ябынған. Н. Мусин.
ЦИКАДА [лат. cicada] (Р: цикада; И.: cicada; T.: ağustos böceği) и. зоол.
Көпшә томшоҡло ҡыр сиңерткәһе. □ Цикада (лат. Cicadidae). Цикада тауышы. Ци-кадалар һикерешә. Цикадалар сырҡылдаша.
ЦИКЛ [гр. kyklos ‘даирә’] (Р: цикл; И.: cycle; T.: devre, döngü) и.
1. Билдәле бер эш-хәл, күренештең үҫешендә регуляр рәүештә ҡабатланып килгән процесс. □ Цикл. / Цикличный. Йыл циклы. Ағастың бер йыллыҡ үҫеш циклын өйрәнеү. ■ Ошо тиклем яуаплы производство циклын комплекслы атҡарыу өсөн байтаҡ күнегеүҙәр үтергә кәрәк ине. Ә. Байрамов.
732