Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 734


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ЦИЛИНДР
Цилиндр поршене. Цилиндр йөрөшө. П Хәҙер инде завод эшселәре, тәүлектәр буйына цехтан сыҡмайынса, Дәүләт Оборона Комитеты заказдарын үтәнеләр: ЧТЗ тракторҙарына һәм төрлө маркалағы дизель двигателдәренә цилиндрҙар, втулкалар, бешкәктәр яһанылар, нефть сәнәғәте өсөн быраулау насостарының станиналарын ҡойҙо -лар. Ә. Байрамов. Май тултырыла торған цилиндр аҫтындағы резина ҡоршау серегән төҫлө тарҡала башлағайны. Ә. Вәли.
ЦИЛИНДР II [гр. kylindros] (Р.: шляпа; И.: top hat; T.: silindir şapka) и.
Бейек төҙ түбәле, бәләкәй тирәсле баш кейеме. □ Шляпа. М Кыҫҡа буйлы, алтын тешле, кәкре танаулы бер голландец, Ишмырҙа Ишбулдинға цилиндр эшләпәһен һуҙып, бармағы менән сәйәхәтсенец кейеҙ эшләпәһенә күрһәтте. Ә. Бикчәнтәев. [Азаматтың] башында - .. ҡара йылтыр атлас цилиндр, иңендә - бостон френч. Й. Солтанов.
ЦИЛИНДРИК (Р.: цилиндрический; И.: cylindrical; T.: silindirli) с.
Цилиндр (I, 1) рәүешендәге. □ Цилиндрический. Цилиндрик һауыт. Цилиндрик бысҡы. Цилиндрик мейес.
ЦИЛИНДРЛЫ (Р: цилиндровый; И.: cylinder; T.: silindirli) с. тех.
Цилиндры (I, 2) булған. □ Цилиндровый, с цилиндром. Цилиндрлы машиналар. Алты цилиндрлы двигатель.
ЦИМБАЛ [пол. cymbaly](P.\ цимбалы; И.: cymbals; T.: simbal) и. муз.
Ҡыллы һуҡма музыка ҡоралы. □ Цимбалы (струнный ударный музыкальный инструмент). Цимбал таяҡтары. Цимбал ҡағыу.
ЦИМБАЛСЫ (Р: цимбалист; И.: cymbalist; Т.: simbal çalan müzisyen) и. муз.
Цимбалда уйнаусы. □ Цимбалист. Цим-балсылар йыйыны. Цимбалсы һәнәрен күрһәтә. Цимбалсы уйнаған көй.
ЦИНИЗМ I [гр. kynismos] (Р: цинизм; И.: cynicism; T.: kinizm) и.
Оятһыҙлыҡ, ниндәйҙер әхлаҡи ҡағиҙәләргә демонстратив рәүештә иғтибар итмәү хәле. □ Цинизм. Цинизм күрһәтеү. Цинизмға ҡаршы булыу.
ЦИНИК (цинигы) [рус.] (Р: циник; И.: cynic; T.: kinik) и.
Оятһыҙ, ниндәйҙер әхлаҡи ҡағиҙәләргә демонстратив рәүештә иғтибар итмәгән кеше. □ Циник. Циник булыу.
ЦИНК I [нем. Zink < гр. zincum ‘аҡ ҡуныҡ’] (Р: цинк; И.: zink; T.: çinko) и. хим.
Химик элемент, еңел сүкелә торған күкһел аҡ төҫлө йомшаҡ металл; ырыҡта, тутыя. □ Цинк. / Цинковый. ■ Ә геолог ғалимдар таш ярсығында табылған бер матдәнән дә тауҙа нисә төрлө матдә - алтын, баҡыр, ҡурғаш, цинк барлығын танып беләләр, сөнки бер матдәлә үҙенә башҡа ғына таралмай. Й. Солтанов. Минераль матдәләрҙән калий, тимер, йод, баҡыр, цинк берләшмәләре осрай. «Киске Өфө», № 26, 2009. Шулай уҡ селен, цинк, магний, кальций, тимер, йод, марганец кеүек минераль матдәләрҙец сәләмәтлекте һаҡлауҙа әһәмиәте ҙур. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2011.
ЦИНК II [нем. Zink <гр. zincum ‘аҡ ҡуныҡ’] (Р: цинковый; И.: zink; T.: çinko) с.
Цинктан эшләнгән, составында цинк булған. □ Цинковый, сделанный из цинка. Цинк табут. Н Барға ингәс тә, Гобар цинк ҡалай менән кәпләнгән ауыр ишекте бикләп алды. И. Абдуллин. Был ауыл бер-береһенән алыҫ булып ултырған аҡ өйҙәре, уларҙың аҡ цинк ҡалайы менән ябылған түбәләре, урамға теҙелеп ултырған ағастары менән Украина ауылдарын хәтерләтә ине. Б. Дим. Механиктар һәм уларҙың ярҙамсылары ташландыҡ баҡсала сиратлашып картуф ҡаҙыйҙар, өҫтәмә паёк итеп, шартлатҡыстарҙан бушаған цинк тартмаларға һалып бешерәләр ине. А. Мағазов.
ЦИНКЛАНЫУ (цинклан-) ҡ. төш. ҡар. цинклау, страд, от цинклау. Цинкланған әйберҙәр.
ЦИНКЛАУ (цинкла-) (Р: цинковать; И.: zink-plate; T.: çinko ile kaplamak) ҡ.
Цинк менән ҡаплау, цинк ялатыу. □ Цинковать. // Оцинкование, оцинковка. Деталде цинклау. Цинклап ҡуйыу.
ЦИНКЛЫ (Р: цинковый; И.: zink; Т.: çinkolu) с.
Составында цинк булған. □ Цинковый. Цинклы эретмә. Цинклы мазь.
ЦИНКОГРАФИЯ [нем. Zinkographie < гр. zincum ‘аҡ ҡуныҡ’ + grapho ‘яҙам’] (Р: цин
734