Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 735


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ЦИРРОЗ
кография; И.: zinkography; T.: çinkografi) и. типогр.
1. Типографик баҫма өсөн цинк клише әҙерләү ысулы. □ Цинкография. / Цинкографический. Ярым тонлы цинкография. Штрихлы цинкография.
2. Шул клишены эшләгән цех йәки предприятие. □ Цинкография. Цинкографияла эшләу. Цинкография өсөн бина. Цинкографияға урынлашыу.
ЦИННИЯ [лат. zinnia] (Р.: цинния; И.: cynia; T: zinya çiçeği) и. бот.
Декоратив үҫемлек. □ Цинния (лат. Zinnia). Цинния сәскәһе. Цинния орлоғо. Цинния уҫтереу.
ЦИРК [лат. circus ‘түңәрәк’] (Р.: цирк; И.: circus; T: sirk) и.
1. тар. Боронғо Римда: ат ярыштары, гладиаторҙар алыштары һәм башҡа тамашалар үткәрә торған урын. □ Цирк. / Цирковый.
2. Хайуандар менән сығыш яһауҙан һәм акробатика, клоунада, эквилибристика кеүек жанрҙарҙан торған сәнғәт төрө. □ Цирк. Цирк мәктәбен утеу. ■ Эйе, цирк сәнғәте бик мауыҡтырғыс, тик ундағы эш хәуефле, -тип ауыр көрһөндө ҡунаҡ апай. М. Садиҡова.
3. Шул сәнғәт төрөн тамашасыға күрһәтеү менән шөғөлләнгән ойошма һәм уның бинаһы. □ Цирк. Циркка килеу. Цирк серҙәре. ■ Цирк эсендә әсе тауыш менән граммофон тәтелдәй, танау урынына сөгөлдөр ҡуйған аласа кулдәкле клоун уға ҡушылып төрлө мәҙәк таҡмаҡтар әйтә, халыҡты кәмит ҡарарға саҡыра, икенсе береһе, велосипедҡа ултырып, циркты әйләнеп утә. 3. Биишева. Цирк һабантуй һымағыраҡ нәмә булып сыҡты: уртала майҙан, тик уны уратып кешеләр баҫмаған, ә яйлы ултырғыстарҙа теҙелеп ултырып торалар. Б. Бикбай. Циркта кубеһенсә борондан уҡ ошо сәнғәт менән шөғөлләнгән, уның серҙәрен белгән әһелдәр һәм уларҙыц балалары, ҡәрҙәш-ырыуҙары эшләй. М. Садиҡова.
ЦИРКОН [нем. Zirkon ‘алтындай’] (Р: циркон; И.: zirconium; T: sırça) и. геол.
Ҡиммәтле таш. □ Циркон. Цирконды ювелир әйберҙәр эшләгәндә ҡулланалар.
ЦИРКОНИЙ [нем. < лат. Zirconium] (Р: цирконий; И.: zirconium; T.: zirkonyum) и. хим.
Химик элемент, аҡ көмөш төҫөндәге металл. □ Цирконий. Цирконий окисы гидраты. Цирконий ике окисы.
ЦИРКУЛЬ I [лат. circulus ‘түңәрәк’] (Р.: циркуль; И.: dividers; T.: pergel) и.
Түңәрәк һыҙа һәм һыҙыҡтарҙың оҙонлоғон үлсәй торған ике саталы ҡорал; йәҙбә. □ Циркуль. / Циркульный. Пропорциональ циркуль. Циркуль энәһе. Циркуль сатаһы. Циркуль менән һыҙыу. М Әйтерһец дә, кемдер циркуль менән йәшел өҫтөндә ҙур туцәрәк һыҙған да, шуны һарыға буяған. Д. Шәрәфетдинов. Маршалдың шәхси әйберҙәре лә һаҡлана: циркуль, лупа, авторучка, куренекле дәуләт һәм хәрби эшмәкәрҙәр менән бергә төшкән фотоһурәттәр. «Ағиҙел», № 8, 2011.
ЦИРКУЛЬ II (Р: Циркуль; И.: Compasses; T: Pergel takımyıldızı) и. астр, (баш хәреф менән)
Көньяҡ ярымшарҙа урынлашҡан йондоҙлоҡ. □ Циркуль. Циркуль йондоҙлоғон өйрәнеу.
ЦИРКУЛЯР [лат. circularis ‘әйләнмәле’] (Р.: циркуляр; И.: instruction; T.: sirküler) и.
Бер ойошманың үҙ ҡарамағындағы ойошмаларға йәки айырым кешеләргә ебәргән яҙма бойороғо, директив күрһәтмәһе. □ Циркуляр. / Циркулярный. Циркуляр хат. ■ Урындарҙан вәкилдәр ебәреу талап итеп, Өфө, Ҡазан, Ырымбур Советтарына йәнә циркуляр хаттар, телеграммалар китә. Р. Байымов. [Зариф] техник документациялар, нормативтар, циркулярҙар менән танышҡас та, урман участкаларына йөрөргә кереште. Н. Мусин.
ЦИРКУЛЯЦИЯ [лат. circulatio ‘түңәрәк буйынса хәрәкәт’] (Р: циркуляция; И.: circulation; T: sirkülasyon) и.
Әйләнеп йөрөш (торош). □ Циркуляция. / Циркуляционный. Ҡан циркуляцияһы. Һауа циркуляцияһы. Циркуляция ағымы.
ЦИРРОЗ [гр. kirrhos ‘һары’] (Р: цирроз; И.: cirrhosis; T: siroz) и. мед.
Эске ағзалағы тоташтырғыс туҡыманың ҙурайыуынан һәм шул ағзаның эшмәкәрлеге боҙолоуынан килгән ауырыу. □ Цирроз. Үпкә циррозы. Бөйөр циррозын дауалау. V Цирроз, ахырҙа, минең [лирик геройҙың] медкартанан бөтөнләй һыҙып ташланды. И. Нурғәлиев.
735