ЦИСТА
Яңыраҡ Лондондың Британия колледжы профессоры М. Турна ҡара шоколадтың бауыр циррозын дауалауҙа ярҙам итеуен асыҡлаған. «Киске Өфө», № 45, 2010.
ЦИСТА [лат. cista < гр. kystis ‘күберсек’] (Р.: циста; И.: cyct; T.: kist) и. биол.
Насар шарттарға бирешмәҫ өсөн үтә сыҙамлы ҡап менән ҡапланған бер күҙәнәкле хайуан йәки үҫемлек заты. □ Циста. Лям-блияның цистаһы.
ЦИСТЕРНА [лат. cistema ‘һыу ятҡылығы’] (Р.: цистерна; И.: cistern, tank; T.: sarnıç, tank) и.
1. Шыйыҡ нәмәне һаҡлау өсөн ҡулайлаштырылған ҙур һауыт. □ Цистерна. Нефть цистернаһы. Цистерна ҡуйыу. Илле тонна һыйышлы цистерна. ■ Килә торғас, Мырҙабай, ҡаланы утеп, яртылаш ергә кумелгән ниндәйҙер ҙур-ҙур яғыулыҡ цистерналары эргәһенә килеп сыҡты. Р. Байымов. Шофёр, тыңлап, ҡайырлы тоҡто һөт цистернаһының өҫтөнә бәйләне лә әбейҙең уҙен кабинаға саҡырҙы. Н. Мусин. Көндәр һыуытҡас, тимер торбанан яһалған йыуынғыстарҙың һемәктәренә боҙ ҡатты, һыу яғы ла ҡыҫанланды хәҙер, цистерна менән килтерелгәнен ашхана өсөн генә тоталар. Р. Солтангәрәев.
2. Шыйыҡ нәмәләр ташый торған цилиндрик һауыт рәүешендәге кузовлы машина, вагон һ. б. □ Цистерна. Юл аҫты цистернаһы. ■ Беренсе цистерналар, Ишембай нефте менән тултырылып, Өфөгә ҡарай йугерҙеләр. А. Карнай.
ЦИСТИТ [гр. kystis ‘һейҙек ҡыуығы’] (Р: цистит; И.: cystis; T.: sistit) и. мед.
һейҙек ҡыуығының шешеүе. □ Цистит. Циститты дауалау. Микоз циститы. Киҫкен цистит. ■ Йәштәр араһында киң таралған цистит, пиелонефрит кеуек хроник ауырыуҙарҙан тыш, эске ағзаларҙа миома, киста кеуек шештәрҙең аҙыуы ла халҡыбыҙҙың именле киләсәгенә ҙур хәуеф тыуҙыра. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010.
ЦИТАДЕЛЬ [фр. citadelle < ит. cittadella ‘ҡаласыҡ’] (Р: цитадель; И.: citadel; T.: iç kale) и. кит.
Ҡәлғә эсендәге нығытылған ҡоролма. □ Цитадель. Цитадель табыу. Цитадель ҡороу.
ЦИТАТА [лат. citare ‘атау’] (Р: цитата; И.: quotation; T.: alıntı) и.
Текстан һүҙмә-һүҙ килтерелгән өҙөк; өҙөмтә (2). □ Цитата. / Цитатный. Цитата ҡулланыу. Цитата килтереу. Цитата материалы. ■ Хәтере яҡшы ине уның [балеринаның], уҡыған китаптарынан бик куп цитата килтерҙе. Б. Рафиҡов. Ғ. Хөсәйенов уҙ ижад процесында Гёте, Бальзак, Гюго, Стендаль, Флобер, Пушкин, Л. Толстой, Ф. Достоевский, А. Чехов, Р. Роллан, А. Мору а һ. б. шундай классиктарҙың ижад тәжрибәһенә таянып эш итеусән, уҙенең ҡараштарын, фекерҙәрен бөйөк әҙиптәрҙән цитаталар менән нығытыусан. «Ағиҙел», № 4, 2013.
ЦИТОЛОГИЯ [гр. cytos ‘күҙәнәк’ + logos ‘фән, тәғлимәт’] (Р: цитология; И.: cytology; T.: hücrebilim) и.
Хайуан һәм үҫемлек күҙәнәктәренең химик составын, тарихи үҫешен һәм эшен өйрәнә торған фән. □ Цитология. Цитологияны өйрәнеу. Цитология булектәре. Цитология буйынса белгес.
ЦИТОПЛАЗМА [гр. cytos ‘күҙәнәк’ + plasma ‘барлыҡҡа килгән’] (Р: цитоплазма; И.: cytoplasm; T.: sitoplazma) и. биол.
Күҙәнәк эсендәге төҫһөҙ лайлалы матдә. □ Цитоплазма. Мембрананың цитоплазмаһы. Цитоплазма уҙгәреше.
ЦИТОХИМИЯ [гр. cytos ‘күҙәнәк’ + химия] (Р: цитохимия; И.: cytochemistry; Т.: sitokemistri) и.
Цитологияның тере күҙәнәктәге химик процестарҙы өйрәнә торған бүлеге. □ Цитохимия. Цитохимия буйынса белем туплау.
ЦИТРА [нем. Zither] (Р: цитра; И.: zither; T.: ziter) и. муз.
Ҡыллы музыка ҡоралы. □ Цитра. Цитра-ла уйнау. Цитраға ҡушылып йырлау. Цитра-ла көй сығарыу.
ЦИТРУС [лат. citrus] (Р: цитрус; И.: eitrus; T.: turunçgiller) и.
Ҡабығы эфир майына бай емешле йылы яҡ ағастарының, ҡыуаҡтарының дөйөм исеме (әфлисун, лимон, мандарин һ.б. ҡарата). □ Цитрус. / Цитрусовый. Цитрус уҫемлектәр. ■ Тын алыуҙы яҡшыртыр өсөн бөтнөк,
736