Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 737


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ч
цитрус, йылан тамырҙың эфирлы майҙары файҙалы. «Киске Өфө», № 32, 2010.
ЦИФЕРБЛАТ [нем. Ziffer ‘һан’ + Blatt ‘бит’] (Р.: циферблат; И.: dial; T.: kadran) и.
Үлсәү ҡорамалдарының, сәғәттәрҙең теле хәрәкәт итә торған һан күрһәткесле пластинка. □ Циферблат. / Циферблатный. Сәғәт циферблаты. ■ Бына сәғәт теле циферблатты бер-ике тапҡыр әйләнеп сыҡты. 3. Биишева. Сәғәттең циферблаты ауыл сәғәттәрендә куреп өйрәнелгән һымаҡ ун икегә тугел, егерме дурткә буленгән. Ә. Бикчәнтәев. Уҡ циферблаттың һул яғына ҡарап торһа - кис була, уң яғына ҡараһа - иртән, аҡҡа буялған аҫтына ҡараһа - көн, ҡараға буялған өҫтөнә ҡараһа - төн була. Р. Ғабдрахманов.
ЦИФЕРБЛАТЛЫ (Р: циферблатный; И.: having a dial; T.: kadranh) с.
Циферблаты булған. □ Циферблатный. М* Капитан, куртка еңен кутәрә төшөп, яҡтырта торған циферблатлы сәғәтенә куҙ һалды, «ҡуҙғалырға ваҡыт», тип әйтергә лә өлгөрмәне, бер юлы бер нисә ракета тирә-йунде энә табырлыҡ итеп яҡтыртып ебәрҙе. И. Абдуллин.
ЦИФР [рус. цифра < пол. cufra < ғәр. jL-a ‘буш, нуль’] (Р: цифра; И.: figure;
number; T.: rakam) и. ҡар. һан I, 6.
һанды белдергән билдә. □ Цифра. / Цифровой. Ғәрәп цифры. Рим цифры. ■ Милованова оҙон ҡалын ҡағыҙға төрлө төҫтәге буяуҙар һәм цифрҙар менән яҙылған нарядты бөтөнләй тиерлек ятҡа белә инде. Ә. Бикчәнтәев. Фатихтан башҡалары ҡайһы бер цифрҙарҙы яҙып алдылар. Б. Ишемғол. [Салих] өҫтәл тартмаһынан бәләкәс китап алып, кәрәкле битен тапты ла, уға ҡарай-ҡарай, әле генә яҙып алған цифрҙар аҫтына хәрефтәр теҙә башланы. X. Мохтар.
ЦИФРЛАУ (цифрла-) (Р: цифровать; И.: number; T.: numaralamak) ҡ. ҡар. нумерлау.
һан ҡуйып сығыу, һан менән билдәләү.
□ Цифровать. Биттәрҙе цифрлау. Цифрлап сығыу. Цифрлап яҙыу. Я Ул [Ғариф] алдағы айҙа нисә мең центнер иген булыуын цифр-ланы. А. Таһиров.
ЦЛАШТЫРЫУ (Р: цоканье; И.: pronounce ‘ч’ as ‘ц’; Т.: ‘ҫ’ yerine ‘s’ gibi seslerle söylemek) и. лингв.
‘Ч’ өнө урынына ‘ц’ менән һөйләү күренеше. □ Цоканье. / Цокать. Цлаштырып һөйләу. Цлаштырып әйтеу. Цлаштырыу куренешен тикшереу.
ЦОКОЛЬ [ит. zoccolo} (Р: цоколь; И.: plinth; T.: zemin katı) и. архит.
Архитектура төҙөлөшөнөң түбәнге өлөшө.
□ Цоколь. / Цокольный. Цоколь ҡаты. Цоколь плитаһы. ■ Фаркаштың һыраханаһы ике ярым ҡатлы йорттоң «цоколь» тип аталған ҡатында ине. И. Абдуллин.
ЦУКАТ [пол. cukuty ‘шәкәр’] (Р: цукат; И.: candied peel; T.: şekerlenmiş meyva) u.
Шәкәрләнгән емеш йәки уның ҡабығы. □ Цукат. / Цукатный. Лимон ҡабағынан цукат яһау.
ЦУКАТЛЫ (Р: цукатный; И.: candied peel added; T.: şekerlenmiş mey vah) c.
Цукат ҡушылған. □ Цукатный. Цукатлы торт. Цукатлы печенье.
ЦУНАМИ [япон.] (Р: цунами; И.: tsunami; T.: deniz depremi dalgası) и.
Океанда һыу аҫты ер тетрәүенән, вулкандар атылыуҙан хасил булған гигант тулҡын.
□ Цунами. Цунами дамбаны емерҙе. ■ Йәш уҡытыусы Юламан улемесле ер тетрәуҙәр, ураган, цунами тип йөрөтөлгән ҡот осҡос ғәрәсәттәр тураһында һөйләй. Ә. Хәкимов.
Ч [чэ] (Р: тридцать третья буква башкирского алфавита; И.: thirty-third letter of the BashkirABC; T.: Başkurt alfabesinin otuz üçüncü harfi)
Башҡорт алфавитының утыҙ өсөнсө хәрефе, ҡуш, тел алды, алғы аңҡау, һаңғырау тартынҡы, [ч] өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф - Ч, бәләкәй - ч формаһында яҙыла.
737