Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 739


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ЧЕМПИОН
өлөшө. □ Часть (механизма, инструмента, орудия). ■ Фронтҡа ебәрелергә әҙерләнгән егерме ике ауыр йөк машинаһы, ете мотор һәм бик куп запас частар, инструменттар янып юҡҡа сыға. И. Абдуллин. Велосипедҡа запас частар кәрәк ине. Р. Байбулатов. [Заман] запас частары етмәгәс, өс-дурт тракторын һаман да ремонтҡа ҡуя алмай тора. Р. Ғабдрахманов.
ЧАТ [ингл. chatter ‘гәпләшеү’] (Р: чат; И.: chat; T.: sohbet) и. инф.
Ике йәки бер нисә кешенең Интернет аша туранан-тура аралашыу ысулы. □ Чат. Чат аша хат яҙышыу. Чатҡа инеу. Чат тоташтырыу.
ЧАХОТКА [рус.] (Р.: чахотка; И.: ТВ; Т: ince hastalık, verem) и. иҫк. һөйл. ҡар. туберкулез.
Махсус микробтан барлыҡҡа килеп, үпкәне зарарлай торған йоғошло ауырыу. □ Чахотка. Чахотка менән ауырыу.
ЧАХОТКАЛЫ (Р: чахоточный; И.: ТВ; T: veremli) с. иҫк. һөйл.
Чахотка ауырыулы. □ Чахоточный, туберкулёзный. Чахоткалы кеше.
ЧЕБУРАШКА [рус.] (Р: Чебурашка; И.: cheburashka; T: Çiburaşka) и.
Йәнһүрәт персонажы. □ Чебурашка. Чебурашка төшөрөу. Чебурашкалар яһау. Яңы йылға Чебурашка булып кейенеу.
ЧЕБУРЕК (чебурегы) [төрк.] (Р: чебуреки; И.: cheburek; T: çiğ börek) и. кул.
Майҙа ҡыҙҙырылған итле ҡамыр ашы. □ Чебуреки. Чебурек бешереу. Чебурекка ҡамыр әҙерләу. Чебурекка әҙерләнгән ит.
ЧЕК (чегы) [ингл. cheque} (Р: чек; И.: cheque; T: çek) и.
1. Банкыға аҡса һалған кеше йәки ойошманың үҙ иҫәбенән купмелер сумманы алыу йәки күсереүгә биргән документ. □ Чек. / Чековый. Аҡса алыу өсөн чек. ■ Банкыға килгәс тә, аҡса ала торған чекка «бирергә» тип имза һалдырыу өсөн, Сурағолов мөдир булмәһенә инде. Н. Мусин.
2. Тауар хаҡын түләр өсөн кассаға, шулай уҡ тауарға аҡса түләгәнлеккә кассанан бирелгән квитанция. □ Чек. / Чековый. Тауарға чек яҙҙырып алыу. ■ Ялған чектар менән тауар алырға ниәтләу факты - ул уйын эш тугел,
ә хөкөм яуаплылығына тарттырыр өсөн мөһим дәлил. X. Зарипов.
ЧЕКИСТ [рус.] (Р.: чекист; И.: official of Cheka; T: Çeka memuru) и. map.
Совет власы тарафынан төҙөлгән ғәҙәттән тыш комиссия (ЧК) хеҙмәткәре. □ Чекист. ■ Нурисламдың тейешле сәғәттә поезға ултырыуын куҙәтеп, асылда иһә конвой рәуешендә, тәуге туҡталышҡаса уны ике чекист оҙата барҙы. Ә. Хәкимов.
ЧЕК КЕНӘГӘҺЕ и. ҡар. чек 1. ■ [Бәх-тийәров:] Анна Дмитриевна, Дәуләтовҡа чек кенәгәһе бирегеҙ, яғыулыҡ булыр. Ш. Янбаев. Баяғы кеуек ук ҡабаланып, Брискин ҡуйынынан чек кенәгәһен сығарҙы ла, биш меңгә чек яҙып, жандармға һондо. X. Мохтар.
ЧЕЛНОК I (челногы) [рус.] (Р: челнок;
И.: petty trader; T: tüccar) и. һөйл.
Сит илдән тауар алып ҡайтып йәки сит илгә тауар алып сығып, баҙарҙа һатыу итеүсе ваҡ сауҙагәр. □ Челнок. Ҡайҙа ҡараһаң да челноктар йөрөй. Хәҙер челноктар әйберҙе сит илдән тугел, уҙебеҙҙең илдә етеште-peyce предприятииеларҙан ала башланылар.
ЧЕЛНОК II (челногы) [рус.] (Р: челнок;
И.: shuttle; T: uzay mekiği) и. авиа.
Күп тапҡырҙар осош яһау өсөн техник һ. б. мөмкинлектәре булған космик корабль. □ Челнок. Хәҙерге «челноктар»ға йөк бушатыу һәм йөк тейәу өсөн кәрәкле конструкциялар алдан уҡ ҡорола.
ЧЕМПИОН [ингл. champion < фр. champion ‘көрәшсе’] (Р: чемпион; И.: champion; Т: şampiyon) и. спорт.
Спорт ярыштарында еңеп, беренселекте алған өсөн бирелә торған исем һәм шул исемде алған кеше йәки команда. □ Чемпион. / Чемпионский. Чемпион булыу. Чемпион миҙалдары. Я Өс көн рәттән һуғышты Байрамов, өс көн рәттән еңеп килде һәм һуңғы алыштан һуң уҙ ауырлығында чемпион булып танылды. М. Ҡаһарманова. [Исламдың] фотоһы Почёт таҡтаһынан төшмәй, уҙе комскомитет ағзаһы, уҙе милли көрәш буйынса институт чемпионы! М. Садиҡова. Әшрәфтең ҡустыһы Илдар шахмат буйынса уҫмерҙәр араһында район чемпионы булды. Г. Яҡупова.
739