ЧЕМПИОНАТ
ЧЕМПИОНАТ [рус.] (Р.: чемпионат; И.: championship; T.: şampiyona) и.
Спорттың бер төрө буйынса беренселек өсөн үткәрелгән ярыш. □ Чемпионат. Европа чемпионаты. Көрәш чемпионатына әҙерләнеу. Чемпионатта ҡатнашыу хоҡуғы алыу. ■ Новосибирскиҙа ишетеу һәләтен юғалтҡан спортсылар араһында хоккей буйынса Рәсәй чемпионаты уткәйне. «Йәшлек», 1 апрель 2010.
ЧЕМПИОНЛЫҠ (чемпионлығы) (Р.: чемпионство; И.: champions title; T.: şampiyon olma durumu) u.
Чемпион булыу хәле. □ Чемпионство. Чемпионлыҡты ҡулдан ыскындырыу. Чемпионлыҡты бирмәу.
ЧЕРЕПИЦА [рус.] (Р: черепица; И.: tile; T.: kiremit) и.
Өй башы ябыу өсөн балсыҡтан яндырып яһалған дүрткел ваҡ төҙөлөш материалы. □ Черепица. / Черепичный. Ҡыйыҡты черепица менән ябыу. ■ Камалова, баҫҡыстан дөбөр-шатыр менгән һалдаттарҙың аяҡ тауыштарын ишетеп, сарҙаҡтың тәҙрәһенән сығып, бесәй йылғырлығы менән ҡыйыҡҡа урмәләп менеп, черепица тубәгә һуҙылып ятты. И. Абдуллин. Колхоз уҙенә черепица заводы һалдырғандан бирле, ауылда ҡыҙыл черепица тубәле ҡаралтылар бик кубәйгәйне. Ә. Вәли.
ЧЕРКЕС (Р: черкес; И.: Circassion; Т.: Çerkez) и. этн.
1. Ҡарасай-Черкес автономиялы әлкәһенең бер халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (Кавказ телдәренең береһендә һөйләшә). □ Черкес. / Черкесский. Черкес теле. Черкес ҡыҙы.
2. иҫк. Төньяҡ-көнбайыш Кавказ халыҡтарының XIX быуат рус әҙәбиәтендә ҡулланылған дөйөм атамаһы. □ Черкес. ■ Алдар йән асыуына уның хәнйәрен ситкә ҡайыра һуҡты ла ғәжәйеп етеҙ уҡталыш менән алға ырғылды һәм хәнйәрен черкестың ҡабырғаһына батырҙы. Н. Мусин. Төрөктәр яғынан хәтәр алышҡа сыҡҡан батыр - мыҡты кәуҙәле, йыуан беләкле, оло ялтыр башлы черкес кешеһе икән. Ғ. Хөсәйенов.
ЧЕРКЕСКА (Р: черкеска; И.: Chirassian coat; T: çerkeska) и. этн.
Кавказ халыҡтарының өҫ кейеме. □ Черкеска (одежда). Черкеска тегеу. Черкеска кейгән up.
ЧЕРКЕССА (Р: по-черкесски; И.: in Chircassian; T: Çerkezce) р.
Черкес телендә; черкес халҡына хас. □ По-черкесски. Черкесса кейенеу. Черкесса һөйләшеу. Черкесса бейеу.
ЧЕРТЁЖ [рус.] и. ҡар. һыҙма!, 1. ■ Камил ғәжәп ябай, шул уҡ ваҡытта бик төплө итеп аңлата, чертёждар менән дә бик еңел эш итә ине. Ә. Вәли.
ЧЕРТЁЖСЫ [рус.] и. ҡар. һыҙымсы. Чертёжсы дәфтәре. Чертёжсы ҡәләме. Чертёжсы булыу.
ЧЕРЧЕНИЕ [рус.] (Р: черчение; И.: drawing; T: çizim) и.
Черчение, деталдәр, йорттар һ. б. нәмәләрҙең чертёждарын һыҙыу тураһында белешмәләр һәм күнекмәләр тураһындағы уҡыу предметы. □ Черчение. Черчение дәресенә бер деталдең һыҙмаһын эшләргә ҡушылды.
ЧЕСТЬ БИРЕҮ (честь бир-) (Р: отдавать честь; И.: salute; T: selam vermek) ҡ.
Ҡулды баш кейеме тәңгәленә күтәреп, хәрбиҙәрсә сәләм биреү. □ Отдавать честь; козырнуть. ■ Яугирҙар, бер кешеләй, барыһы ла ҡулдарын пилоткалары ҡырына килтереп честь бирҙеләр, алда торған Морозов белдереу яһаны. Ғ. Аллаяров. Малай уҙенең сиктән тыш арыған, асыҡҡан булыуын да онотоп, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй, һикереп торҙо һәм, ҡанланып бөткән ялан аяҡтарын ҡушлатып баҫып, хәрби кешеләрсә честь бирҙе. 3. Биишева.
ЧЕСУЧА [ҡыт.] (Р.: чесуча; И.: tussore; Т: tüsor) и. туҡ.
Ебәк туҡыма. □ Чесуча. / Чесучовый. Че-сучанан йәйге кулдәк тектереу.
ЧЕХ (Р: чех; И.: Czeck; T.: Çek) и. этн.
Чех (Чехия) Республикаһының төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (славян телдәренең береһендә һөйләшә). □ Чех. / Чешский. Чех кейеме. Чех ир-аты. Чех телен өйрәнеу.
740