Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 741


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

чиновник
ЧЕХОЛ [рус.] (Р.: чехол; И.: cover, case; T.: gılaf) и.
Ниндәйҙер әйбергә кейҙереп ҡуйыу өсөн тегелгән көп. □ Чехол. / Чехольный. Чехол туҡымаһы. ■ Стародубов шинель төймәләрен ысҡындырып ебәрҙе, буркен ап-аҡ чехол кейҙерелгән диванға ырғытты ла өҫтәл артына барып ултырҙы, артына ҡайҡайҙы. Н. Мусин. Диван, ултырғыстарҙың бөтә-һенәлә аҡ чехол кейҙерелгән. 3. Биишева.
ЧЕХОСЛОВАК (чехословагы) (Р: чехословацкий; И.: czeckoslovak; T.: Çekoslovak) с. иҫк.
Чехословакия Республикаһына мөнәсәбәтле. □ Чехословацкий. Чехословак кронаһы.
ЧЕХСА (Р: по-чешски; И.: in Czeck; T.: Çekçe) р.
Чех телендә; чехтар кеүек, чех халҡына хас. □ По-чешски. Чехса уҡыу. Чехса йырлау. Чехса белеу.
ЧЕЧЕН (Р: чеченец; И.: Chechen; Т.: Çeçen) и. этн.
Чечен Республикаһының төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (иберий-кавказ телдәренең береһендә һөйләшә). □ Чеченец. / Чеченский. Чечен егете. Чечен халҡына оҡшау. Чечен телен тикшереу. ■ Мәҙинәнең егете өс йыл бер чечен ауылында әсирлектә ҡоллоҡта тотолоп ҡайтҡан, баш ҡалала милицияла хеҙмәт итеуен дауам итә икән. Г. Яҡупова.
ЧЕЧЕНСА(Р. : по-чеченски; И.: in Chechen; T.: Çeçence)/?.
Чечен телендә; чечен халҡына хас. □ По-чеченски. Чеченса һөйләу.
ЧЕЧЁТКА [рус.] (Р: чечётка; И.: tap-dance; T.: tap dansı) и.
Ритмлы бейеү төрө. □ Чечётка. Чечётка бейергә өйрәнеу. Чечётка башҡарыу.
ЧИЗБУРГЕР [ингл. cheese ‘сыр’ + hamburger ‘бифштекс’] (Р.: чизбургер; И.: cheeseburgher; T.: peynirli köfte) и.
Булканы уртаға ярып, уртаһына соус, сыр киҫәге ҡыҫтырып әҙерләнгән ашамлыҡ. □ Чизбургер. Чизбургер, чипсы менән туҡланыу урынына йәшелсә, майһыҙ ит киҫәге һалып ризыҡ әҙерләргә кәрәк.
ЧИЛИ I (Р: чилийцы; И.: the Chileans; T.: Şilili) и. этн.
Чили Республикаһының төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе. □ Чилийцы. / Чилийский. Чили ҡатын-ҡыҙы.
ЧИЛИ II [ацтек телдәренән chilli} (Р: чили; И.: chile pepper; T.: kırmızı biber) u.
Ҡыҙыл әсе борос, аш-һыуға һала торған әсе тәмләткес. □ Чили (лат. Capsicum аппиит). Чили һалып ашау. Чили ҡушып бешереу. Чили әҙерләу.
ЧИН [рус.] и. ҡар. дәрәжә 1. Юғары чин. ■ Һалдаттар куберәк унтер-офицер Муса Мортазин тирәһендә өйөрөлһә, ротмистр Әмир Ҡарамыш эргәһенә башлыса ҡоролтайҙағы офицер чиндары йыйылды. Р. Байымов. Корпус командирының адъютанты, тотҡан вазифаһы буйынса Муса Мортазиндан байтаҡҡа тубән булһа ла, хәрби дәрәжәһе буйынса юғары - поручик чинында. Р. Солтангәрәев. Йәшлек дәуерен бер ниндәй ордендар ҙа, иң оло чиндар ҙа алмаштыра алмаясаҡ. Я. Хамматов.
ЧИНАР [фарс. jtia. ] (Р: платан; И.: plane (tree); T.: çınar) и. бот.
Йәшкелт һоро ҡайырлы, яҫы киртләс япраҡлы бик ҙур көньяҡ ағасы. □ Платан. / Платановый (лат. Platanus). Чинар япрағы. ■ Тирә-йундәге шыҡһыҙ тауҙар, ауылдың емерек йорттары, һырғый чинар ағастары, яуманың шәбәйеуенә йәки баҫыла төшөуенә ҡарап, бер томанһыу рәшәгә сорналып, куҙҙән юғала, бер тоноҡ шәулә булып һынлана. Ә. Хәкимов.
ЧИНАРА [фарс. jib. ] и. бот. ҡар. чинар. ■ Бөтә яҡта йәшел урмә уләндәр һәм чинара ағастары менән ҡапланған утә алмаҫлыҡ тауҙар. Ә. Вәли. Ҡарт чинара төбөндәге эскәмйәлә ғашиҡ парҙар ултырмай, сал сәсле олатайҙар гәп ҡормай. Г. Яҡупова.
ЧИНОВНИК (чиновнигы) [рус.] (Р: чиновник; И.: official, functionary; T.: memur) и. ҡар. түрә.
1. Дәүләт хеҙмәткәре. □ Чиновник. / Чиновнический, чиновничий. ■ Ҡәнзәфәрҙе, һис кисекмәҫтән, ҡул-аяҡтарына бығау, муйынына ҡалып һалып, бына ошонда килтерегеҙ! - тип аҡырҙы ниндәйҙер чиновник. М. Ғиләжев. Поручик яҙған рапорт, хужаһынан айырылып, уҙ аллы йәшәй башлаған ҡағыҙ,
741