Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 742


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

чиновниклыҡ
Өфө провинция канцелярияһында ҙур ныҡышмалылыҡ менән бүлмәнән бүлмәгә, чиновниктан чиновникҡа йөрөүен дауам итте. Б. Рафиҡов. Күп осраҡта күп нәмә урталыҡтағы ваҡ чиновниктарҙан тора. «Киске Өфө», № 22, 2009.
2. күсм. Эшен формаль һүҙҙә генә үтәгән етәксе. □ Чиновник, формалист. Чиновник вәғәҙәләре.
ЧИНОВНИКЛЫҠ (чиновниклығы) (Р.: чиновничество; И.: officials; T.: memurluk) и.
1. Чиновник (1) булыу хәле. □ Чиновничество./Чиновничий, чиновнический. Чи-новниклыҡты билдәләү. Чиновниклыҡ эше. Чиновниклыҡ тәртиптәре.
2. Хеҙмәт вазифаһын, асылына төшөнмәй, формаль рәүештә генә башҡарыу хәле; бюрократлыҡ. □ Чиновничество, бюрократизм. Чиновниклыҡ менән булыу. Чиновниклыҡ ҡалдыҡтары.
ЧИНОВНИКТАРСА (Р: по-чиновничьи; И.: officials-like; T.: memurlara ait) р.
Чиновник кеүек, чиновниктарға хас. □ По-чиновничьи, как чиновник. Чиновниктарға ҡыланыу. Үҙен чиновниктарға тота. ■ Ҡайһы берәүҙәр уҡыусы менән һөйләшә лә белмәйҙәр, йә уларға ҡарата чиновниктарса артыҡ тупаҫлыҡ күрһәтәләр, йәки кәрәгенән артыҡ «дуҫ» булып, папирос тәҡдим итеүгә тиклем барып етәләр. С. Агиш.
ЧИП (чибы) [ингл. chip ‘ярсыҡ, фишка’] (Р: чип; И.: chip; T.: çip) и. инф.
Иҫәпләү системаһында ҡулланыла торған кристалға төшөрөлгән модуль йәки микросхема. □ Чип. Яңы системала үҙенең берҙәм чип картаһы буласаҡ.
ЧИПСЫ [ингл. chips] (Р: чипсы; И.: chips; T.: çips) и.
Майҙа ҡыҙҙырылған кетерләп торған йоҡа картуф телемдәре. □ Чипсы. Чипсы тәмле булһа ла, күптәр уның зыянлы ризыҡ икәнен белмәй.
ЧИСЛЕННИК (численнигы) [рус ] (Р: численник; И.: calendar; T.: takvim) и. һөйл. ҡар. йыртма календарь.
Биттәре йыртып алына торған календарь. □ Численник, отрывной календарь. Численник һатып алыу. 2017 йылғы численник.
ЧИХИРЬ (Р: чихирь; И.: kind of moonshine; T.: çihir) и.
Өй шарттарында әҙерләнгән, әсеп етмәгән шарап. □ Чихирь. Чихирь әҙерләү. Чихирь тәме.
ЧУКОТ (Р: чукча; И.: Chukchi; T: Çukçiler) и. этн.
Чукот автономиялы округының төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (палеоазиат телдәренең береһендә һөйләшә). □ Чукча. / Чукотский. Чукот халыҡ бейеүе. Чукот егете. Чукот ғаиләһе.
ЧУКОТСА (Р: по-чукотски; И.: in Chukchi; T.: Çukçilerce)/?.
Чукот халҡына хас. □ По-чукотски. Чу-котса һөйләшеү.
ЧУКЧАи . этн. ҡар. чукот. ■ Бер чукчалар тураһында ғына күпме кино бар. «Ағиҙел», №1,2013.
ЧУМ [коми] (Р: чум; И.: kind of Northern hut; T.: çadır) и.
Төньяҡ Себерҙә йәшәгән халыҡтарҙың торлаҡ ҡыуышы. □ Чум. Чумда йәшәү.
ЧУМА [рус.] (Р: чума; И.: plague; T.: veba) и. ҡар. тағун.
Малды, кешене күпләп ҡырған йоғошло ауырыу. □ Чума. ■ Чума - күберәк үлем менән тамамланыусы ҡурҡыныс йоғошло сир. «Киске Өфө», № 33,2009.
ЧУХОН (Р: чухонец; И.: Finn; T.: Finli) и. иҫк. этн.
Петербург тирәһендә йәшәгән финдарҙың һәм эстондарҙың элекке атамаһы. □ Чухонец./ Чухонский. Чухондарҙың тарихын өйрәнеү.
ЧӘҺӘРЙӘР [фарс. jb I (Р: четыре последователя пророка Мухаммеда; И.: prophet close to Mohammed; T.: Çaharyar) и. дини.
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең иң яҡын дүрт юлдашы (Әбүбәкер, Ғүмәр, Ғосман, Ғәли). □ Четыре последователя пророка Мухаммеда. S Шунан, пәйғәмбәр үлгәс, чәһәрйәрҙәр: «Был Ҡөрьән онотолоп бөтөр, бер ергә яҙып ҡуйырға кәрәк», - тип үҙ-ара кәңәш ҡорғандар, ти. С. Агиш.
742