Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 743


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАБЛОН
Ш
Ш [ша] (Р.: тридцать четвёртая буква башкирского алфавита; И.: the thirtyfourth letter of the Bashkir ABC; T.: Başkurt alfabesinin otuz dördüncü harfi)
Башҡорт алфавитының утыҙ дүртенсе хәрефе, ышҡыулы, тел алды, алғы аңҡау, һаңғырау тартынҡы [ш] өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф - Ш, бәләкәй - ш формаһында яҙыла. □ Тридцать четвёртая буква башкирского алфавита. Ш-ға башланған һуҙҙәрҙе яҙып сығыу.
ШАБА (Р.: близорукий; И.: short-sighted; T: uzakgörmez) с. диал. ҡар. күрәш.
Алыҫтан күрмәй, яҡындан ғына күреүгә һәләтле. □ Близорукий. Шаба бала. Шаба-ны дауалау. Шабаны тикшертеу.
ШАБАҒАС и. диал. ҡар. шыбағас. Шаба-ғас һабы. Шабағас туҡмағы. Шабағас һуғыу.
ШАБАЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ғәйнә ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени гайна. Шабай ҡыҙына өйләнеу.
ШАБАЛАI и. диал.
1. ҡар. һоҫҡо 1. Тимер шабала. Шабала менән көл алыу. Шабала эшләу.
2. Тишекле сүмес; һөҙгөс. □ Шумовка, дуршлаг. Ҙур шабала. Шабала менән һөҙөу.
ШАБАЛА II (Р: лопатка; И.: trowel; Т: küçük kürek) и. диал.
1. Төрәнде йәбешкән тупраҡтан таҙартыу өсөн ҡулланылған ялпаҡ башлы ҡырғыс; ҡарлау. □ Лопатка, лопаточка (для очистки лемеха плуга). Шабала менән ҡырыу.
2. Һабандың ҙур төрәне алдына ҡуйыла торған бәләкәй төрән (кәҫтең ҡыртышын һыҙырып бара)\ алтөрән. П Предплужник. һабанға шабала ҡуйыу.
ШАБАШ I [рус.] (Р: шабаш; И.: knocking-off time; T: işin sonu) и.
Эштең тамамланыуы. □ Шабаш. Шабаш иғлан итеу.
ШАБАШ II [рус.] (Р: всё; И.: that'll do; T: vesselam) ымл.
‘Етте’, ‘бөттө’, ‘булды’, ‘вәссәләм’ тигән мәғәнәлә. □ Всё, конец всему; баста! ■ [Мәхупьямал улының улгәненә] ышанмай и шабаш. Ш. Бикҡол. Тотоп булмай ҙа ҡуя бит яуызды [фашисты], шабаш. И. Ғиззәтуллин. [Кашапов - эшселәр тураһында:] Еренә еткереп эшләргә теләмәйҙәр, шабаш. Яр. Вәлиев.
ШАБАШНИК (шабашнигы) [рус.] и. һөйл. ҡар. шабашсы. ■ Ысын шабашник барыһын да эшләй белергә тейеш. И. Нурғәлиев.
ШАБАШСЫ (Р: шабашник; И.: sort of seasonal .worker; T: sezonluk işçi) и. һөйл.
Йорт һалыу, мейес сығарыу, хужалыҡ эштәрен төҙәтеү кеүек эштәрҙе айырым кешеләргә йәки ойошмаларға ялланып эшләп йөрөгән кеше. □ Шабашник. Шабашсы булыу. Шабашсылар йыйылған. Шабашсынан мейес һалдырыу.
ШАБДАР (Р: шабдар; И.: clover species; T: İran üçgülü) и. ҡар. иран туҡранбашы.
Ҡәнәфер сәскәһе төҫлө, сәскәләре баллы ҡыҫҡа һабаҡлы бер йыллыҡ үҫемлек. □ Шабдар, клевер персидский (лат. Trifolium resupinatum). Шабдар йыйыу. Шабдар менән төнәтмә яһау. Шабдар - файҙалы улән.
ШАБЕР [нем. schaben ‘ҡырыу’] (Р: шабер; И.: scraper; T.: kazıyıcı) и. тех.
Металдың, ағастың йөҙөн тигеҙләү, таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән ҡырҡыусы ҡырҙары ныҡ үткерләнгән стержень. □ Шабер. Механик шабер. Яҫы шабер. Ҡул шаберы. Өс ҡырлы шабер.
ШАБЛОН [нем. Schablone] (Р: шаблон; И.: template, pattern; T.: kalıp) и. ҡар. өлгө.
1. Бер үк төрлө нәмәне күпләп эшләү өсөн ҡулланылған үрнәк; ҡалып. □ Шаблон. Шаблон буйынса эшләу. ■ [Кәбир - Яновҡа:] Ерҙә хужа була белергә, уҙ аллы фекерләугә, шаблон менән уйламаҫҡа һәм шаблон менән эшләмәҫкә өйрәттеләр беҙҙе. Яр. Вәлиев.
2. кусм. Үрнәк рәүешендә ҡулланылып, тапалып бөткән берәй төр алым, күренеш;
743