Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 745


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАҒЫР
ШАҒИР [ғәр. joL2i] (Р.: поэт; И.: poet; Т.: şair) и.
Шиғыр яҙған кеше. □ Поэт. Талантлы шағир. Тәжрибәле шағир. Шағир егет. В Назар Нәжми - башҡорт шиғриәтендә иң алғы сафтарҙың береһен биләп торған шағир. Н. Мусин. Тәҙрәнән тышҡа һирпелеп ҡараны ла шағир урамдан яй ғына утеп барған дөйә каруанына иғтибар итте. Ә. Хәкимов.
ШАҒИРАНӘ I [ғәр. JC,L^ + фарс. <з1] (Р.: поэтично; И.: in a poetic way; T.: şairane) р.
1. Күңелгә хуш килерлек итеп. □ Поэтично. ■ Болондоң төрлө ерҙәрендә ултырған өйөм-өйөм талдар, айырым шағиранә булып, болондо биҙәкләп торалар. М. Ғафури.
2. Шағирҙарға хас итеп. □ Поэтически, подобно поэту. Шағирана итеп хат яҙыу. Шағиранә һөйләу. Шағиранә тасуирлау.
ШАҒИРАНӘ II [ғәр. + фарс. Күңелде елкендерерлек; юғары. □ Поэтический; возвышенный. Шағиранә матурлыҡ. Шағиранә киңлек. Шағиранә рәхәтлек. Шағиранә образ.
ШАҒИРҘАРСА (Р: поэтически; И.: poetically; T.: şairane) р.
Шағирҙарға хас итеп. □ Поэтически, как поэт, подобно поэту. Шағирҙарса әйтеу. ■ [Гәуһәр:] Шағирҙарса әйтһәк, куңелем аяҙайып, ҡояшланып ҡалды. С. Поварисов.
ШАҒИР-ИМПРОВИЗАТОР [ғәр. jcUi + рус. импровизатор] (Р: поэт-импровиза-тор; И.: improvisator-poet; T.: tuluatçı) и.
Импровизаторлыҡ һәләте булған шағир. □ Поэт-импровизатор. ■ Мөхәммәтсәлим әйтмешләй, мәшһур шағир-импровизатор, ғәҙеллек, ирек өсөн көрәшеусе Салауат батырҙан аҙаҡ Мифтахетдин Аҡмулла, ысынлап та, - башҡорттарҙың беренсе оло, данлыҡлы шағиры. Я. Хамматов. Башҡортостан вәкилдәре Рогервик ҡәлғәһенә аяҡ баҫҡан, Юлай Аҙналиндар булған урындарҙы ҡараған, шағир-импровизатор һәм юлбашсы Салауаттың һәйкәленә сәскәләр һалған. «Йәшлек», 27 май 2010.
ШАҒИРЛЫҠ (шағирлығы) (Р: дарование поэта; И.: poet’s calling; T.: şairlik) и.
1. Шиғыр яҙыуға, поэзияға булған һәләт.
□ Дарование, талант, способность, призвание поэта. ■ [Айнур - Хаҡбирҙин тураһында:] Етмәһә, әҙәби ижадта аҡтан ҡараны айыра белмәгән көйө, шағирлығымдан көлөп маташа. Н. Мусин. [Мөхәммәтсәлим] барлыҡ шағирлыҡ һәм сәсәнлек һәләтлеген һалып, әйтештә аҡыллы алышты. Я. Хамматов. Шағирлыҡ бәғзе берәугә куберәк, һирәктәргә хатта артығы менән буләк ителһә, икен-селәребеҙгә самалыраҡ бирелгән. «Киске Өфө», № 29, 2009.
2. Шағир эшмәкәрлеге, эше. □ Стихотворство, деятельность, занятие поэта. ■ [Нарморат - Һабрауға:] Хатта шағирлығыңды ситкә ҡуйып, дәуләт эшенә бил быуғанһың, был донъяла бәндә уҙ мәйелендә генә йәшәй алмайҙыр, курәһең. Ә. Хәкимов.
ШАҒИРӘ [ғәр. j£-L2>] (Р: поэтесса; И.: poetess; T.: şaire) и.
Шиғыр яҙған ҡатын-ҡыҙ, ҡатын-ҡыҙ шағир.
□ Поэтесса. Шағирә көндәлеге. Шағирә булыу. ■ Кисә Рәбиға исемле боронғо мосолман шағирәһе тураһында һөйләнеләр. «Ағиҙел», № 1, 2013. Билдәле шағирә Гөлназ Ҡотоева менән Рита Фәтҡуллинаның кәңәштәрен тыңлау ҙа купте бирҙе йәш ҡәләм тибрә-теуселәргә. «Йәшлек», 13 апрель 2010.
ШАҒМАН (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн. ҡар. шаҡман.
Тамъян ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени тамьян. Шағман-дар - көслө халыҡ.
ШАҒЫР I (Р.: белёсый; И.: whitish; T.: akçıl) c.
1. Ерлегендә аҡ төҫ күп булған. □ Белёсый. Шағыр яулыҡ буләк итеу. Шағыр кулдәк тектереу. Шағыр болот.
2. Ағы ҙур (куҙгә ҡарата). □ С большими белками (о глазах). ■ Ишектән бурһыҡ битле, шағыр зәңгәр куҙле, шешмәк ҡабаҡлы кеше инде. Т. Ғарипова. Мырҙаш - бөкрөрәк айыу кәуҙәле, шаҙра табаҡ битле, кәгез танаулы, шағыр куҙле кеше. Д. Юлтый. Ҡапыл
745