Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 746


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАҒЫР
шағыр куҙ Нуждинды хәтерләуҙән ҡото осоп, ул [Мәҙинә] бер мәлгә генә йылан арбағандай ҡатып ҡалды. Ә. Хәкимов.
3. диал. Ваҡ-ваҡ ҡына уйымлы; шаҙра, быжырмаҡ. □ Рябой, щербатый. Шағыр бит. Шағыр йөҙлө. Шағыр ир.
4. диал. Өлгөрмәгән, сей. □ Неспелый. Шағыр ҡарағат. Шағыр еләк оҙаҡ кибә. Шағыр ҡурай еләге.
5. диал. Төрлө төҫтәге. □ Разноцветный. Шағыр яулыҡ. Шағыр тауар. Шағыр кулдәк.
ШАҒЫР II (Р: подражание скрипу; И.: squeak; T: gıcır) оҡш.
Ҡаты нәмәләр ышҡылғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание скрипу (двери, телеги, снега под ногами). Шағыр итеу. Ишек шағыр итеп асылып китте.
ШАҒЫР III (Р: бельмо; И.: wall-eye; T: akçıl gözbebeği) и. диал. ҡар. аҡ V.
Күҙ мөгәсенә төшкән тап. □ Бельмо. Ҡуҙҙең шағырын дауалау. Куҙгә шағыр һалыу.
ШАҒЫР IV (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъян ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени тамьян. Шағырҙар йыр-бейеугә оҫталар.
ШАҒЫРАЙЫУ (шағырай-, шағырая) (Р: чётко виднеться; И.: stand out clearly; T: belirmek) ҡ.
Ниндәйҙер ерлектә асыҡ булып айырылып тороу, ярылып ятыу. □ Чётко виднеться, вырисовываться; бросаться в глаза. Шағырайып куренеп тора. ■ [Рахмай менән Булат:] Аҡ сепрәкте ҡара еп менән тегеп тә ҡуйҙыҡ, .. һул яғын өйләндергәс, ҡара еп улай уҡ шағырайып куренеп торманы. К. Кинйәбулатова.
ШАҒЫРАҠ (шағырағы) (Р: посиделки;
И.: get-together; T: parti) и. диал. ҡар. аулаҡ II.
Буш өйҙә йыйылып үткәрелгән йәштәр кисәһе. □ Посиделки, вечеринка. Шағыраҡҡа йыйылыу. Шағыраҡҡа барыу. Шағыраҡҡа саҡырыу.
ШАҒЫРБАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of
a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени бурзян. Шағырбай аймағынан булыу.
ШАҒЫРЛАТЫУ (шағырлат-) (Р: вызывать скрип; И.: cause squeaking; T: gıcırdatmak) ҡ.
Шағыр-шоғор иттереү, шағыр-шоғор килтереү. □ Вызывать скрип, скрипеть чем. Ҡапҡаны ел шағырлата. Ҡарҙы шағырлатып атлау. ■ Төрмә ишеге шағырлап асылғас, надзиратель бисә, тағы бер халыҡ дошманы, тип, елкәмдән төртөп эскә индерҙе лә, йәнә шағырлатып ишекте япты. Т. Сәғитов.
ШАҒЫРЛАУ (шағырла-) (Р: скрипеть; И.: squeak; T: gıcırdamak) ҡ.
Шағыр-шоғор тигән тауыш сығарыу, шағыр-шоғор килеү. □ Скрипеть. // Скрипение, скрип. К Тимер ишек шағырлап ябылды. Ж. Кейекбаев. Өй ишеге шағырлап асыла. Н. Мусин. Сиркәу ҡыңғырауҙарының өҙлөкһөҙ саң ҡағыуынан һәм трамвай тәгәрмәстәренең бер туҡтауһыҙ әсе шағырлауынан бындай тауыштарға кунеҡмәгән баш һиңкеп ауырта башлай. Д. Юлтый.
ШАҒЫР-ШОҒОР, шағыр ҙа шоғор (Р: подражание ритмичному скрипу; И.: sound imitating word; T: gıcır) оҡш.
Ҡат-ҡат шағыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание ритмичному скрипу (двери, телеги, снега под ногами). Шағыр-шоғор итеу. ■ Төш ауыуға урам ҡапҡаһы шағыр-шоғор асылып китте. 3. Биишева. Аяҡ аҫтында ҡырпаҡ ҡар ғына шағыр-шоғор шығырлай ине. Яр. Вәлиев. Шағыр-шоғор баҙ ауыҙы асылды. Р. Ғабдрахманов. Шул ваҡыт шағыр ҙа шоғор ер һелкетеп бер экскаватор урам буйлап килде лә райпоның ҡапҡа төбөнә туҡтаны. М. Тажи.
ШАДКӘМ [фарс. ________^ı| с. иҫк. ҡар.
шатлыҡлы I. Шадкәм булыу.
ШАДМАН [фарс. ь и ] с. иҫк. ҡар. шатлыҡлы I. ■ Борон бер Мәсем атлы хан булыпты, уҙе аҡыллы шадман йән булыпты. «Бабсаҡ менән Күсәк».
746