ШАҘРАЛЫ
ШАҘРА I (Р.: рябина; И.: pock-mark; Т.: çiçek izi) и.
1. Бит йәки тәндәге ваҡ ҡына уйымдар, быжырҙар (ғәҙәттә, сәсәк ауырыуынан була). □ Рябина; оспина, щербина (на лице). Я Шәм яҡтыһы уның битенә төшкән, халыҡҡа уның [Бикбулаттың] тыныс сырайы ғына тугел, ваҡ ҡына шаҙраһына тиклем куренә. С. Агиш. Уның [Гөлсөмдөң] шаҙралары тәрәнәйеп, ҡояш нуры төшкән кулде хәтерләткән йәшкелт куҙҙәре тоноҡланып китте. М. Садиҡова. • Шаҙра йөрәк яндыра. Әйтем.
2. Нимәнеңдер өҫтөндә хасил булған ваҡ ҡына уйынты, быжырмаҡ. □ Шершавость, шероховатость. Ҡар битенә шаҙралар яһалған.
3. Һыу өҫтөндәге ваҡ ҡына тулҡындарға ҡарата әйтелә; бөҙөр. □ Зыбь, рябь (на водной поверхности). Йылға өҫтөндәге шаҙралар.
4. миф. Шайтан тарафынан ебәрелгән ауырыу. □ Оспина (болезнь, насланная нечистой силой). Я Әуәле шаҙра булһа, кеше Сатра башына бер ҡарт кешене йөкләп менеп, шундағы шишмәлә битен йыуып, һыуҙан таш алып, ағасҡа бәйләп киткән. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ШАҘРА II (Р: рябой; И.: pock-marked; Т.: çopur yüzlü) с.
1. Битендә ваҡ ҡына уйымдары, быжырҙары булған. □ Рябой, щербатый. Шаҙра малай. ■ Шаҙра битле, маңлайынан сикәһенә тиклем яра эҙе ятҡан хәрби комиссар Сер-гейға иғтибар менән куҙ һалды. А. Абдуллин. Маһира, ҡыҙын һөйә-һөйә, шелтәле ҡарашын быяласының ағарып ҡатҡан шаҙра йөҙөнә төбәне лә ауыр көрһөндө. Р. Байбулатов. Цехта Салих эргәһенә шаҙра Колька Трещотка килде. X. Мохтар. Ҡәтфәр батша төҫкә-башҡа бик йәмһеҙ, ҡара, шаҙра кеше икән. «Йософ менән Зөләйха».
2. Шыма, тигеҙ булмаған; ҡытыршы. □ Негладкий, неровный, шероховатый. Шаҙра таш. Шаҙра кул.
ШАҘРА ИМЕ (Р: магический способ лечения рябого; И.: magical way of healing; T: bir tür büyü) и. миф.
Шаҙраны (I, 1) магик дауалау ысулы. □ Магический способ лечения рябого. Я Ағас
олонона битте ышҡып, тау башындағы шишмәлә битен йыуғандар, шаҙра имләйем, тип. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ШАҘРАЛАНЫУ (шаҙралан-) (Р: становиться рябым; И.: become pock-marked; T: çopur yüzlü olmak) ҡ.
1. Шаҙраға әйләнеү, шаҙра булыу. □ Становиться рябым, рябеть. Сәсәк ауырыуынан бит шаҙраланған.
2. Ҡытыршыға әйләнеү. □ Становиться неровным, шероховатым. Шаҙраланып бөткән таш. Я Башта сирҡаныуҙан тәндәребеҙ, ҡаҙ тиреһендәй шаҙраланып, кум-кук төҫкә керһә лә, бер аҙҙан кунегелде, балыҡ кеуек уйнап йөҙҙөк. Р. Ханнанов.
3. Ваҡ ҡына тулҡындар хасил булыу. □ Рябить, покрываться рябью (о поверхности воды). Я Кул өҫтө аҙ ғына көңгөртләнә, шаҙралана төштө. 3. Биишева. Көндөҙ бер аҙ ғына шаҙраланып торған диңгеҙ өҫтөнөң тулҡындары башта насар һөрөлгән ер кәҫтәре кеуек, унан һуң ҡалыная, бер-береһен ҡыуыша башланылар. А. Таһиров. Юлдар ҡарайҙы, ә йылғалар, шаҙраланып, ҡорос төҫөнә инде. А. Абдуллин.
ШАҘРАЛАТЫУ (шаҙралат-) (Р: делать рябым; И.: make pock-marked; T.: çopur yüzlü etmek) ҡ.
1. Шаҙраға әйләндереү, шаҙра итеү. □ Делать рябым. Сәсәк битте шаҙралатты.
2. Тулҡынландырыу, бөҙөрҙәр булдырыу.
□ Рябить, покрывать рябью (зыбью); делать неровным (поверхность воды). Я Была бер саҡ кул өҫтөн шаҙралатып ел йугереп утте. М. Кәрим. Һыу өҫтөн шаҙралатып иҫкән аҡрын ел йырҙы текә ярҙарға бәрә. Ә. Чаныш. Үтә куренмәле йылға өҫтөн киске ел шаҙралата. Ш. Янбаев.
ШАҘРАЛАУ (шаҙрала-) (Р: рябеть; И.: ripple; T: çopur yüzlü etmek) ҡ. һөйл.
1. Шаҙра булыу. □ Рябеть, стать рябым, щербатым. Сәсәк ауырыуы кешенең битен шаҙралай.
2. Тулҡынланыу, бөҙөрҙәр барлыҡҡа килеү.
□ Рябить, покрывать рябью, зыбью. Ел һыу өҫтөн шаҙраланы.
ШАҘРАЛЫ (Р: рябой; И.: pock-marked; T: çopur yüzlü) с.
747