Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 748


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАҘРАЛЫҠ
Шаҙраһы (I, 1) булған. □ Рябой, с рябинками; щербатый. Шаҙралы йөҙ.
ШАҘРАЛЫҠ (шаҙралығы) (Р.: рябова-тость; И.: state of being pock-marked; T.: çopur yüzlü olma durumu) u.
Шаҙра (I, 1) булған хәл. □ Рябоватость; свойство быть рябым. ■ Бик әҙ генә шаҙралыҡ бар, булһа булһын, зарар юҡ, кершән яҡһаң ипләберәк. Ш. Бабич.
ШАҘЫ и. диал. ҡар. шишмә. Шаҙынан һыу алыу. Шаҙы һыуы. Шаҙыны таҙартыу.
ШАҘЫР (Р: насквозь; И.: through; Т.: baştan başa) р. диал. ҡар. лыс.
Һығып алмалы; лысма. □ Насквозь, сплошь, полностью. Шаҙыр тир булыу.
ШАҘЫРТ (Р: распутица; И.: time of bad roads; T.: yolsuzluk) и. диал. ҡар. өҙәрем.
Ҡар һыуы төшкән мәл. □ Распутица. Яҙғы шаҙырт. Көҙгө шаҙырт.
ШАЖ (Р: подражание звуку шипения при попадании воды на раскалённый камень, металл; И.: sound imitating word; T.: cız) оҡш.
Ныҡ ҡыҙған тимергә, ташҡа шыйыҡ нәмә ҡойолғанда; етеҙ хәрәкәт менән нимәнелер ҡырҡҡанда, ышҡығанда сыҡҡан йәки һ. б. шундай тауышты белдергән һүҙ; саж. □ Подражание звуку шипения при попадании воды на раскалённый камень, металл; звукам свиста, визга и т. д. Таба шаж итеп ҡалды.
ШАЖҒЫРЫУ (шажғыр-) (Р: шипеть; И.: hiss; T.: cızırdamak) ҡ.
Ныҡ итеп шажлау (1,2). □ Шипеть.//Шипение. Шажғырып самауыр ҡайнай. Шажғырып ҡайтып инеу. Шажғырып йылға таша.
ШАЖЛАТЫУ (шажлат-) (Р: вызывать шипение чего; И.: cause hissing; T.: cızırdatmak) ҡ.
1. Шаж-шож иттереү, шаж-шож килтереү; сажлатыу. □ Вызывать шипение чего. ■ [Сыуаҡай әбей] .. ауыҙ эсенән нимәләрҙер уҡый-уҡый, бер туҫтаҡ һалҡын һыуҙы Емештең тубәһе өҫтөндә әйләндерә-әйлән-дерә уға ирегән ҡурғашты шажлатып ҡойоп ебәрҙе. 3. Биишева. Әминә туралған йөрәк-бауырҙы усаҡ алдында ҡыҙып ултырған табаға шажлатып һалып ебәрҙе. Н. Мусин. Асыулы шофёр егет кабинаһынан атылып сыҡты ла тросты ысҡындырҙы, кире менеп ултырып шажлатып газ бирҙе. Ә. Әминев.
2. кусм. Хәл ҡылымдың -п формаһында ҡушма ҡылымдың беренсе компоненты булып, төп мәғәнәне көсәйтә. □ В форме деепричастия на -п обозначает ‘быстро, стремительно’. Шажлатып килеп етеу. ■ Биғәнәшкә мин [Амантаев] бик ғәйрәтләнеп килгәйнем, һаҙға батып ултырған йөктө шажлатып ҡына алып китермен кеуек ине. Р. Солтангәрәев. Бына былар [егет менән ҡыҙ] шажлатып ишек алдына килеп инә. Әкиәттән.
Ъ,кусм. һөйл. Ныҡ итеп һыҙыра һуғыу; һыҙыртыу. □ Хлестать, стегать. Сыбыртҡы менән шажлатыу.
ШАЖЛАУ (шажла-) (Р: шипеть; И.: hiss; T.: cızlamak) ҡ.
1. Шаж тигән тауыш сығарыу, шаж-шож килеү; сажлау. □ Шипеть, визжать, свистеть; бурлить (о реке, море). // Шипение. Самауыр шажлай. Саңғы шажлай. Табала май шажлай. М Геуләп, шажлап, ажғырып торған ялҡын эсенә атылып инеп китә торған батыр совет пожарниктары бик куп кешеләрҙе, балаларҙы ут эсенән йолҡоп алдылар. Ғ. Дәүләтшин. Хәсән тауынан төшөп, уйһыу уҙәктә шажлап ятҡан яҙғы һыуҙы ярҙырып уткәс, Сергей Йылайыр юлына килеп сыҡты. А. Абдуллин. Сана тимеренең һыуыҡҡа шажлауы Фатиманың эсен бошора, унһыҙ ҙа ауыр ҡайғыларын йәнә көсәйтә. Ж. Кейекбаев. Эскәрәк кергән һайын, тягачтар, лесовоздар геуләуе, бысҡылар шажлауы, балта сыңлау ы, һай-һаулап ат ҡыуған тауыштар асығыраҡ ишетелде. Т. Килмөхәмәтов.
2. Хәл ҡылымдың -п формаһында ҡушма ҡылымдың беренсе компоненты булып, төп мәғәнәне көсәйтә. □ В форме деепричастия на -п обозначает ‘быстро, стремительно’. ■ Ҡарсыҡтың ҡапҡаны уҙыу ы булды, Шәмсетдиндең шажлап ҡайтып кереуе булды. Р. Низамов.
3. кусм. һөйл. Ныҡ баҙлау, яныу. □ Сиять, светиться; блестеть, сверкать. ■ Дейеуҙең маңлайында шажлап торған бер куҙе бар, ти. Әкиәттән.
ШАЖ-ШОЖ, шаж да шож (Р: подражание звуку шипения при попадании воды на раскалённый камень, металл; И.: sound imitating word; T.: cız cız) оҡш.
748