Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 749


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАЙЛА
Ҡабат-ҡабат шаж иткән тауышты белдергән һүҙ; саж-сож. □ Подражание звуку шипения при попадании воды на раскалённый камень, металл; звукам свиста, визга. М Ләукәлә ах-ух килеп оло тушкәләй ятҡан берәуҙе шапылдығын сығарып сабалар, миндек, пар тауыштары шаж-шож килеп тора. Ғ. Хөсәйенов.
ШАЖЫЛДАТЫУ (шажылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. шажылдау, понуд. от шажылдау. Шажылдатып бәшмәк ҡыҙҙырыу. Шажылдатып балыҡ ҡурыу. ■ [Карт] ҡып-ҡыҙыл булып ҡыҙған ниндәйҙер тимерҙе әйләндереп-әйләндереп сукей, шажылдатып һыуға мансый ҙа тағы ҡыҙҙыра, тағы зыңҡытып тәпәләй. Ә. Хәкимов.
ШАЖЫЛДАУ (шажылда-) (Р.: шипеть; И.: hiss; T.: cızıldamak) ҡ.
Шаж-шож тигән тауыш сығарыу, шаж-шож килеү; сажылдау. □ Шипеть, визжать, свистеть. Шажылдап ҡайнап сыҡты.
ШАИҒ [ғәр. —£•] (Р: распространён-
ный; И.: widely known; T.: şayi) с. иҫк.
Таралған, киң билдәле. □ Распространённый, известный. Шаиғ ваҡиға. Шаиғ исем.
ШАИҒ БУЛЫУ (шаиғ бул-) (Р: быть распространённым; И.: be known; T: şayi olmak) ҡ. иҫк. ҡар. таралыу.
Кеше аша халыҡҡа ишетелеү, күптәргә билдәле булыу (һуҙ, хәбәр, яңылыҡ, исем һ. б. ҡарата). □ Быть распространённым, характерным для многих; быть известным (о вести, выражении и т. п.). Был яңылыҡ шаиғ булды. Хәбәр шаиғ булды. Исеме шаиғ булды.
ШАИҒ ИТЕҮ (шаиғ ит-) (Р: распространять; И.: dissiminate; T: şayi etmek) ҡ. иҫк. ҡар. таратыу.
һәр кемгә билдәле итеү. □ Распространять, делать известным. Халыҡҡа шаиғ итеу. Бар донъяға шаиғ итеу.
ШАЙ (Р: кажется; И.: as if; T.: galiba) мөн. диал. ҡар. буғай.
Фаразды белдерә. □ Кажется, по-видимому, как будто. Барған, шай. Алып ҡайтмаған, шай. ■ [19 йәшлек егет:] Инсаф, мин был мәхшәрҙең мәғәнәһен юғалта башланым, шай. Ф. Харрасов.
ШАЙБА [нем. Scheibe] (Р: шайба; И.: washer; T.: rondela) и.
1. тех. Гайка йәки шөрөп аҫтына һала торған ялпаҡ балдаҡ. □ Шайба. Тимер шайба. Гайка аҫтына резина шайба ҡуйып ҡалдырыу.
2. спорт. Ҙур булмаған ауыр резина яҫы дүңгәләк (хоккей уйындарының бер төрөндә ҡулланыла). □ Шайба. И Ихатала хоккей уйнап йөрөгәндә Артём һуҡҡан шайба тәҙрәгә барып тейә. Й. Мостафин. Шуныһы ғына хәтергә ныҡ һеңгән: беҙҙең [Йәғәфәрҙәрҙең] ишек алдында ҙур каток бар һәм тирә-яҡ урамдарҙың малайҙары ошонда йыйылалар ҙа, оло ғауға туҙҙырып, шайба һуғалар. Р. Солтангәрәев.
3. Хоккейҙа дәртләндереү һүҙе. □ Возглас хоккейных болельщиков, поощряющий игроков.
ШАЙБАЛЫ (Р: имеющий шайбу; И.: having a washer; T: rondelah) с.
1. Шайбаһы булған. □ Имеющий шайбу. Тимер шайбалы шөрөп.
2. спорт. Шайба менән уйнала торған. □ С шайбой. Шайбалы хоккей.
ШАЙБАНДАҠ с. диал. ҡар. шиҡанлаҡ.
Шайбандаҡ ҡыҙ.
ШАЙҘАУ (шайҙа-) (Р: готовить; И.: prepare; T.: hazırlamak) ҡ. диал. ҡар. әҙерләү.
Тотоноу, ҡулланыу өсөн бар итеү, әҙер итеү. □ Готовить, подготовить. Шайҙап бөтөу. Бесән шайҙау. Кышҡылыҡҡа утын шайҙау.
ШАЙКА [рус.] (Р: шайка; И.: gang; Т: şebeke) и.
Яуыз эш, енәйәт эшләү өсөн берләшкән төркөм; банда. □ Шайка. ■ Салаши һәм уның шайкаһы күптән Будапешттан ҡойроғон һыртына һалып, хәуефһеҙерәк урынға йәшенһә лә, мәғәнәһеҙ һәм маҡсатһыҙ ҡан ҡойоуҙы дауам итә. И. Абдуллин. Ысынлап та, был йылдарҙа Уралда юлбаҫарҙар шайкаһы булыуы тураһында куп хәбәр йөрөгән, һуҙ генә тугел, эш тә етерлек булған. 3. Биишева. Ауылдан уткән-барған бандит шайкалары Өмөтбайҙың тауыҡтарына тиклем ук талап киткәндәр. Ғ. Дәүләтшин.
ШАЙЛА (Р: слизь; И.: mucus; T: sümük) и. диал. ҡар. лайла.
749