Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 750


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАЙЛАНЫУ
Күп күҙәнәкле организмдарҙан бүленеп сыҡҡан, һуҙылып торған масса. □ Слизь. Шайлаға буялыу. ■ [Мулдаҡай:] Ауыҙыма тулған йылымыс шайланы төкөрһәм - ҡап-ҡара ҡан. Б. Бикбай.
ШАЙЛАНЫУ (шайлан-) (Р.: готовиться; И.: get prepared; T.: hazırlanmak) ҡ. диал. ҡар. әҙерләнеү.
Әҙерлек күреү. □ Готовиться, подготавливаться. Юлға шайланыу. Шайланып көтөу. Эшкә шайланыу.
ШАЙЛАУ (шайла-) (Р.: готовить; И.: get ready; T.: hazırlamak) ҡ. диал. ҡар. әҙерләү.
Әҙер хәлгә килтереү; әҙер итеү. □ Готовить, подготовить. ■ Урын ере шайлап, баштары мендәргә генә тейгәйне, иҙрәп йоҡлап та киттеләр. В. Нафиҡов.
ШАЙЛЫ (Р: очень хороший; И.: very nice; T.: çok iyi) с. диал. ҡар. яҡшы.
Бик шәп. □ Очень хороший. Шайлы егет. Шайлы ҡыҙ. • Бутҡаң булһа, майлы булһын, уланың булһа, шайлы булһын. Әйтем.
ШАЙМА-ШАЙ (Р: нагло; И.: brazenly; T.: küstahça)/?, диал. ҡар. оятһыҙ II.
Тартына, ояла белмәгән рәүештә. □ Нагло. Шайма-шай әйтешеу. Ололар менән шайма-шай һөйләшеу.
ШАЙТАН I [ғәр. Jkj .»] (Р.: чёрт; И.: deuce; T: şeytan) и.
1. миф. Төрлө сүрәткә инә алған мифик зат; ен. □ Чёрт, бес, дьявол. / Чёртов, чертовский, бесовский, дьявольский. ■ Саръян күңелһеҙләнде һәм: «Ҡулдан килмәҫтәй эшкә тотонорға шайтан ҡушҡандыр миңә», - тип уҙ-уҙен шелтәләне. Ә. Байрамов. Ҡарсыҡтары йәшендән һәм шайтандан, ҡарттары ҡара бесәйҙән ҡурҡа ине. Ә. Бикчәнтәев. Иркә бөгөн Заман менән дә, шайтандың уҙе менән дә бейергә әҙер ине. Ә. Вәли. Ашығыу - шайтан фиғеле, сабырлыҡ - Аллаһы Тәғәлә фиғеле, тип әйткәндәр ғалим-ғөләмәләр. М. Ғафури. • Йортһоҙ - йылан, ерһеҙ - шайтан. Мәҡәл. Тәнре ашын шайтан ҡыҙғанған. Мәҡәл. Яман ҡатын - шайтан ҡамсыһы. Әйтем. Өмөтһөҙ -шайтан. Әйтем.
2. әрл. Әрләгәндә, һуҡранғанда әйтелә. □ Чёрт, бес, дьявол. Ах, шайтан, оноттом. Айһай, шайтан!
3. кусм. Сос, мут кешегә һоҡланғанда әйтелә. □ Чёрт, бес, дьявол. М Шайтандар [ҡыҙҙар], ниндәй матурҙар, һөйкөмлөләр бит улар! Һын-килбәттәре, йөҙҙәре ҡойоп ҡуйған кеуек килешлеләр. Д. Юлтый. [Рәхимә -Булатҡа:] Ай-Һай, шайтан малай, йығаһың бит, ҡана, туҡта! К. Кинйәбулатова.
♦ Шайтан алғыры әрләгәндә, әйтелә. □ соотв. Чёрт возьми! ■ [Иштуған:] Фу, шайтан алғыры! 3. Биишева. [Маметдин:] Шайтан алғыры, бында, Өфөлә, минең йомошто хәл итерлек бер генә кеше лә юҡмы ни? Ә. Бикчәнтәев. Шайтан аяғын (йәки ботон) һындырырлыҡ тәртипһеҙ, болалы урынға, йортҡа һ. б. ҡарата әйтелә. □ соотв. Сам чёрт ногу сломает; сам чёрт не разберёт. Шайтан белһен ‘билдәһеҙ’ тигән мәғәнәлә һанға һуҡмайыраҡ әйтелә. □ соотв. Чёрт его знает. ■ Ағзамскийҙың Надя исемен хәтерләу менән, уҙенең ҡалала ҡалған Ҡорбанбикәһен тағы ла, шайтан белһен, ҡырҡынсы тапҡырмы, иҫкә төшөрҙө [Сәлих]. С. Агиш. Шайтан ботағы артыҡ шаян, шуҡ баланы орошоу, әрләү һүҙе. □ Пострел, проказник, шалун. Шайтан йөрөтөү кеше араһын боҙоу, хөсөт ебәреү. □ Пустить сплетню. Шайтан ҡолағы ишетмәһен ‘күҙ тейеп ҡуймаһын’ тигән мәғәнәлә әйтелә. □ соотв. Чтобы не сглазить. Шайтан ҡотортоу буталып яңылышлыҡ эшләү. □ соотв. Чёрт (бес) попутал. ■ Ворошилов иһә, ике арала һуғылып йөрөгәндән һуң, «шайтан ҡотортто» тип, тәубә иткән дә Хрущёв яғына сыға һалған. М. Кәрим. Хоҙайҙың ҡушыуы, әллә шайтандың ҡотортоуы буйынса, Рауза Мәҙинәнең олатаһы Сибәғәткә әурәп алды. Т. Ғарипова. Шайтан ояһы тәртип булмаған, болалы урынға ҡарата әйтелә. □ соотв. Чёртово логово (о беспорядке). Шайтан төкөргөрө! {йәки шайтан төкөрһөн!) насар, оҡшамаған һүҙ һөйләгән кешегә ҡарата асыу менән әйтелә. □ соотв. Типун тебе на язык. Шайтан төкөргән бик оятһыҙ, хаяһыҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Бесстыдный, бесстыжий, бессовестный. ■ Йәш ҡатындарҙың шайтан төкөргән телдәре ҡапыл бәйләнде. Яр. Вәлиев. Шайтан тубығынан бик күп (төрлө нәмә тураһында). □ Много, полным-полно, завались, навалом. Шайтан
750