Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 754


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАҠАЙ
һуҡмағы. □ Тропа (заячья, лисья и т. п.). Төлкө шағы. Ҡуян шағы буйлап барыу. Буре шағына төшөу.
ШАҠАЙ I (Р.: глупый; И.: silly, daft; T: bön) с. диал. ҡар. иҫәр I.
Аҡыл һәләте юҡ, аҡылы зәғиф. □ Ғлупый, придурковатый. / Глупец. М [Бәлхиә:] Беҙҙең ауылда Әбәт тигән шаҡайҙы беләм. Р. Камал. • Иләнмәгән, һуғылмаған, шаҡай, һиңә бер кулдәк. Әйтем.
ШАҠАЙ II (Р: февраль; И.: February; Т: Şubat) и. ҡар. февраль.
Календарь йылының икенсе айы. □ Февраль. Шаҡай айы. Шаҡай бураны. М Борон башҡорттар был айҙы [февралде] шаҡай тип атап йөрөткән. «Киске Өфө», № 5, 2010.
ШАҠАЙ III (Р: название одного их родовых подразделений башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени мин. Шаҡайҙар йыйынына барыу.
ШАҠАЙ IV (Р: альчик; И.: pastern; Т: aşık) и. диал. ҡар. ашыҡ 1,1.
Малдың бәкәл буйындағы ваҡ һөйәге. □ Альчик, бабка. Һыйыр шаҡайын йәрәхәтләгән.
ШАҠАЙ ҺӨЙӘГЕ (Р: надколенник; И.: knee сар; T: diz kapağı kemiği) и. диал. ҡар. тубыҡ ҡапҡасы.
Тубыҡ өҫтөндәге йомро һөйәк. □ Надколенник, надколенная чашечка. Шаҡай һөйәген сатнатыу. Шаҡай һөйәген рентген аша уткәреу.
ШАҠАЙЫУ (шаҡай-, шаҡая) (Р: твердеть; И.: harden; T: katılaşmak) ҡ. һөйл.
1. Туңыуҙан, артыҡ кибеүҙән һ. б. ҡаты хәлгә килеү, ныҡ ҡатыу. □ Твердеть, затвердевать, становиться твёрдым, жёстким. // Затвердевание. Шаҡайып ҡатып бөткән.
2. ҡар. шаҡ ҡатыу. Шаҡайып баҫып тороу.
ШАҠАЛАЙ (Р: мосол; И.: protruding bone; T: kol-bacak kemiği) и. диал.
Ҡул-аяҡтың сурайып сығып торған ҡаҡ һөйәге. □ Мосол. Аяҡ шаҡалайы.
ШАҠАЛАҠ (шаҡалағы) и. диал. ҡар. шайтан ашығы.
ШАҠАНТЫН (Р: определённое место; И.: definite place; T: karşı) и. диал. ҡар. тәңгәл.
Кемгәлер йәки нимәгәлер ҡаршы ятҡан урын, кемдеңдер йәки нимәнеңдер турыһы; тапҡыр. □ Определённое место. Шул шаҡан-тында китеп бара ине.
ШАҠАРМА (Р: плетёная изгородь; И.: wattle fencing; T: çubuklardan örülmüş çit) и. ҡар. текмә.
Ҡыуал, сыбыҡ шаҡарып яһалған кәртә. □ Плетёная изгородь. Шаҡарманы емереп инеу. ■ Ситән, шаҡармалар һутелә башлаған, ҡайһы бер ихаталар кәртәләуһеҙ, өй, һарай баштарының һаламы ҡарайып шиңгән, ҡарт буренең һырты кеуек булып ҡалған.
3. Ураҡсин.
ШАҠАРМА ҠАПҠА (Р: плетёная калитка; И.: wicker gate; T: çubuklardan örülmüş kapı) и.
Таҡта урынына ҡыуал шаҡарып яһалған ҡапҡа. □ Плетёная калитка, ворота. Шаҡарма ҡапҡа эшләу. Шаҡарма ҡапҡа аша утеу. Шаҡарма ҡапҡа емерелгән.
ШАҠАРМАЛАУ (шаҡармала-) (Р: делать плетёную изгородь; И.: make wicker fencing; T: çubuklardan örülmüş çit çekmek) ҡ.
1. Шаҡарма менән кәртәләү. □ Делать плетёную изгородь. Йорт тирәһен шаҡармалау. Шаҡармалап бөтөу. Шаҡармалай башлау.
2. Шаҡарып нығытып бәйләү. □ Крепко связать. Тау төшкәндә тәгәрмәсте шаҡармалау.
ШАҠАРЫЛЫУ (шаҡарыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. шаҡарыу 1-4. страд, от шаҡарыу 1-4. М [Маһиҙә] аяғына баҫҡан хәлдә лә, оҙаҡ йөрөй алмаҫ, һөйәктәре икенсе урындан шаҡарылып һыныуы, һаулығы тағы ла нығыраҡ ҡаҡшауы бар. Ә. Үтәбай.
2. Кирегә ҡарай боролоу, артҡа ҡайышыу; ҡайырылыу. □ Повернуться; откидываться назад. ■ Һарайғыр, ҡолаҡтарын ҡайсылап, ҡапыл урәпсене лә артҡа шаҡарылды. Т. Ғарипова.
ШАҠАРЫУ (шаҡар-) (Р: закручивать; И.: twist; T: çıkarmak) ҡ.
1. Аяҡ-ҡулды, башты көс менән артҡа тартыу; кирегә бороу, ҡайырыу. □ Закручивать, выворачивать, скручивать; прикручивать. Я Әхмәт-партизан, Урыҫ Атау, йәнә бер
754