ШАҠ ҠАТЫРЫУ
нисә комсомолец Өрәк менән Көсөктөң һәм йорт хужаһыныц ҡулдарын шаҡарып бәйләргә кереште. И. Ғиззәтуллин. Был ваҡытта инде полицейскийҙар Зенцовтың ҡулдарын шаҡарып бәйләп, ысҡынып китмәһен тигәндәй, тотоп торалар ине. В. Исхаҡов. Шунда уҡ бер нисә янычар Зухтың ҡоралдарын тартып алды, ҡулдарын артҡа шаҡарып бәйләне, муйынындағы элмәкте ысҡындырҙы. М. Кәрим.
2. Көс менән ҡутарыу, урынынан сығарыу; ҡайырыу. □ Выворачивать, выворотить; выставлять, вынимать что-л. М Пожарник Данило, бер нисә полицай һәм немец һалдаттары клубтың ҙур имән ишеген шаҡарып астылар. Ә. Байрамов.
3. кусм. Мул итеп умырып алыу. □ Отхватить, брать много. Икеләтә шаҡарып алыу. Хаҡты шаҡарып туләтеу.
4. Кирегә әйләндереп бөкләү, артҡа ҡайтарып бәйләү; сөйөү. □ Заворачивать. ■ Солан ишегенән Ишбикә әбейҙец кешмир яулығын артҡа шаҡарып бәйләгән башы куренде. 3. Ураҡсин. [Света]бысранып бөткән ҡулдары менән артҡа шаҡарып бәйләнгән яулығы аҫтынан туҙып сыҡҡан сәстәрен рәтләгән була. Ғ. Хисамов.
5. Ҡайыра тартып нығытыу, ҡуҙғал маҫ-лыҡ итеү. □ Крепко связать. ■ Нур бурә-нәлэргә шаҡарып бәйләнгән тимер көрәген сисә башланы. И. Абдуллин. Камил ағай тоҡтоң береһен шаҡарып бәйләп ҡуйҙы. Р. Байбулатов. Элекке шартлап ябылыусан артҡапҡа ла, һары селекте шаҡарып ургән бейек ситәндәр ҙә, тәҙрә алдында тәлгәштәрен ел тараған аҡ олонло ҡуш ҡайын да, урам яҡлап бейек имән ҡоймаларҙан шат ҡалҡынған шыма ҡарағас бағаналы таҡта ҡапҡа ла -береһе лә, береһе лә ҡалмаған. Й. Солтанов.
6. Аттың башын ҡайырып бороу. □ Осадить лошадь, принуждая поводом повернуть голову. ■ Роза бөтә көсө менән дилбегәне тарта, ауыҙлыҡ аттың ауыҙын шаҡарып, телен көрмәкләндерә. С. Агиш. Малайҙар йәнә йугерешеп эргәнән һәм арттан төштө, һыбайлылар иһә оло урам уртаһына аттарын шаҡарып тыя атлатып-һикерткеләп сыҡтылар ҙа еңелсә юртыуға кустеләр. Ғ. Хөсәйенов.
7. Нәҙек ағастарҙы өс буй кәртә аша үткәреп теҙеү, текмә тотоу. □ Огородить плетнём. Йортто уратып шаҡарма шаҡарыу. Йәш ағас шаҡарыуға килә.
8. Йүнәлеште үҙгәртеү, бороу. □ Заворачивать, поворачивать, сворачивать (в сторону). Һулға шаҡарыу.
9. кусм. Хәстәрләү, ҡайғыртыу. □ Заботиться, печься о ком, о чём. ■ [Вәлит] Фэйру зәне Фәһим менән башлы-куҙле итеу яғын шаҡара ине. И. Насыри.
♦ Ауыҙын шаҡарыу кәрәген биреү. □ Побить, проучить. ■ [Ҡолсобай:] Наҡышев-тың ауыҙын шаҡармаһам, исемем Ҡолсобай булмаҫ. Я. Хамматов. <Тәртәне> кирегә шаҡарыу кире уйлау, ҡайтауыллау. □ Передумать, изменить своё мнение. М Ҡаһымбай ағай, саҡ ҡына уныңса булманымы, тәртәһен кирегә шаҡарырға әҙер тора, - тип уйланы Буранбай. И. Ғиззәтуллин. <Тәртәне> үҙеңә шаҡарыу эште, һүҙҙе үҙ файҙаңа бороу. □ соотв. Тянуть одеяло на себя. ■ Тайба әкренләп тәртәне уҙ яғына шаҡара башлай: «Атайымдарға кусеп ҡайтайыҡ та ҡуяйыҡ», - ти. Б. Бикбай.
ШАҠБАҪАР (Р.: домкрат; И.: jack; Т.: kriko) и. диал.
Ауыр нәмәне аҫтан терәтеп күтәртә торған ҡорамал. □ Домкрат. Ҡул шаҡбаҫары. Шаҡбаҫар менән кутәреу. Гидравлик шаҡбаҫар.
ШАҠ ҠАТЫРҒЫС (Р.: ошеломляющий; И.: stunning; T.: akıl durdurucu) с.
Иҫ китерлек; аптырарлыҡ. □ Ошеломляющий, ошеломительный. Шаҡ ҡатырғыс хәбәр. ■ Шул көндәрҙә генә ҡалала икенсе бер провинциаль ҡаланан шаҡ ҡатырғыс ят исемле бер циркач килгәйне. А. Карнай. Әхмәтйәндең тормошондағы иң шаҡ ҡатырғыс ваҡиға Биксәнтәй вафатына йыл уткәс булғандыр. И. Ноғманов.
ШАҠ ҠАТЫРЛЫҠ с. ҡар. шаҡ ҡатырғыс. ■ Хәбәр, ысынлап та, шаҡ ҡатырлыҡ ине. М. Кәрим.
ШАҠ ҠАТЫРЫУ (шаҡ ҡатыр-) (Р: изумлять; И.: amaze; T.: hayrete düşürmek) ҡ.
Иҫте китереп аптыратыу. □ Изумлять, ошеломлять, поражать. М Ҡояштың яуабы Кәбирҙе шаҡ ҡатырҙы. Яр. Вәлиев.
755