ШАҠ ҠАТЫУ
Бөгөн Нурҙың кәйефе уғата шәп ине - ул бит кисә кис тәу тапҡыр уҙенең шиғырын ҡысҡырып уҡып, ат ҡуна килгән малайҙарҙы, малайҙарҙы ғына тугел, олораҡтарҙы ла шаҡ ҡатырҙы. И. Абдуллин. Физика кабинетынан әйберҙәр урланыуы хаҡындағы хәбәр уҡыусыларҙы шаҡ ҡатырҙы. Р. Байбулатов.
ШАҠ ҠАТЫУ (шаҡ ҡат-) (Р.: замирать; И.: be rooted to the spot; T: donakalmak) ҡ.
1. Һынды турайтып ҡатып ҡалыу. □ Замирать, застывать, остолбенеть, оцепенеть. // Оцепенение. ■ Башка берәу булһа, шаҡ ҡатыр йә төҫө ҡасыр ине, ә Азат Байғужиндыцхатта керпектәре лә һелкенмәне. Ә. Бикчәнтәев. Ғәләуетдин эре генә ҡиәфәт менән тартманы асып ебәрҙе һәм шаҡ ҡатып ҡалды. Р. Кинйәбаев.
2. кусм. Бик ныҡ аптырау; иҫ китеү. □ Крайне удивляться, изумляться, диву даваться; поразиться. // Изумление, крайнее удивление. ■ Өфөлә тимер юл станцияһындасы мөһабәт вокзалды, туғыҙар, ун алтышар ҡатлы йорттарҙы кургәс, Фазиланың ағаһы бөтөнләй шаҡ ҡатты. В. Исхаҡов. Айыу курә килеусе асығауыҙ малайҙар куҙҙәре дурт булып айыуға ҡарап шаҡ ҡатып ҡалғандар. Ж. Кейекбаев. Заманы шул, юҡҡа шаҡ ҡатма, ике илгә һаман бер ҡапҡа. М. Басыров.
Ш АҠ Л АУ (шаҡла-) (Р: протоптать тропу (о следах зверей)', И.: tread a path; T: patika açmak) ҡ. диал. ҡар. сарлау IL
Йөрөп һуҡмаҡ һалыу (төлкөгә, ҡуянға һ. б. ҡарата). □ Протоптать тропу (о следах зверей). Урманда төлкөләр шаҡлап бөткән.
ШАҠМА (Р: кольцо на ручке ножа; И.: ring; collar; T: balçak) и. диал.
Бысаҡ һабының төбөндәге тимер дүңгәләк. □ Кольцо на ручке ножа. Бысаҡтың шаҡмаһы һынған.
ШАҠМАҠ I (шаҡмағы) (Р: куб; И.: block; cube; T.: küp) и.
1. Тигеҙ алты яҡлы куб формаһындағы геометрик фигура. □ Куб, кубик. Шаҡмаҡтарҙы бер урынға ойоу. ■ Маргарита уҙенең бәләкәй генә өҫтәленә бөтә ҡабырғаларына һандар һуғылған шаҡмаҡтарҙы шылтыратып тукте. Р. Өмөтбаев.
2. Шундай формалағы һәр төрлө нәмә. □ Кусок. ■ Самосвалдың металл кузовына,
дөбөрләшеп, антрацит шаҡмаҡтары ҡойолдо. Ә. Байрамов. Усаҡ тирәһендә һауыт-һаба йыуышып йөрөгән Емеш, ҡатып өлгөргән йәймәләрҙән тигеҙ эре шаҡмаҡтар яһап, һалма ҡырҡырға кереште. 3. Биишева. Биш ҡаҙаҡ һыйышлы кескәй тоҡҡа тултырылған, һарғайып ҡатып бөткән шәкәр шаҡмаҡтары, ярты ҡаҙаҡ кипкән ҡурай еләге, ике таҡта мышар ҡағы һәм ярты бот самаһы арыш ярмаһынан башҡа нәмә табылманы. К. Мәргән.
3. Самауыр ҡайнатыу өсөн дүрткелләп ҡырҡылған ағас киҫәге. □ Чурка, чурбак.
■ [Фатима - Ғөбәйҙулласа:] Ишеткәс тә, шаҡмаҡ менән самауырымды ҡуйып киткәйнем. Р. Солтангәрәев.
4. Ниндәйҙер яҫылыҡтағы тура мөйөш; квадрат. □ Клетка, квадрат. М Аҡбур менән асфальт өҫтөнә шаҡмаҡтар һыҙғандар ҙа, уларҙың ситтәренә баҫмаҫҡа тырышып, һыңар аяҡлап һикерәләр. Р. Ханнанов.
5. Арҡыры-буй һыҙған шаҡмаҡлы таҡтала уйнай торған уйын; сатраш. □ Шахматы, шашки. Шаҡмаҡ таҡтаһы. Шаҡмаҡ уйыны. М Оҙаҡ та утмәне, уҙенең шаҡмаҡтарын, китаптарын тотоп, ап-аҡ һаҡаллы ҡарт Мөнәжжим шаһ ҡаршыһына килеп сәждә ҡылды. Б. Ишемғол.
6. диал. Һуғылған ҡалын шәл. □ Большая шаль (обычно в клетку). Шаҡмаҡ ябыныу.
ШАҠМАҠ II (Р: клетчатый; И.: сһеске; red; T: kareli) с.
1. Арҡыры-буй һыҙыҡтарҙан торған; шаҡмаҡлы. □ Клетчатый, в клетку. Шаҡмаҡ ашъяулыҡ. Шаҡмаҡ биҙәк. ■ Шаҡмаҡ кулдә ген, эшләпәһен кейгән килеш, кирза итектәре менән дөп-дөп баҫып, килеп керер кеуек тойолдо Таштимер. Д. Бүләков.
2. Шаҡмаҡ итеп киҫелгән. □ Пилёный, спрессованный (сахар); колотый; кусковой.
■ Тимер кружка эсенә ҙур шаҡмаҡ шәкәр һалып, еләк сәйе бирәләр. С. Агиш. Мәҙинә кеҫәһенән бер шаҡмаҡ шәкәр сығарҙы. Т. Ғарипова.
ШАҠМАҠ ИТ и. диал. ҡар. һум ит. Шаҡмаҡ ит киҫеп алыу.
ШАҠМАҠЛАНЫУ (шаҡмаҡлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. шаҡмаҡлау, страд, от шаҡмаҡлау. ■ Уның [Намдың] алдында һыу менән ҡапланған дурткел-дурткел булып
756