ШАҠТАЙ
ШАҠТАЙ (Р.: значительно; И.: considerably; T.: çok) р.
Арыу уҡ, күп кенә; байтаҡ, ярайһы ғына. □ Значительно, довольно, изрядно, очень. Я Йорт шаҡтай бейек ҡойма менән әйләндереп алынған. И. Абдуллин. Көнсығышта офоҡ ситендә болот бер aş кутәрелгәнлектән, шаҡтай яҡты булып киткәйне инде. Ә. Вәли. Шаҡтай торғандан һуң, больница ишегенә табан боролдо Гөлназ. Б. Ноғоманов.
ШАҠ ТАЯҠ (таяғы) (Р: чижик; И.: tipcat; T.: çocuklar oyunu) и. диал. ҡар. сүрәкә.
Балалар уйыны. □ Чижик (название детской игры). Шаҡ таяҡ уйнау. Шаҡ таяҡ уйыны. Шаҡ таяҡты икегә буленеп уйнайҙар.
ШАҠ ТИШЕК (тишеге) (Р: пещера; И.: cavern; T.: mağara) и. диал. ҡар. мәмерйә.
Ер аҫтында барлыҡҡа килгән ҡыуышлыҡ; тау тишеге. □ Пещера. Шаҡ тишек ауыҙы. Шаҡ тишеккә инеу.
ШАҠТОР-ШОҠТОР ымл. диал. ҡар. шатор-шотор. Шаҡтор-шоҡтор килеу. Шаҡтор-шоҡтор итеп ҡалыу.
ШАҠША I (Р: патронташ; И.: bandolier; T.: fişeklik) и. диал. ҡар. саҡса.
Патрон һауыты. □ Патронташ. / Патронташный. Шаҡша ҡайышы. Шаҡша тағып алыу.
ШАҠША II и. диал.
1. ҡар. шишмә. Шаҡша буйына барыу. Шаҡшаны таҙартыу. Шаҡшанан һыу алып ҡайтыу.
2. ҡар. һаҙмат. Шаҡшаға килеп сығыу.
ШАҠ-ШАҠАЛАЙ и. диал. ҡар. шап-шаҡыр.
ШАҠ-ШОҠ, шаҡ та шоҡ (Р: тук-тук; И.: rat-tat; tap!; T.: tak! tak!) оҡш.
Ҡабат-ҡабат шаҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Тук-тук (подражание резкому ритмичному удару, стуку твёрдых предметов). Шаҡ-шоҡ итеу. Я Тышта кисләтеп ҡупҡан бурандың ыжылдап олоғаны, ябылмай ҡалған тәҙрә ҡапҡасын йолҡҡолап шаҡ-шоҡ бәргеләгәне ишетелә. Д. Булатов. Вагон ҡалтырана, бәуелтә, келтерләй, суйын тәгәрмәстәр, туң рельстар ялғауында шаҡ-шоҡ килеп, Рәсәйҙең сикһеҙ киңлегендә саҡрымдар һанай. Т. Ғиниәтуллин. Ҡатын-
ҡыҙҙың ғәҙәттәгесә аһылдашыуы, ҡалаҡтарҙың һәм сәнскеләрҙең тәрилкә ситтәренә шаҡ-шоҡ ҡағылыуы ишетелде. Б. Рафиҡов. Атаһының шаҡ та шоҡ солоҡ соҡоуы, яратып әйткән яғымлы һуҙҙәре [Аманаттың] ҡолағына салынғандай булды. Р. Байымов.
ШАҠШЫ I (Р: грязный; И.: dirty, unclean; T.: çamurlu) с.
1. Таҙа түгел, бысраҡ; әшәке. □ Грязный, нечистый. Я [Йыһанур:] Нимә ҡарайҙар был һауынсылар, әллә уның ауылдаштары шулай ялҡау, шаҡшымы? Н. Ҡотдосов. Алама холоҡло, шаҡшы ҡатын бер ваҡытта ла яҡшы ҡыҙ, егәрле ир-егет тәрбиәләй алмайҙыр. И. Ноғманов.
2. кусм. Намыҫһыҙ, оятһыҙ; әшәке. □ Гадкий, подлый, презренный; низкий (о человеке). Я [Рабиға] шулай туған тупрағыбыҙҙы бысратып йөроусе бер нисә шаҡшы фрицты уҙ мылтығының мушкаһына ултыртып, йәһәннәмдең ишегенән индереп ебәргәс кенә, кире ҡайта. И. Ғиззәтуллин. Бер шаҡшы йәндән бер төндә ике рәт яман алданып ҡалған Шамун, куҙҙәрен уҫал секрәйтеп, бер аҙ уйланып торҙо. Д. Исламов. • Бер әҙәм бар - Алланан яҡшы, бер әҙәм бар - хайуандан шаҡшы. Әйтем.
ШАҠШЫ II (Р: поганец; И.: rascal; Т: pezevenk) и.
1. Намыҫһыҙ, оятһыҙ кеше. □ Поганец, мерзавец. Я Яҡшы булған ерҙә шаҡшы ла бар, шаҡшының һуң ниҙә ғилләһе? X. Назаров. • Бер яҡшыға - бер шаҡшы. Әйтем.
2. Әрләгәндә әйтелә. □ Подлая душа, мерзавец. Ух, шаҡшы!
ШАҠШЫ III (Р: погано; И.: rascally; Т: alçakça) р.
Оятһыҙ рәүештә. □ Погано, мерзко, гадко, скверно. Шаҡшы ҡыланыу.
ШАҠШЫЛАНЫУ (шаҡшылан-) (Р: грязниться; И.: become unclean; T.: pislenmek) ҡ.
Шаҡшыға (I, 1) әйләнеү, шаҡшы булыу, бысраныу. □ Грязниться; пачкаться. Шаҡшыланып бөтөу. Өҫ-башы шаҡшыланған. Шаҡшыланған кейемде йыуыу.
ШАҠШЫЛАУ (шаҡшыла-) (Р: загрязнить; И.: soil; T: pislemek) ҡ.
758