Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 759


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАҠЫЛДАУЫҠ
Шаҡшыға (1,1) әйләндереү, шаҡшы итеү. □ Загрязнить, пачкать; гадить. Тирә-яҡты шаҡшылап бөтөрөу.
ШАҠШЫЛЫҠ (шаҡшылығы) (Р.: пакость; И.: dirty trick; T.: pislik) и.
Әхлаҡ ҡағиҙәләренә һыймаған бысраҡ, насар эш, ҡылыҡ. □ Пакость, подлость; гадкий, скверный поступок. Шаҡшылыҡ ҡылыу. К Ун алтыһы тулыр-тулмаҫ донъя һуғышына киткән көндәрҙән бирле гел улемесле фажиғәләр уртаһында ҡайнап, тормоштоң яҡты яҡтарына ҡарағанда шаҡшылығын, ҡырағай тупаҫлығын нығыраҡ татып, куңеле ҡатҡан Нурислам аҙаҡ та яҡшылыҡҡа өмөт итмәй ине. Ә. Хәкимов.
ШАҠЫ и. диал. ҡар. шаҡы-шоҡо I. Шаҡы тейәу. Сумкаға шаҡы тултырыу. Шаҡы менән тулған.
ШАҠЫЙ I с. диал. ҡар. шағыр I, 2. Шаҡый куҙ.
ШАҠЫЙ II (Р.: глупый; И.: ninny; Т.: aptal) с. диал. ҡар. ахмаҡ.
Аҡылы кәм кеше; алйот, иҫәр. □ Глупый. Шаҡый малай.
ШАҠЫЙ-ШОҠАЙ и. диал. ҡар. шаҡы-шоҡо. Иҙәндә шаҡый-шоҡайҙар аунап ята. Шаҡый-шоҡай менән өй тулған. Шаҡый-шоҡай һатып алыу.
ШАҠЫЛДАҠ I (Р.: стучащий; И.: knocking; tapping; T.: tıklatma) с.
Шаҡылдап торған, шаҡылдаусан. □ Стучащий, колотящий. Шаҡылдаҡ нәмә.
ШАҠЫЛДАҠ II (шаҡылдағы) и. диал. ҡар. шатырлаҡ. ■ Урман кеше тауышы, ағас шаҡылдаҡтарҙың шатырлауы менән тулды. Ғ. Хисамов.
ШАҠЫЛДАҠ III (шаҡылдағы) (Р: каменка; И.: small bird species weat-ear; T.: bayağı kuyrukkakan) и. диал. ҡар. таштурғай.
Буҙ һыртлы, ҡара ҡанатлы турғай. □ Каменка (лат. Oenanthe oenanthe). Шаҡылдаҡ ояһы. Шаҡылдаҡ шаҡылдай. Шаҡылдаҡтар оса.
ШАҠЫЛДАҠ IV (Р: горластый; И.: loudmouth; T.: gürültülü) с. диал. ҡар. ларылдаҡ.
Ҡысҡырып һөйләшкән. □ Горластый, крикливый. Шаҡылдаҡ ҡыҙ.
ШАҠЫЛДАҠ ТАЯҠ (таяғы) (Р: название детской игры; И.: kind of childeren’s game; T.: çocuklar oyunu) и. этн.
Балалар уйыны (көтөусе таяҡ менән ағасҡа һуға, бутәндәре йәшенә; көтөусе эҙләгәндә, куренмәй генә йугереп килеп, унан алда шул уҡ ағасҡа һуғырға тырышалар; кем өлгөрмәй - шул көтөусе була). □ Название детской игры. Шаҡылдаҡ таяҡ уйнау. Шаҡылдаҡ таяҡ уйынының тәртибе.
ШАҠЫЛДАТЫУ (шаҡылдат ) (Р: сту чать чем, во что’, И.: pat, tap; T.: takırdamak) ҡ.
Шаҡ-шоҡ итеп һуғыу; ҡағыу. □ Стучать чем, во что, стучаться. // Стук. Шаҡылдатып инеу. ■ Кусер төшөп ҡапҡа шаҡылдата. С. Агиш. Яҡуп, өйгә еткәс, ишек шаҡылдатып, рөхсәт һорап торманы, ҡараңғы соланда һәрмәнеп, эскә утте. Б. Бикбай. Көтмәгәндә кемдеңдер ишек шаҡылдатыуы Пётр Филипповичты иҫтәлектәрҙән айнытты. Ә. Бикчәнтәев.
ШАҠЫЛДАУ (шаҡылда-) (Р: стучать; И.: knock; T.: takırdamak) ҡ.
1. Шаҡ-шоҡ итеү, шаҡ-шоҡ килеү. □ Стучать, производить шум, стук. // Стук.
■ Вагондар өҫтөнә ташланған таҡталар шаҡылдайҙар. С. Агиш. Тәҙрә форточкаһы шаҡылдап ябылды. Ә. Бикчәнтәев. Аяҡтары шаҡылдап, тояҡтары деңгелдәп, һыйыр, башмаҡ мөңгөрләп, йортоң баҫһын, киленсәк. Туй йырынан.
2. Хәл ҡылымдың -п формаһында ҡушма ҡылымдың беренсе компоненты булып, төп мәғәнәне көсәйтә. □ В форме деепричастия на -п выступает в значении наречия ‘сильно, крепко’. ■ Шаҡылдап туңған суғырмаҡ ер өҫтөнә лә боҙҙан уҡа ауҙар һуҙылған. 3. Биишева. Шаҡылдап ишек асылды, буҫаға аша, шпорҙарын сыңғылдатып, сандыр буйлы, туңәрәк битле, сөм ҡара куҙле лейтенант атланы. А. Мағазов. Йәме киткән һорғолт ер өҫтө шаҡылдап туңды, хатта йылға өҫтөндә быяла кеуек таҙа боҙ йәймәһе хасил булды. Н. Мусин.
ШАҠЫЛДАУЫҠ и. ҡар. шаҡылдаҡ II.
■ Бары тик Ғариф ҡарттың шаҡылдауығы менән эте генә, һирәк-һаяҡ уҙҙәре тураһында
759