ШАҠЫРЛАТЫУ
хәтерләтеп, тыныслыҡты боҙа. Д. Исламов. Яҡында ғына урам ҡарауылсыһының шаҡылдауығы тауышын ишеткәс, Әнүәр шунда ашыҡты. Ғ. Лоҡманов. Ҡаланың кибет, магазиндарын ҡараусылар шаҡыл-дауыҡтарын шаҡылдатырға тотондолар. А. Таһиров.
ШАҠЫРЛАТЫУ (шаҡырлат-) (Р.: трещать чем; И.: ratle; T: şakırdatmak) ҡ.
1. Шаҡыр-шоҡор иттереү, шаҡыр-шоҡор килтереү. □ Трещать чем. Бер туҡтауһыҙ шаҡырлатыу. Н [Шәриф] кеҫә төбөндә тумарлап йөрөп шымарған, ҡарайып ҡатҡан шәкәр ярсығын һиҙгер бәрхәт иренле ат ауыҙына ҡаптырҙы, тегеһе, башын сайҡап, шаҡырлатып сәйнәне. Й. Солтанов.
2. ҡар. шаҡрайтыу 2. Дилбегәне ике ҡулға шаҡырлатып урау.
ШАҠЫРЛАУ (шаҡырла-) (Р.: трещать; И.: rattle; crackle; T: şakırdamak) ҡ.
1. Шаҡыр-шоҡор итеү, шаҡыр-шоҡор килеү. □ Трещать. // Треск. Шаҡырлап тороу.
■ Кешеләрҙең, сарт-сорт янған ут тауышын, тимер-томор шаҡырлауын, моторҙар геүләүен еңергә тырышып, ҡысҡырып һөйләшкәне генә ишетелә. Й. Мостафин. Ишектең биге шаҡырлап, уның [Сажидәнең] уйҙарын бүлде. Н. Мусин.
2. Ныҡ итеп туңыу, йәбешеү. □ Замёрзнуть; заледенев, прилипнуть, пристать к чему-л. Шаҡырлап йәбешеп ҡалған. ■ Һ эр өйҙөң тәҙрәһе шаҡырлап туңған, урамда иһә тик ел генә һыҙғыра, буран ғына ҡотора. М. Ғиләжев.
ШАҠЫР-ШОҠОР, шаҡыр ҙа шоҡор (Р: подражание шуму, треску от трения твёрдых предметов; И.: onomatopoic word; T: şakır şukur) оҡш.
Ҡаты, ҡытыршы нәмә өҫтөндә шундай уҡ ҡаты нәмәне йөрөткәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шуму, треску от трения твёрдых предметов. Шаҡыр-шоҡор итеү. Шаҡыр ҙа шоҡор килеү.
■ Дуғаға беркетелгән еҙ ҡыңғырау сыңғыр-ҙаны, тәгәрмәстәр шаҡыр-шоҡор килде. Я. Хамматов.
ШАҠЫРЫН (Р: твёрдый; И.: hard; firm; T.: katı) с. диал. ҡар. ҡаты.
Билдәле бер кимәлдән ҡаты; ҡатҡан. □ Твёрдый, жёсткий. Шаҡырый кәнфит. Шаҡырый перәник. Шаҡырый икмәк.
ШАҠЫТЫУ (шаҡыт-) ҡ. йөкм. ҡар. шаҡыу, понуд. от шаҡыу. Ҡапҡа шаҡытыу.
ШАҠЫУ (шаҡы ) (Р: стучать чем, обо что; И.: knock; T.: şakırdamak) ҡ.
Шаҡ-шоҡ һуғыу; ҡағыу; шаҡылдатыу. □ Стучать чем, обо что, стучаться. // Стук. ■ Гөлкәй менән Мария парторгтың ишеген шаҡынылар. Ғ. Аллаяров. Помещик утарына килгән тәүге көндө Нурия күҙҙәрен дә йоморға өлгөрмәне, шикелле, кемдер тәҙрәне таяҡ менән шаҡып уятты. Ә. Байрамов. Өсөнсө февраль кисен Зәки Вәлиди үҙ бүлмәһендә яҙышып ултыра ине, ҡаты ғына ишек шаҡынылар. Р. Байымов.
ШАҠЫ-ШОҠО I (Р: всякая всячина; И.: odds and ends; T.: ıvır zıvır) и. йыйн.
Йыйын ваҡ-төйәк нәмә; ҡый-һай. □ Всякая всячина. Шаҡы-шоҡо йыйыу. ■ Морат фургон ишеген асып ҡараны ла танауын сирыштырып ебәрҙе - эсе бысраҡ, шаҡы-шоҡо аунап ята. Р. Солтангәрәев. Рияз сепрәк-сапраҡ һәм башҡа шаҡы-шоҡоно байтаҡ тултырғайны. Ғ. Хисамов.
ШАҠЫ-ШОҠО II оҡш. ҡар. шаҡыр-шоҡор. ■ Ул арала конвоирҙар, шаҡы-шоҡо килеп, вагон ишектәрен астылар. Ә. Байрамов.
ШАЛ I (Р: масляная краска; И.: oil colour; T.: yağlıboya) и. диал.
Майлы буяу. □ Масляная краска. Күк шал. Иҫкергән шал. ■ Ап-аҡ шалға буялған ҡуш ишектәрҙең береһен асып, ул [Зараев] Аҙнаевты киң күңелле хужаларса шунда саҡырҙы. Н. Мусин. [Әсмә:] Ингән һайын рәхмәт әйтәм әхирәтемә, ҡартәсәйемдең донъяһын хас уныңса итеп көтә, гөлдәрен ҡоротмай сәскә аттыра, бер ҡасан да шал йоғолмаған иҙәнен бысаҡ менән ҡырып йыуып, һап-һары итеп тота. Г. Яҡупова.
ШАЛ II и. диал. ҡар. шәл. Кәзә мамығынан шал бәйләү. Шал һатып алыу. Шал бәйләргә өйрәнеү.
ШАЛ III күрһ. а. диал. ҡар. шул 1. Шал бала. Шал егет ине.
ШАЛАЙ күрһ. а. диал. ҡар. шулай. Ша-лай йәшәйҙәр. Шалай көслө булды.
ШАЛАҠ (Р: безволосый; И.: hairless; T.: cavlak) с. һөйл. ҡар. пеләш.
760