Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 761


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАЛҠАН
Сәсе ҡойолған; ялтас. □ Безволосый, лысый. Шалаҡ тубә.
ШАЛАНДА [фр. chaland] (Р.: шаланда; И.: ligter; T.: duba) и.
Йөк тейәү, бушатыу, ҡом ташыу өсөн тәғәйенләнгән, һай урындарҙа туҡтай алған баржа. □ Шаланда. Шаландала йөҙөу. М Таганрог ҡултығында йыйылған транспорт караптарын, шаландаларҙы бомбаға тоторға бойоролғайны. А. Мағазов.
ШАЛАП (шал а бы) (Р: айран; И.: kind of national drink; T.: ayran) и. диал. ҡар. айран.
Ҡатыҡ йәки ҡоротто һыуға шыйыҡлап яһалған эсемлек. □ Айран. Шалап туҡыу. Шалап һыулау. Шалап яһау.
ШАЛАПАЙ [рус. шалопай] (Р: шалопай; И.: skiver; T.: haylaz) и. һөйл.
‘Елғыуар’, ‘йүнһеҙ’ тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Шалопай, шалопут. М [Зәмзәбикә:] Нисә баҡма, ҡыҙым эргәһендә ошо шалапайҙың телеграф бағанаһылай ҡиәфәте булыр. Д. Исламов. Тормошта ла, әллә нисә йыл эшләп тә, уҙ һәнәренең әһеле була алмаусы .. ахмаҡтар, бюрократтар, «мин-мин» тип боғаҙ киреп баҡырыусы шалапайҙар донъя тулы. С. Поварисов.
♦ Алапай менән шалапай гел бергә йөрөгән ике эшлекһеҙҙән көлөп әйтелә. □ Бездельники. Алапай менән шалапай булып йөрөу.
ШАЛАПАЙЛЫҠ (шал ап айлығы) (Р: шалопайство; И.: being an idler; T.: haylazlık) и.
Шалапай булыу хәле; йүнһеҙлек. □ Шалопайство. М [Рәҡиә] тик һаман шул әуәлге шалапайлығын ташламаған. И. Ғиззәтуллин.
ШАЛАПУТ I и. диал. ҡар. шырмый II. Шалапутҡа әйләнеу. Шалапуттар йыйылған. Шалапут хәбәре.
ШАЛАПУТ II (Р: неряха; И.: sloven; Т.: çapaçul) и. диал. ҡар. әрпеш.
Йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек етешмәгән, тейешле тәртипте һаҡламаған (кешегә ҡарата). □ Неряха. Шалапут инде бер.
ШАЛАУАЙ (Р: приветливый; И.: affable; T.: güleryüzlü) с. диал. ҡар. алсаҡ.
Асыҡ сырайлы, илгәҙәк, көләс. □ Приветливый, открытый. Шалауай ҡыҙ.
ШАЛАУАР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of
a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени юрматы. Ша-лауар аймағы егете.
ШАЛБАЙЫУ (шал б ай-, шал бая) к. диал. ҡар. шалпайыу. Салбары шалбайған.
ШАЛБЫҠ (Р: широкий; И.: loose, broad; T.: geniş) с. диал. ҡар. киң 2.
Иркен (кейемгә ҡарата). □ Широкий. Шалбыҡ кулдәк. Шалбыҡ салбар.
Ш АЛ БЫР (Р: мягкий; И.: weak; mild; T.: yumuşak huylu) с. кусм. диал. ҡар. йомшаҡ.
Кешегә ҡарата киҫкен, талапсан булмаған.
□ Мягкий. Шалбыр ир. Шалбыр булыу.
ШАЛҠАН (Р: репа; И.: turnip; T.: şalgam) и. бот.
1. Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ике йыллыҡ үҫемлек, йәшелсә. □ Репа. / Репный; реповый (лат. Brassica гара). Аңра шалҡан. Тиле шалҡан. Шалҡан орлоғо. И Гөлбикә апай баҡсаның арғы башына һәр йылды бик куп итеп кишер, шалҡан, сөгөлдөр, һуған сәсә. Р. Ғабдрахманов. • Егә белһәң, шайтан да ат була, уҫтерә белһәң, шалҡан да аш була. Әйтем.
2. Шул йәшелсәнең ашай торған аҡһыл һары төҫтәге тумалсаҡ тамыры. □ Репа. М Ә тәмдәре төрлө-төрлө: кишер менән шалҡан татлы, һуған менән торма әселәр. И. Ғиззәтуллин. Баҙарға килгән крәҫтиән-дәрҙең ҡайһыһы арыш, ҡайһыһы бойҙай, ҡайһыһы һоло, ҡайһыһы арпа, ҡайһыһы ҡарабойҙай, ҡайһыһы тары, ҡайһыһы ҡауын, ҡарбуз, ҡабаҡ, шалҡан, помидор, кишер, торма, сөгөлдөр, картуф, кәбеҫтә, он, тағы әллә нәмәләр, әллә нәмәләр килтергәндәр. Ғ. Дәүләтшин. Ашты эсеп бөткәс, Федора тары бутҡаһы ҡуйҙы, шуның артынса йәйенке көршәк менән быуҙары боҫрап торған бешкән шалҡан килтерҙе. Ғ. Ибраһимов.
♦ Шалҡан кеүек {йәки шикелле) 1) бик сәләмәт, тулы тәнле балаға ҡарата әйтелә.
□ Здоровый, крепкий (о детях); пышущий здоровьем. К Иншалла, - тине [Фариза], эшен бөтөрөп, өҫтәл артына ултырғас. -Тәне шалҡан кеуек баламдың. Ә. Хәкимов;
761