Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 763


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАЛТЫРАҠ
пайған. Шалпайып бөткән. ■ Йәйге томранан ҡауҙырап, шалпайып ултырған табаҡтай ҙур әрекмән араһында, шайма-шай айҡашып һуғыш уйыны уйнағанда, быяла ярсығына баҫып, табанын йәрәхәтләгәйне Камил. Ә. Хәкимов.
ШАЛПЫҠ (Р.: отвислый; И.: saggy; Т.: sarkan) с.
Шалпайып аҫылынып төшкән; һалпы.
□ Отвислый, обвислый. Шалпыҡ ауыҙ. М Тик бында ул [Уймин] шалпыҡ ирендәрен дерелдәтеү, алаптай ауыҙынан ҡабан тештәрен ыржайтып күрһәтеү, уттай янған һоро күҙҙәренән зәһәр осҡондары сәсеү менән генә сикләнде. С. Поварисов.
ШАЛТ (Р.: щёлк; И.: snap!; T.: çat) оҡш.
1. Нимәнеңдер бер-береһенә ныҡ итеп һуғылғанда, мылтыҡтан атҡанда һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ; шарт. □ Щёлк (подражание короткому резкому звуку удара, выстрела, действия какого-л. механизма и т. п.). ■ Өмөтбикә трубканы шалт иттереп урынына һалды. Р. Ғабдрахманов. Ул [Арыҫлан] шаяртып, ләкин ҙур эрелек менән яурындарын артҡа ташлап, үксәләрен бер-береһенә шалт һуғып, Айбулатҡа честь бирҙе. һ. Дәүләтшина. Гоганың артынан Йәмил дә инергә тип ҡапҡаға башын тыҡҡайны, кипкән таяҡтай нәҙек кенә ҡул уның иңбашынан төртөп ебәрҙе, ҡапҡа шалт итеп ябылып та ҡуйҙы. Й. Мостафин.
2. Көтөлмәгән хәрәкәтте белдергән һүҙ.
□ Шасть, бац (о неожиданном и внезапном действии). М Кем элегерәк күҙен йома, маңлайына шалт - сиртеү ала. И. Абдуллин. Казак аҡрын ғына аяғөҫтө торҙо, черкаскаһының уң еңен һыҙғанды, йоҙроғона төкөрөп, шалт берҙе Чекмасовҡа, ул тәгәрәп китте. А. Таһиров.
ШАЛТАН (Р: порожний; И.: empty; Т.: yük almamış) с. диал. ҡар. йөкһөҙ.
Йөк тейәлмәгән. □ Порожний, не гружёный. Шалтан ат. Шалтан арба.
ШАЛТАУ и. диал. ҡар. шәлтәү 1. Шалтау тегеү. Шалтауы өҙөлгән. Ш алтау ға балта ҡыҫтырыу.
ШАЛТ-ШОЛТ, шалт та шолт (Р: щёлк-щёлк; И.: snap! pop! click; T.: çat çat) оҡш.
Ҡабат-ҡабат шалт иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Щёлк-щёлк (подражание повторяющимся резким звукам удара, выстрела, действия какого-л. механизма и т. п.). Шалт-шолт килеү. Ишекте шалт та шолт ябыу. ■ Бәләкәй ҡапҡа ябылды, шалт-шолт бикләнде. И. Абдуллин. Әнүәр барып ингәндә, Кәйүм шаҡмаҡлы япма йәйелгән өҫтәл артында шалт-шолт счёт төймәләре тартып ултыра ине. Ғ. Лоҡманов.
ШАЛТЫЛДАТЫУ (шалтылдат) (Р: щёлкать; И.: snap smth; T.: çat çat etmek) ҡ.
Шалт-шолт иттереү, шалт-шолт килтереү. □ Щёлкать чем. // Щёлканье. Капканы шалтылдатып ябыу. Келәне шалтылдатып элеп ҡуйыу. Мылтыҡты шалтылдатып ҡороу.
ШАЛТЫЛДАУ (шалтылда-) (Р: щёлкать; И.: click; T.: çat çat etmek) ҡ.
Шалт-шолт итеү, шалт-шолт килеү. □ Щёлкать. // Щёлканье. Бер туҡтауһыҙ шалтылдау.
ШАЛТЫР I (Р: звяк; И.: tinkle; T.: çıngır) оҡш.
Ҡаты, зыңлап торған нәмәләр ҡойолоп төшкәндә йәки бер-береһенә бәрелгәндә сыҡҡан дауамлы тауышты белдергән һүҙ. □ Звяк (подражание звяканью, дребезжанию). Шалтыр итеп быяла ватылды. ■ Һалдат ҡапсыҡтың ауыҙы сисеүле икәнде белмәй, төбөнән тотоп күтәргән икән, ундағы аҡсалар шалтыр итеп китте, ти. Әкиәттән.
ШАЛТЫР II (Р: приветливый; И.: affable; T.: güleryüzlü) с. диал. ҡар. алсаҡ.
Асыҡ сырайлы, илгәҙәк, көләс. □ Приветливый, открытый. Шалтыр егет.
ШАЛТЫРАҠ I (шалтырағы) (Р: вертушка; И.: whirligig; T.: fırıldak) и.
1. Ҡолондо, малды бәйләгән бау сира-тылып ишелмәһен өсөн ҡуйылған сығыр рәүешендәге ҡулайлама. □ Вертушка. Шалтыраҡ бәйләү. Шалтырағы ысҡынған. Шалтырағын сисеү.
2. тех. Механизмдарҙа күсәрҙең оя эсендә әйләнә торған осо. □ Вертлюг. Шалтырағы төшкән. Шалтырағы бар.
ШАЛТЫРАҠ II (шалтырағы) (Р: колокольчик; И.: bluebell; T.: çıngırak) и. диал. ҡар. ҡыңғырау сәскә.
763