ШАЛТЫРАҠ
Ҡыңғырауға оҡшаған күк, зәңгәр сәскәле күп йыллыҡ үҫемлек. □ Колокольчик (лат. Campanula). Шалтыраҡ йыйыу. Шалтыраҡ уҫтереу. Шалтыраҡ орлоғо.
ШАЛТЫРАҠ III (шалтырағы) (Р.: пузырь (у рыб)\ И.: (fish-) sound; T.: hava kesesi) и. диал.
Балыҡ ҡыуығы. □ Пузырь (у рыб). Шалтыраҡты шартлатыу.
ШАЛТЫРАҠ IV (шалтырағы) (Р: клубника; И.: strawberry; T.: çilek) и. диал. ҡар. ер еләге.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, тамырынан сыҡҡан мыйыҡтары ярҙамында үрсей торған аҡ сәскәле, һутлы, ҡыҙыл еләктең бер төрө. □ Клубника. / Клубничный. Шалтыраҡ йыйыу. Шалтыраҡ ҡайнатмаһы. Шалтыраҡ ашау.
ШАЛТЫРАТҠЫС и. ҡар. шалтырауыҡ II, 1. М Иллионораға шалтыратҡыс, Нинил-гә ҡарағусҡыл сепрәктән тегеп яһалған айыу, Маратҡа буяу менән кисточка, Кәләмфергә һурәт яһарға ҡағыҙ алды ла ҡайтырға ашығып сығып китте [Миңлеямал]. Ғ. Дәүләтшин.
ШАЛТЫРАТЫУ (шалтырат-) (Р: бренчать; И.: strum; jingle; T.: şıngırdamak) ҡ.
1. Шалтыр-шолтор иттереү. □ Бренчать, звякать чем. ■ Малай барып йугәнен шалтыратһа, насар ғына бер ат боролоп ҡараған. Әкиәттән.
2. диал. ҡар. шылтыратыу 2. Дуҫтарға шалтыратыу. Шалтыратып алыу. Кеҫә телефонына шалтыратыу.
3. диал. Кесе ярау итеү. □ Помочиться. Бала аҫтына шалтыратҡан.
ШАЛТЫРАУ (шалтыра-) (Р: звенеть; И.: clink;jingle; T.: çangırdamak) ҡ.
1. Шалтыр-шолтор итеү; шалтыр-шолтор килеү; шалтырлау. □ Звенеть, звякать, греметь, дребезжать. // Звон, звяканье, дребезжание. М Счёт төймәләре шалтырай; аҡсалар һанайҙар, шытыр-шытыр ситсалар йырталар. С. Агиш. Ғәлимә еләк йыйған саҡта сулпылары шалтырай. М. Ғафури. Салауаттың аяҡҡайында бығау шалтырай. Халыҡ йырынан.
2. кусм. диал. Асъүк йөҙ күрһәтеү. □ Быть приветливым. Шалтырап тороу. Шал
тырап ҡаршы алыу. Шалтырап тороп сәй ҡайнатыу.
3. ҡар. шылтырау 2. V [Касим ылаусылар менән] ҡайһы ваҡыт, ҡыҙыу ғына һөйләшеп ултырғанда, артындағы телефон шалтырай. А Таһиров.
4. диал. ҡар. шаулау. Себештәр шалтырай.
ШАЛТЫРАУЫҠ I (Р: гремящий; И.: tinkling; rattling; T: çınlayan) с.
1. Шалтырап торған, шалтыраусан, тауышлы. □ Гремящий, звенящий. Шалтырауыҡ нәмә. Шалтырауыҡ уйынсыҡ.
2. кусм. Яңғырауыҡлы һүҙҙәр менән ҡабартып әйтелгән, буш йөкмәткеле. □ Напыщенный (о словах, речи). Шалтырауыҡ һуҙҙәр һөйләу. ■ [Алпаров:] Тыңла, Кашапов: уҙ башың, уҙ фекерең менән йәшә. Бер ваҡытта ла шалтырауыҡ фразалар менән мауыҡма. Яр. Вәлиев.
ШАЛТЫРАУЫҠ II (шалтырауығы) (Р: побрякушка; И.: trinket; T: çıngırdak) и.
1. Балалар уйынсығы. □ Побрякушка, погремушка (детская игрушка). И Бала-саға шалтырауыҡҡа ҡыҙған кеуек, йәшлек тә сибәрлеккә ҡыҙыша. Д. Исламов.
2. кусм. Буш хәбәр һөйләгән кеше. □ Пустозвон, хвастун. Шалтырауыҡ хәбәрҙәре. Шалтырауыҡ булма. Шалтырауыҡҡа ышанырға ярамай.
ШАЛТЫРАУЫҠЛЫ с. ҡар. шалтырауыҡ
I. Шалтырауыҡлы хәбәр. Шалтырауыҡлы һуҙ.
ШАЛТЫРАШЫУ (шалтыраш-) ҡ. урт. ҡар. шалтырау 1. взаимн. от шалтырау 1.
ШАЛТЫРЛАТЫУ (шалтырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. шалтырау 1. понуд. от шалтырау 1. ■ Ошо мәл Әхәткә кемдер ҡанат ҡуйҙымы ни, соланына йугереп барып менде, шалтырла-тып йоҙағын ысҡындырҙы, ишекте шар асып, бәхет һарайына әйҙәгән төҫлө, Зифаны уҙенең һыуыҡ өйөнә саҡырҙы. Н. Мусин. Кәлимә шалтырлатып ишекте тыштан бикләй. Ғ. Хисамов.
ШАЛТЫРЛАУ (шалтырла-) ҡ. ҡар. шалтырау. N Бер мәл ихата ҡапҡаһы шал-тырлап асылды ла, ул да булмай, ике арсый, аҡ кулдәк-салбарлы ирҙе .. өйгә алып керҙе. Р. Вәлиев. Куҙ асып йомғансы улар
764