Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 767


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАНЛЫ
Ашауға яраҡлы аҡ йәки һоро төҫтәге бәшмәк. □ Шампиньон. / Шампиньонный (лат. Agaricus). Шампиньон йыйыу. Шампиньон тоҙлау. Шампиньон быҡтырыу.
ШАМПУНЬ [ингл. shampoo} (Р.: шампунь; И.: shampodoing; T.: şampuan) и.
Сәс йыуа торған хуш еҫле шыйыҡ һабын. □ Шампунь. ■ Ростом ҙур табаҡты килтереп, карауат эргәһенә иҙәнгә ҡуйҙы ла өләсәһе таманлап биргән йылы һыу һәм шампунь менән әсәһенең урында ятҡан осорҙа айырыуса ныҡ салланған сәстәрен йыуып та алды. М. Садиҡова, һатыусы ҡатын, ҡатырға ҡумтанан бер һауыт шампунь алып, Шәү-рәнең алдына ҡуйҙы. Ш. Шәкүрова.
ШАМПУР [әрм.] (Р.: шампур; И.: spit; skewer; T.: şiş) и. ҡар. шеш I, 3.
Шашлыҡ ҡыҙҙырыу өсөн ҡулайлама. □ Шампур. Бер шампур шашлыҡ. Шашлыҡтарҙы шампурға теҙеү.
ШАМТЫР (Р: неряшливый; И.: untidy; T.: çapaçul) с.
1. Өҫ-башын таҙа йөрөтмәгән, бөхтәлек етешмәгән; һәпрә, шапшаҡ, әрпеш. □ Неряшливый, неаккуратный, неопрятный. // Неряха. Шамтыр ҡыҙ. Шамтыр кейем. ■ [Мулла] эшләһә-эшләмәһә лә, керләнгән күлдәген шамтыр бисәләр шикелле бөрмәһенә ҡыҫтырып йөрөүҙе ташланы. Р. Өмөтбаев. [Вадим] иртәнән алып кискә тиклем өҫтөнән һалмаған гел еңе төрөүле һорғолт спецовкаһын, шамтыр күлдәген сисеп, душ ҡойонған да ҡупшы ғына йоҡа күлдәктән килгән. С. Шәрипов.
2. диал. Ҡапсыҡланып торған, тоҡ кеүек киң (кейемгә ҡарата). □ Мешковатый (об одежде). Шамтыр курткала йөрөү.
ШАМТЫРАУ (шамтыра-) (Р: быть неряшливым; И.: be slovenly; T.: çapaçul olmak) ҡ.
1. Шамтыр булыу. □ Быть неряшливым, неаккуратным. Шамтырап йөрөү.
2. диал. ҡар. шалпайыу. М Миһран ҡолаҡтары һалпайған, ирендәре шамтыраған бер егерме биш йәшлек һоро бейәне менгән. Ш. Шәһәр.
ШАМТЫРҘАҠ (Р: приветливый; И.: cordial; T.: güleryüzlü) с. диал. ҡар. алсаҡ.
Асыҡ сырайлы, илгәҙәк, көләс. □ Приветливый, открытый. Шамтырҙаҡ бала.
ШАМТЫРЛАНЫУ (шамтырлан-) (Р: стать неряшливым; И.: become untidy; T.: çapaçul olmak) ҡ.
Шамтырға әйләнеү, шамтыр булыу; әрпешләнеү. □ Стать неряшливым, неаккуратным. Шамтырланып бөтөү.
ШАМТЫРЛЫҠ (шамтырлығы) (Р: неряшливость; И.: slatternliness; T: çapaçulluk) и.
Шамтыр булыу хәле. □ Неряшливость, неаккуратность. Кешенең шамтырлығы. Шамтырлыҡ күрһәтеү. Шамтырлыҡ билдәһе.
ШАМТЫ-ШОМТО (Р: тряпьё; И.: rags; T.: eski püskü giysiler) и. диал. ҡар. алам-һолам.
Иҫкергән, туҙған кейем-һалым. □ Тряпьё, старьё. Шамты-шомто кейем кейеү.
ШАН I [ғәр. jLii ] (Р: слава; И.: fame; Т.: şan) и.
Ил алдындағы абруй; шөһрәт, дан. □ Слава, известность. Оло шан. М Ул [Хәбибулла] инде боронғоса фатирҙа ғына тороуҙы шанына, байлығына муафиҡ күрмәй, әллә нисә меңдәргә төшөрөп, йорт та һалдырып ебәрҙе. М. Ғафури. Үҙ милләтебеҙҙең шанын һәм шәүкәтен күтәрергә тырышабыҙ. И. Насыри.
ШАН II и. диал. ҡар. шаң II. М Һары майҙы байҙар шанға, ярлылар тәпәнгә йыйған. Экспедиция материалдарынан.
ШАН III күрһ. а. диал. ҡар. шунан I. Шан алда. Шан башла. Шан бире. Шан һулғараҡ. Шан һуң.
ШАН IVр. диал. ҡар. шунан II. Шан көслө дауыл күтәрелгән.
ШАНКР [фр. chancre ‘сей яра’] (Р: шанкр; И.: chancre; T.: şankr) и. мед.
Ҡайһы бер инфекцион ауырыу тыуҙырыусы заттың тәнгә ингән ерендә барлыҡҡа килгән сей яра. □ Шанкр. / Шанкерный. Ҡаты шанкр. Йомшаҡ шанкр. Ҡатнаш шанкр.
ШАНЛЫ (Р: славный; И.: glorious; Т.: şanlı) с.
Шан ҡаҙанған; шөһрәтле, данлы. □ Славный, знаменитый, доблестный. Шанлы ғәскәр. ■ Ғөбәйҙулла ағай революция эше өсөн ҡатмарлы ла, хәүефле лә заданиелар башҡарып йөрөгән ул шанлы йылдарҙы хәтеренә төшөрһә, әле лә тулҡынланып, йәпләнеп китә. Ә. Байрамов. Түңгәүер ырыуы етенсе-
767