ШАНС
һигеҙенсе быуаттарҙа уҡ төрки донъяһын данлаған, яҙма ҡомартҡылар ҡалдырған Култәгин һымаҡ данлы һәм шанлы хан-шәхестәр тыуҙырған да баһа! Р. Байымов. Ҡыҙыл байраҡ, шанлы байраҡ мең-мең йәшәһен. Халыҡ йырынан.
ШАНС [фр. chance] (Р.: шанс; И.: chance, opportunity; T.: şans) и. ҡар. мөмкинлек.
Берәй эш-хәлдең уңышлы тамамланыуын тәьмин итә торған уңайлы шарт. □ Шанс. Һуңғы шанс, М Врач этикаһына таянып әйткәндә, Нәзирә Ғәббәсовна, шанс - иллегә илле. Р Әхмәтов.
ШАНСОН [фр. chanson ‘йыр’] (Р: шансон; И.: (music-hall) song; T.: türkü, şarkı) и.
Эстрада йыры жанры. □ Шансон. Шансон башҡарыу. Шансон тыңлау. Радионан шансон тапшыралар.
ШАНСОНЕТКА [фр. chansonnette] (Р: шансонетка; И.: ditty; T.: kisa şarkı) и.
Шаян еңелсә йыр. □ Шансонетка. Шансонетка башҡарыусылар. Шансонетка буйынса бәйге ойоштороу. Шансонетка йырларға өйрәнеу.
ШАНТАЖ [фр. chantage] (Р: шантаж; И.: blackmail; T.: şantaj) и. ҡар. янау.
Билдәле бер маҡсат менән кемгәлер янау, уның дәрәжәһен төшөрә торған факттарҙы йәки мәғлүмәттәрҙе фаш итеү менән ҡурҡытыу хәле. □ Шантаж. Сәйәси шантаж. Шантаж ойоштороу. Шантаж менән шөғөл-ләнеу. Шантаж яһау. М [Василий] Ошурко-ның шантажына, уның таҫма теленә ышанды. В. Исхаҡов.
ШАНТАЖ Л АУ (шантажла-) (Р: шантажировать; И.: blackmail; T.: şantaj yapmak) ҡ.
Шантаж менән ҡурҡытыу. □ Шантажировать кого-л. // Шантажирование. Кешене шантажлау. Шантажлап янау. Бер туҡтауһыҙ шантажлау.
ШАНТАЖСЫ (Р: шантажист; И.: extortionist; T.: şantajcı) и.
Шантаж менән эш итеүсе. □ Шантажист. Шантажсы мәкерҙәре. Шантажсыны хөкөм итеу. Шантажсыға ҡаршы көрәш.
ШАНТРАПА [рус.] (Р: шантрапа; И.: riffraff; T.: ayaktakımı) и. диал. ҡар. әтрәгәләм.
1. Йүнһеҙ кеше. □ Шантрапа, проходимец, пройдоха. Шантрапа егет. Шантрапаға әйләнеу.
2. йыйн. Юҡ-бар кешеләр. □ Всякий сброд, негодяи. Шантрапалар йыйылған. Шантра-палар төркөмө. Шантрапаларҙы ҡыуыу.
ШАН-ШӘРӘФ и. йыйн. ҡар. шан-шәүкәт.
■ Йөрәк ҡағып, тупылдап сапҡан аттарға, тояҡтарынан ут сәсрәтеп уҙышыусы саптарҙарға, таң атҡанда йыһат өсөн яу сапҡан арғымаҡтарға, кукте саң менән ҡаплаған йылҡыларға, дошман өйөрөнөң уртаһына бәреп ингән юрғаларға шан-шәрәфтәр булһын! М. Ғиләжев.
ШАН-ШӘҮКӘТ (Р: слава; И.: glory; Т.: şan) и. йыйн.
Төрлө дан һәм хөрмәт. □ Слава, почёт. М [Ҡарабаш - Фазлыйға:] Кантонды был шалапайҙарҙан таҙартҡаның өсөн һеҙгә бөтә ил рәхмәт уҡыясаҡ, һеҙҙең шан-шәукәтегеҙ, дәрәжәгеҙ әллә ҡайҙарға ҡутәреләсәк. И. Насыри.
ШАҢ I (Р: динь; И.: onomatopoeic word; T: çan çan) оҡш.
Ҡалын тимергә ҡаты нәмә менән һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Динь (подражание звуку удара о железо). Шаң итеп ҡалыу.
ШАҢ II [рус. чан] (Р: чан; И.: vat, tub; T: fıçı) и.
Тәпән рәүешендәге ҙур һауыт. □ Чан. М Айбикә, соландағы шаңдан бер өлкән туҫтаҡ бойҙай индереп, мейес артындағы ағас килене сығарып, бойҙайын ебетеп һалып, төйөп алды. Һ. Дәүләтшина. Ҡорот йәйелгән ылаш һәм ике-өс эркетле шаңдан башҡа ҡаралты ҡуйылмаған. Ғ. Дәүләтшин.
ШАҢ III (Р: колокол; И.: beli; T: çan) и. ҡар. саң II.
Тимер йәки ҡыңғырау һуғып сығарған тауыш (ғәҙәттә, сигнал хеҙмәтен утәй). □ Колокол, железо. Шаң ҡағыу. Шаң тауышы.
■ Көслө шаң кешеләрҙе шунда уҡ йоҡоһонан уятты. И. Ғизәтуллин.
ШАҢ IV и. ҡар. шаңдау II. Урман шаңы.
ШАҢ V (Р: дух-хозяин леса; И.: spirit woods; T: Orman İyesi) и. миф.
Урман эйәһе. □ Дух-хозяин леса. Шаңды саҡырыу. Урманда кешене шаң аҙаштыра.
ШАҢҒА и. кул. диал. ҡар. шәңкә. Шаңға бешереу. Шаңға әҙерләу. Эремсекле шаңға.
ШАҢҒАҠ (шаңғағы) и. диал. ҡар. шаңдаҡ. Шаңғаҡ оҙаҡ яңғыраны.
768