Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 769


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАҢДАҠ
ШАҢҒЫР (Р.: подражание звону при ударе железа; И.: onomatopoeic word; T.: çan çan)оҡш.
Ҡалын ҡалайға һуҡҡанда йәки улар бер-береһенә бәрелгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звону при ударе железа. Шаңғыр итеп ҡалыу.
ШАҢҒЫРАТЫУ (шаңғырат ) (Р: издавать грохот; И.: produce a booming sound; T.: şangırdatmak) ҡ.
1. Шаңғыр иттереү, яңғыратыу. □ Издавать грохот, гулкий шум (ударяя чем-л. о металл). ■ Бер аҙҙан Алтынбикә эш коне бөткәнде белдереп һәм ураҡсыларҙы киске ашҡа саҡырып ҡыуыш алдындағы ҡаҙыҡҡа эленгән ҡорос рельсҡа балта төйҙәһе менән бер нисә тапҡыр һуғып шаңғыратты. М. Тажи. Кусер аттарҙы бик шәп ҡыуалап, ҡыңғырауҙарҙы шаңғыратып, ауылға кереп китте. М. Ғафури.
2. Көслө тауыш менән тирә-яҡты яңғыратыу. □ Производить гулкий звон; звенеть, оглушать. Шаңғыратып көлөп ебәреу. ■ Ағас баштарын шаңғыратып, мылтыҡтар атылды. Ғ. Ибраһимов. Ул [Кусимов] салон-вагондың ишек төбөндә куренеу менән, дивизия оркестры иртәнге тын һауаны шаңғыратып, тантаналы ҡаршы алыу маршын уйнап ебәрҙе. Р. Өмөтбаев.
ШАҢҒЫРАУ (шаңғыра-) (Р: звенеть; И.: jingle; T: şangırdamak) ҡ.
1. Шаңғыр тигән тауыш сығарыу; яңғырау. □ Звенеть (о металле). // Звон. Мискә шаңғырап тора. ■ Искәндәр ҡылысты ҡулына алып, алдында торған ҙур тимер тумәргә һелтәне. Тимер тумәр шаңғырап, икегә ярылып ауҙы. Әкиәттән.
2. ҡар. шаңдау 1,1. ■ Танк командирының буйы бәләкәй булһа ла, тауышы көр ине -буш мискә эсенән сыҡҡан һымаҡ шаңғырап тора. Ғ. Аллаяров. Урман-тауҙар, гәлсәрҙән яһалған кеуек, шаңғырап тора. Д. Бүләков.
3. Кибеп, ҡороп, ҡаҡҡа әйләнеү. □ Сохнуть, высыхать, засыхать. Шаңғырап торған юл.
ШАҢҒЫРЛАУ (шаңғырла-) ҡ. ҡар. шаңғырау. ■ Ҡайҙалыр тимер киҫәге шаңғырлап иҙәнгә төштө. Ә. Вәли.
ШАҢҒЫРТЫУ (шаңғырт-) ҡ. ҡар. шаңғыратыу 2. ■ Төш ваҡытында йылға буйҙарын
көслө борғо шаңғыртты. Й. Солтанов. Саҡыра ла кәкук тирәгемдә, ишек алдарымды шаңғыртып. Халыҡ йырынан.
ШАҢҒЫРЫҠ I (шаңғырығы) и.
1. ҡар. шаңдау I, 1. Урман шаңғырығы. Шаңғырыҡ яңғырап китте.
2. ҡар. шау-шыу. Шаңғырыҡтан бер кемде лә ишетмәу. Тирә-яҡта шаңғырыҡ ҡупты.
ШАҢҒЫРЫҠ II (шаңғырығы) (Р: слега; И.: haystack tow; T: seren direği) и. диал. ҡар. баҫырау.
Бесән, һалам йөгөн өҫтән баҫтырып тарттыра торған һайғау. □ Слега. Шаңғырыҡ әҙерләу. Шаңғырыҡ ҡуйыу. Шаңғырыҡ менән баҫтырып ҡуйыу.
ШАҢҒЫРЫУ (шаңғыры-) (Р: звенеть; И.: ring; T: çangırdamak) ҡ. диал. ҡар. яңғырау.
Көслө, асыҡ булып сағылыу (тауышҡа ҡарата). □ Звенеть. Йыр шаңғырый. Шаңғы-рып китте. Мылтыҡ тауышы шаңғырыны.
ШАҢҒЫТЫУ (шаңғыт ) ҡ. һөйл. ҡар. шаңҡытыу. ■ Үтмәҫ балта, туң ағасҡа тейеу менән, кире ҡаҡлыға, ҡулды шаңғыта. Р. Низамов. Бына ҡара көҙҙә ҡаты һыуыҡтар етеп, кулде зәңгәр боҙ ябып алыуы була, заводтыҡылар ҙа, башҡорттар ҙа кулгә ағыла, һай урында бәғзеләре балыҡ шаңғыта, өлкәнерәктәре тәрәндә боҙ уйып төпкә һала. Ғ. Хөсәйенов. Кыҫҡа яуап уҙенең асыҡлығы менән шаңғытты. Б. Рафиҡов.
ШАҢҒЫУ (шаңғы ) ҡ. һөйл. ҡар. шаңҡыу.
■ Профессор һынлы профессор ҙа шаңғып ҡалды, йылмайырға итте, киреһенсә, төҫө боҙолдо. Д. Бүләков. Хыял-өмөттәренең селпәрәмә килеуенән шаңғып ҡалған Салауат тәрән йоҡонан уянғандай булды. Б. Рафиҡов.
ШАҢДАҠ (шаңдағы) (Р: заря; И.: dawn; T: şafak) и.
1. Байып йәки сығып килгән ҡояш, ай яҡтыһынан ҡыҙарған офоҡ; шәфәҡ. □ Заря.
■ Август айының иртәнге шаңдағы һыҙыла башлағайны. Ә. Ғибәҙәтов. Айытбай уңға, ҡаҙаҡ далаларына табан китте, Ирназар таң шаңдағы йәйелә башлаған көнтыуыш тарафҡа ҡарап йунәлде. Ә. Хәкимов. Урман өҫтөндә ҡыҙыл шаңдаҡ балҡыны. Ә. Бикчәнтәев. • Киске шаңдаҡ ҡыҙарһа, киленем ул тапҡандай, иртәнге шаңдаҡ ҡыҙарһа, илем яуға сапҡандай. Әйтем.
769