Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 770


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАҢДАУ
2. Ҡояш, ай әйләнәһендәге яҡты ҡулса. □ Ореол, венец. Ай шаңдағы. Ҡояш шаңдағы.
3. Ут яҡтыһынан төшкән алһыулыҡ, ҡыҙыллыҡ. □ Зарево (огненный свет или отблеск на небе от небесных явлений или от пожара и огней на земле). ■ Ул арала бур төшкән өйҙөң тәҙрәһендә ут яҡтыһы куренде, шаңдағы ҡыҙыҡайҙар өйөнә лә төштө. Т. Сәғитов. Төнгө кук йөҙөндә дәһшәтле шаңдаҡтар ялҡынлана. X. Мохтар.
4. кусм. ҡар. шауҡым. Һуғыштың ҡанлы шаңдағы.
5. ҡар. шандау I. М Көн йонсоуынан ауырайған йоҡоло урманды тетрәндергән мылтыҡ шаңдағы тыныуға айыуҙың, юлында осраған ҡыуаҡтарҙы һындыра-һындыра, ах-вах килеп алыҫлаша барғаны асыҡ ишетелеп торҙо. И. Ноғманов. Йыр, көслө тауыштар кутәреп алғас, оран булып яңғырай, ҡеуәтле шаңдаҡ булып алыҫтарға тарала. И. Ғиззәтуллин.
ШАҢДАУ I (Р.: эхо; И.: echo; T.: yankı) и.
1. Шаң итеп, яңғырап кире ҡайтҡан тауыш. □ Эхо. ■ Һабан төрәненә һуғыуҙан хасил булған сыңрау, тауҙарға китеп, төрлө яҡтан серле шаңдау булып урап ҡайта. И. Абдуллин. Пушка, мылтыҡ һәм автоматтарҙан бирелгән салюттың шаңдауы бик йыраҡҡа, тауҙар артына барып яңғыраны. Ғ. Аллаяров. Әллә котелок зыңлауы, әллә алыҫтағы шартлау шаңдауы малайҙы уянырға мәжбур итте. Ә. Бикчәнтәев.
2. Нимәнеңдер эҙе, шауҡымы. □ След, отпечаток. ■ [Фәһим:] һуғыштыңуҙенкурмәһәк тә, шаңдауын ишеттек. И. Ғиззәтуллин. Бер фронттағы ҡаты һуғыштың шаңдауы баҫылып өлгөрмәй, уға икенсеһе, өсөнсөһө килеп ялғана. Ә. Хәкимов.
ШАҢДАУ II (шаңда-) (Р: раздаваться; И.: ring out; T.: yankılamak) ҡ.
1. Шаң (I) итеп яңғырау, яңғырап кире ҡайтыу; шаңлау (тауышҡа ҡарата). □ Раздаваться, прозвучать. М «Яратам!» - тип һөрән һалдым яҡын-тирәгә. «Яратам», -тип шаңдап ҡайтты йөрәк тауышым. У. Кинйәбулатов.
2. Яңғырап тауышты кире ҡайтарыу, шаңлау (тирә-яҡҡа ҡарата). □ Гулкое эхо. Урмандар шаңдап китте.
ШАҢДАУЫҠ (Р: огненный; И.: fiery; Т.: kırmızı, alev gibi) с. диал. ҡар. ҡып-ҡыҙыл.
Шаңдаҡ (1) төҫөндәге, ҡыҙыл. □ Огненный (о цвете). Шаңдауыҡ таң.
ШАҢҠ (Р: подражание короткому отрывистому удару; И.: sound imitative word; T.: şakır şakır) оҡш.
Ҡаҡ нәмәгә ҡаҡлыҡтыра һуҡҡанда сыҡҡан өҙөк тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание короткому отрывистому удару, стуку. Шаңҡ итеп төшөп китеу. ■ Шул мәлдә өҫтән, гуйә, куктең уҙенән, шаңҡ итеп бер нәмә килеп төшмәһенме! Г. Яҡупова.
ШАҢҠАЙ и. диал. ҡар. ҡата. Шаңҡай кейеу. Шаңҡай эләктереп алыу.
ШАҢҠАЙЫУ (шаңҡай-, шаңҡая) (Р: откидываться назад; И.: bling back; T.: gövdesini arkaya eğmek) ҡ. диал. ҡар. саңҡайыу.
Арҡаны кирегә бөгөп, башты артҡа ташлау. □ Откидываться назад. Шаңҡайып ҡарау. Шаңҡайып ултырыу. Артҡа шаңҡайыу.
ШАҢҠЫЛДАҠ (Р: горластый; И.: vociferous; T.: şamatalı) с. диал. ҡар. ларылдаҡ.
Ҡысҡырып һөйләшкән. □ Горластый, крикливый. Шаңҡылдаҡ ҡатын. Шаңҡыл-даҡҡа әйләнеу. Шаңҡылдаҡ булыу.
ШАҢҠЫЛДАУ (шаңҡы л д а-) ҡ. диал. ҡар. шарҡылдау. Шаңҡылдап ултырыу. Бер ҙә юҡҡа шаңҡылдау. Шаңҡылдай башлау.
ШАҢҠЫРТЫУ (шаңҡырт-) (Р: звенеть; И.: ring (out); T.: şıngırdamak) ҡ. диал. ҡар. яңғыратыу.
Көслө, асыҡ итеп сығарыу (тауышҡа ҡарата). □ Звенеть (о голосе). Шаңҡыртып йырлау. Шаңҡыртып көлөп ебәреу.
ШАҢҠЫТЫЛЫУ (шаңҡытыл-) ҡ. төш. ҡар. шаңҡытыу, страд, от шаңҡытыу. М Шакир ни тип әйтергә лә белмәне, башына һуғып шаңҡытылғандай тора бирҙе. Ғ. Хисамов.
ШАҢҠЫТЫУ (шаңҡыт-) (Р: оглушить;
И.: stun; nonplus; T.: başına vurup bayıltmak) ҡ.
1. Ныҡ һуғып йәки көслө тауыш шауҡымы менән һиҙеү, тойоу һәләтен юғалттырыу, иҫһеҙләндереү; шаңғытыу. □ Оглушить, лишать сознания. ■ Һарыбай былтыр ауылда куп кенә эттәрҙе утлы куҫәк менән шаңҡытып йөрөгәндәрен иҫләгәс, хатта әлеге ҡылығына укенеп ҡуйҙы. Р. Байбулатов. Хәбирҙең башына
770