Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 771


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАПАҠ
суҡмар менән шаңҡыта һуғып, аяҡ-ҡулын бәйләп тә ташлағандар. 3. Биишева. Зенцов һуҙен ослай ҙа алманы, ҡапыл уны һул яҡта торған полицейский бөтә көсөнә шаңҡыта һуҡты. В. Исхаҡов.
2. Иҫәңгерәтә һуғыу (балыҡты). □ Глушить (рыбу). М Ишмырҙа бөтәһен дә аңланы: был әҙәмдәр балыҡ шаңҡытырға йыйына. Н. Мусин. Шамбы шаңҡытыр өсөн ороло ҡайындан махсус эшләнгән суҡмар ҡәҙерләп йыйып ҡуйылған. И. Ноғманов.
3. кусм. Аңлау, уйлау һәләтен юғалтты-рыу; иҫәңгерәтеү. □ Ошеломлять. ■ Мәрусә-нең хәбәре Ғумәрҙе шаңҡытты. Н. Мусин.
ШАҢҠЫУ (шаңҡы-) (Р.: раздаваться; И.: ring (out); T.: yankılamak) ҡ.
1. Шаңҡ итеү, яңғырау. □ Раздаваться, прозвучать. Тирә-яҡ көслө шартлауға шаңҡып китте.
2. Бәрелеү, һуғылыуҙан, көслө тауыштан һ. б. һиҙеү, тойоу һәләтен юғалтыу; шаңғыу, иҫһеҙләнеү. □ Быть оглушённым. ■ [Ғилман:] Ҡараңғы өң эсендә бәрелә-һуғыла тегеләй-былай мукәйләп йөрөй торғас, аяҡ быуындарым, билем ҡалманы, тушемә бәйләнгән магнитофондағы йыртҡыс тауышынан ҡолаҡтарым тоноп, шаңҡып бөттөм. Р. Вәлиев.
3. Иҫәңгерәтә һуғыуҙан үлеү (балыҡҡа ҡарата). □ Быть оглушённым (о рыбе). Шаңҡыған балыҡтарҙы йыйыу.
4. кусм. Аңлау, уйлау һәләтен юғалтыу; иҫәңгерәү. □ Быть оглушённым; быть в растерянности. ■ Зәки Вәлиди ҡағыҙҙарҙы уҡып бөткәс, бер килке ни эшләргә белмәй шаңҡып ҡалды. Р. Байымов. Бер аҙ шаңҡып ултырғас, Ғәлимәнең зиһене яҡтырып киткәндәй булды. Т. Ғарипова.
ШАҢЛАТЫУ (шаңлат-) (Р.: производить гулкий звук; И.: make a resonant sound; T.: yankılamak) ҡ.
Көслө тауыш менән тирә-яҡты яңғыратыу; шаңғыратыу. □ Производить гулкий звук. Урманды шаңлатып атып ебәреу.
ШАҢЛАУ I (шаңла-) ҡ. диал. ҡар. шаулау. Ҡолаҡ шаңлау.
ШАҢЛАУ II (шаңла-) (Р: прислушаться; И.: listen (to); T.: kulak kabartmak) ҡ.
1. Ҡолаҡ һалып иғтибар менән тыңлау. □ Прислушаться. ■ Һәубән бара торғас, ҡурай
тауышы ишеткән, шаңлаған да шул яҡҡа табан ыҡлаған. «Аҡбуҙат».
2. Иғтибарға алып күҙәтеү. □ Наблюдать, надзирать за кем, чем. Тирә-яҡты шаңлау.
ШАҢЛАУ Ш (шаңла-) (Р.: ударить; И.: strike; T.: vurmak) ҡ. һөйл.
Киҙәнеп яңаҡҡа (сикәгә) һуғыу. □ Ударить, стукнуть. ■ [Ғәйрәтбаев] яңғыҙы ун фашисты тонсоҡтора бит. Береһен әлеге тимерҙәй йоҙроғо менән шацлап ебәрә, икенсеһенең эсенә тибеп яра, өсөнсөһөнөң йән еренә тондора, дуртенсеһенең боғаҙын сәйнәй. С. Поварисов. Тимербулат, асыуынан нишләргә белмәй, иптәшенең сикәһенә берҙе шаңланы. Р. Низамов.
ШАП (Р: хлоп; И.: bang!; T.: şak!) оҡш.
Ҡаты нәмәгә яҫы нәмә менән һуҡҡанда, ишек ябылғанда һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Хлоп, шлёп (подражание звуку хлопанья, шлёпанья). ■ Шул ваҡыт вокзалдың ишеге шап итеп ябылды, һәм Сергей ирекһеҙҙән боролоп ҡараны. А. Абдуллин. Гәрәй, ауыҙын ҙур асып, куҙҙәрен шарҙай аҡшайтты, хатта уның ҡапҡан ҡалъяһы иҙәнгә шап итеп төшөп китте. Б. Бикбай. Слоун Шәриповтың яурынына шап иттереп һуғып алды. Ә. Бикчәнтәев.
ШАПА с. диал. ҡар. шамтыр 1. Шапаның өйө лә шаҡшы.
ШАПАҠ I (Р.: плоский; И.: flat; T.: yassı) с. һөйл. ҡар. ялпаҡ.
Киң булып йәйелгән. □ Плоский, приплюснутый. Шапаҡ ауыҙлы ҡыҙ. Шапаҡ битле ир.
ШАПАҠ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени усерган. Шапаҡтар араһы. Шапаҡтар урамы.
ШАПАҠ III (шапағы) и. диал. ҡар. шәфәҡ. Киске шапаҡ. Шапаҡ нуры. Шапаҡ батыу. Шапаҡ ҡалҡыу.
ШАПАҠ IV (Р: близорукий; И.: shortsighted; T.: miyop) с. диал. ҡар. күрәш.
Күҙе алыҫтан күрмәй, яҡындан ғына күреүгә һәләтле. □ Близорукий. Шапаҡ куҙ. Шапаҡҡа әйләнеу.
771