ШАПАЛА
ШАПАЛА (Р.: предплужник; И.: colter; Т: saban kulağı) и. диал. ҡар. алтөрән.
һабандың ҙур төрәне алдына ҡуйыла торған бәләкәй төрән. □ Предплужник, һабанға шапала ҡуйыу. Шапала менән ер һөрөү.
ШАПАЛАҠ I (шапалағы) (Р.: кнут из ремня; И.: leather whip; T.: kırbaç) и.
Үрмәгән ҡайыш ҡамсы. □ Кнут из ремня, хлыст. Шапалаҡ эшләп алыу. Көтөүсе шапалағы.
ШАПАЛАҠ II (шапалағы) (Р: шерстобойка; И.: wool-beating appliance; T.: yün tarama aleti) и. диал.
1. Йөн тетеү өсөн тәғәйенләнгән махсус ҡулайлама; йөн тетеү машинаһы. □ Шерстобойка. Шапалаҡ менән йөн тетеү. Шапалаҡ эшләү. Шапалаҡ энәләре.
2. Себен һуҡҡыс. □ Мухобойка. Шапалаҡ эшләү. Шапалаҡ һабы. Шапалаҡ һатып алыу.
ШАПАЛАҠ III (шапалағы) и. диал. ҡар. ялҡау. Шапалаҡтың көнө оҙон. Әйтем.
ШАПАЛАҠ IV (шапалағы) (Р: болтун;
И.: tattler; T: geveze) и. диал. ҡар. ләпелдәк II.
Күп һөйләгән кеше. □ Болтун. Шапалаҡты тыңлау. Шапалаҡты туҡтатып булмай.
ШАПАЛАҠЛАНЫУ (шапалаҡлан-) (Р: пачкаться; И.: become soiled; T.: kirlenmek) ҡ. диал. ҡар. бысраныу.
Бысраҡҡа буялыу. □ Пачкаться. Шапа-лаҡланып бөтөү. Шапалаҡланып ҡайтыу.
ШАПКА [рус.] (Р: шапка; И.: heading; Т.: başlık) и. махс. ҡар. баш I, 14.
Гәзиттә бер нисә мәҡәләгә бирелгән дөйөм исем. □ Шапка (в газете); заголовок. Бөтә мәҡәләне лә бер шапка аҫтында биреү. ■ Палатка эсендә бер бағанаға таҡта ҡаҙаҡланған, таҡтаға стена гәзите эленгән. Унда асыҡ һәм матур итеп яҙылған «шапкалар». А. Карнай.
ШАПЛАТЫУ (шаплат-) ҡ. һөйл. ҡар. шапылдатыу. М Йәмил башындағы кепкаһын эскәмйәгә шаплатып һалды ла Резеданы барыбер күреп китергә булды. Р. Байбулатов. Күпмелер шулай уйланып ултыра торғас, күкрәк тултырып тын алды ла Насиров өҫтәлгә шаплатып һуҡты. Д. Бүләков.
ШАПРЫҠ (Р: хвастливый; И.: boastful; T.: övüngen) с. диал. ҡар. маҡтансыҡ.
Үҙен үҙе шәпкә сығарып һөйләгән. □ Хвастливый, кичливый. Шапрыҡ егет. Шапрыҡ булыу.
ШАПТЫР (Р: подражание шуму, хлюпанью, плеску воды; И.: sound imitative word; T.: şıpır şıpır) оҡш.
Ҡапыл һыуға төшкәндә, күп булып ҡапыл һыу түгелгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шуму, хлюпанью, плеску воды. Шаптыр итеү. Шаптыр итеп һыу түгеү.
ШАПТЫРЛАТЫУ (шаптырлат) (Р: плескать чем', И.: plash; T.: şıpırdamak) ҡ.
Шаптыр-шоптор иттереү, шаптыр-шоптор килтереү. □ Плескать чем. ■ Айыуҙың йылғаны йәнә шаптырлатып кисеп сыҡҡаны, асыуланып еректәрҙе һындырғаны ишетелде. Н. Мусин. Атлы отряд бер аҙҙан ауыл ситендәге Каран йылғаһын шаптырлатып кисте, шунан бейек, матур булып ятҡан Кырҡ-ты тауҙарына табан юл алды. Р. Солтангәрәев. Ишкәктәрҙе беркеткәс, Николай артыҡ шаптырлатмай, таһыллы ғына ишә лә башланы. С. Шәрипов.
ШАПТЫРЛАУ (шаптырла-) (Р.: хлюпать; И.: squelch; T.: şıpırdamak) ҡ.
Шаптыр-шоптор тигән тауыш сығарыу, шаптыр-шоптор килеү. □ Хлюпать (о воде, жидкости)', плескаться. ■ Кыҙҙар күлдәктәре-ниҙәре менән шаптырлап һыуға төшөп китәләр. Б. Бикбай. Ат, шаптырлап, сит-боттары ҡытырмаҡ боҙ менән ҡапланған йылғаны кисеп сыҡты. Т. Ғарипова. Ер аҫты шишмәләре шаптырлап аға, һыу штректың иҙәненә килеп еткәйне. Ғ. Хисамов.
ШАПТЫРМАҠ (шаптырмағы) (Р: промоина; И.: gulley; T.: oyuk yer, çukur) и. диал. ҡар. йырғанаҡ 1.
Һыу йырған тәрән соҡор. □ Промоина, рытвина, овражек. Шаптырмаҡ йырыу. Шаптырмаҡтар тәрән һыу менән тулды.
ШАПТЫР-ШОПТОР, шаптыр ҙа шоптор (Р: подражание шуму воды; И.: onomatopoeic word; T.: şıpır şıpır) оҡш.
772