Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 773


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАПЫЛДАШЫУ
Ҡабат-ҡабат шаптыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шуму, многократному хлюпанью, плеску воды. Шаптыр-шоптор килеу. Шаптыр ҙа шоптор итеу.
■ Ятыу уртаһында баяғы егет менән өлкә-нерәк ир, бер-береһен батырырға теләгән төҫлө, шаптыр-шоптор киләләр, икеһенең дә баштары һыу өҫтөнә бер колка, бер юғала. Р. Байбулатов. Шәнгәрәй шаптыр-шоптор булып һыуҙан килеп сыкты, уҙенең теше-тешкә теймәй калтырай. Т. Ғарипова. Ишмырҙа, суртанды айғолағынан эләктереп, һыуҙы шаптыр-шоптор кисеп, яр башына сыкты. Н. Мусин.
ШАПШАҠ с. диал. кар. шамтыр 1. Шап-шак кыҙ.
ШАП-ШАҠТАЙ I (Р: прекрасный; И.: fine; first-rate; T.: sağlam) с.
Бик һәйбәт, бынамын тигән, һау. □ Прекрасный, хороший; здоровый. Шап-шактай бала. Шап-шактай йорт һалып сығыу.
ШАП-ШАҠТАЙ II (Р: прекрасно; И.: splendidly; T.: çok iyi) р.
Бик шәп, яҡшы. □ Прекрасно, хорошо. Шап-шактай йөрөп ятыу. Шап-шактай итеп донъя көтөу. ■ Һикһәнде уҙып киткән кеше бит инде [Александр Петрович], .. һаман бирешергә йыйынмай әле. Үҙен шап-шактай һиҙә. Д. Исламов.
ШАП-ШАҠЫР (Р: чехарда; И.: leap-frog; T.: uzuneşek) и. диал. кар. алаҡ-шаҡалай.
Малайҙар, егеттәр уйнай торған уйын (билдән бөгөлөп, бер-бер артлы теҙелеп баҫалар; иң арттағы малай берәм-берәм улар аша һикереп сыға ла, алға тора; иң артта калғаны дауам итә). □ Чехарда. Шап-шакыр уйнау.
ШАП-ШОП, шап та шоп (Р: шлёп-шлёп; И.: smack; T.: şak şak) окш.
Ҡабат-ҡабат шап иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Шлёп-шлёп, хлоп-хлоп (подражание повторяющемуся глухому удару, стуку). Шап-шоп килеу. Шап та шоп итеу.
■ Тышта буран котора, туктауһыҙ яуған һылашма кар, киске укыуҙа ултырыусыларға кайтығыҙ инде, ятығыҙ инде тигән һымак, шап-шоп тәҙрәгә һуға. Б. Бикбай. Гөлнараның
асыуы тиҙ генә утер һымак тугел, кухняла тәпешкәһе табанын иҙәнгә шап-шоп бәреп ары-бире йөрөй. Н. Мусин. Куп тә утмәне, машина ишектәре шап-шоп асылып ябылды, һәм «УАЗ», сокор-сакырҙы ла абайламай, төн куйынына инеп китте. Ғ. Хисамов.
ШАПЫЙ (Р: болтун; И.: idle talker; T.: geveze) с. диал. кар. ләпелдәк.
Күп һөйләүсән. □ Болтун, болтунья, пустомеля. Шапый кыҙ.
ШАПЫҠ с. диал. кар. шағыр III, 2. Ша-пык куҙ.
ШАПЫЛДАҠ КҮРӘН (Р: осока озёрная; И.: sedge species; T.: çulluksazı) и. бот.
Күл, йылға буйҙарында ҡомда үҫкән нәҙек оҙон япраҡлы үлән. □ Осока озёрная (лат. Carex limosa). Шапылдак курән араһында йылан булыуы ихтимал.
ШАПЫЛДАТЫУ (шапылдат-) (Р: шлёпать; И.: spank; T.: şaklatmak) к.
Шап иттереү, шап-шоп килтереү. □ Шлёпать, хлопать чем -л. // Шлёпанье, хлопанье, шарканье. И Мирғасим ашыкмай ғына урынынан торҙо, ниңәлер, өҫ-башын кағып, усы менән сәсен һыйпап алды, Нур янына килде, шапылдатып уның аркаһына һукты. И. Абдуллин. Әтәстәрҙең шапылдатып канат кағып әсе кыскырыуҙары тукмалған турәгә, ни өсөндөр, уҙенән бот сабып көлөу шикелле тойолдо. Б. Бикбай. Зал был юлы шапылдатып кул сапты. Д. Бүләков.
ШАПЫЛДАУ (шапылда-) (Р: шлёпать; И.: bang; T.: şaklamak) к.
Шап тигән тауыш сығарыу, шап-шоп килеү. □ Шлёпать, хлопать, хлопаться. // Шлёпанье, хлопанье. ■ Ишектең шапылдап ябылыуына Валентина Ивановна һиҫкәнеп киткәндәй итте. В. Исхаҡов. Ел капка шапылдап ябылыуға, шәп-шәп атлап, Тимерйән ағай килеп инде. Ф. Туғыҙбаева. Заятуләк .. Асылыкул һыуының шапылдап тулкынланғанын ишетә. «Заятүләк менән һыуһылыу».
ШАПЫЛДАШЫУ (шапылдаш-) к. урт. кар. шапылдау, взаимн. от шапылдау. ■ Табын тирәләй береһенән-береһе вағырак өс кыҙ, ике малай шапылдашып каймакка манып бәрәңге кайыҙлай. Й. Солтанов.
773