ШАПЫМ
ШАПЫМ с. диал. ҡар. хыялый 2. Шапым малай. Шапым ҡатынға ышаныу.
ШАПЫРАН (Р.: хвастливый; И.: swaggering; T: övüngen) с. диал. ҡар. маҡтансыҡ.
Шапырынырға яратҡан. □ Хвастливый, кичливый. Шапыран кеше.
ШАПЫРЛАТЫУ (шапырлат-) (Р.: плескать чем; И.: splash (with); T.: şakırdatmak) ҡ.
Шапыр-шопор иттереү, шапыр-шопор килтереү. □ Плескать чем. ■ Кулдең бер яҡ ситендәге балыҡсылар, ишкәктәре менән һыуҙы шапырлатып, арлы-бирле йөрөйҙәр, кистән һалып ҡуйған нәрәтәләрен ҡарайҙар. М. Ғафури. Сәғитте электән бер нәмә борсой ине: судноларҙың көнкүреш ҡалдыҡтарын, суп-сарҙы, хатта мазут һәм башҡа яғыулыҡ бысраҡтарын шапырлатып һыуға тугеп китәләр. Й. Солтанов.
ШАПЫРЛАУ (шапырла-) (Р.: плескаться; И.: splash; T.: şakırdamak) ҡ.
Шапыр-шопор тигән тауыш сығарыу, шапыр-шопор килеү. □ Плескаться (о воде). ■ Һыуға шапырлап ике кеше килеп төштө һәм һалға ҡаршы йөҙә башланы. Б. Рафиҡов. Диңгеҙ тын тора, кисә кистәге кеуек шапырламай. А. Таһиров. Бына суртан һыу шапырлағанына тертләгәндәй итте, шунан аҙ ғына өҫкәрәк йөҙҙө. С. Шәрипов.
ШАПЫРТМА (Р: хвастливый; И.: boastful; T.: övüngen) с.
Шапыртырға, арттырып һөйләргә яратҡан. □ Хвастливый. Шапыртма кеше.
ШАПЫРТЫНЫУ (шапыртып-) ҡ. диал. ҡар. шапырыныу.
ШАПЫРТЫУ (шапырт-) (Р.: преувеличивать; И.: exaggerate; T.: abartmak) ҡ.
Ысын булғандан арттырыу; ҡабартыу. □ Преувеличивать. // Преувеличивание, преувеличение. ■ Берҙе биш итеп күрһәтергә, самаһыҙ шапыртырға тигәндә лә Янышҡа ҡуш. Ғ. Хөсәйенов. Рекорд яһаным тип шапыртҡан Морат. Р. Солтангәрәев. Дуҫым Шаһизада - уҙе миңә ҡарағанда ла талантлы олуғ шағир, думбырала, мандолинала уйнау маһирлығы иһә шундай юғары кимәлгә ирешкән ки, хатта аяҡ бармаҡтары менән еҙ ҡылдарҙан көй сиртә! - тип шапыртҡайны Ғәбделхәй. Й. Солтанов.
ШАПЫР-ШОПОР, шапыр ҙа шопор (Р: подражание многократному шуму воды; И.: onomatopoeic word; T.: şıpır şıpır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат шапыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному шуму, хлюпанью, плеску воды. ■ Колоннаның шапыр-шопор килеп атлаған аҙым тауыштары ла ишетелмәҫ булды. X. Ғиләжев. Әсфәндиәр атын таллыҡҡа ҡыуҙы, тик һаҙламыҡҡа эләкте, шапыр-шопор кире сыҡты. Б. Рафиҡов.
ШАПЫРЫҠ (Р: преувеличенный; И.: exaggerated; T.: abartılı) с.
1. Шапыртып, ҡабартып һөйләнгән.
□ Преувеличенный. Шапырыҡ хәбәр. Шапырыҡ ҡыуаныс.
2. Үҙен үҙе шәпкә сығарып һөйләгән; ҡупым, маҡтансыҡ. □ Хвастливый, кичливый. Шапырыҡ кеше. Шапырыҡ булыу.
ШАПЫРЫЛЫУ (шапырыл-) (Р: наводнять; И.: overflow; T.: taşmak) ҡ.
Ташып, ниндәйҙер кимәлдән ашыу. □ Наводнять, подниматься, вздуваться. Шапырылып тирә-яҡҡа йәйелеу.
ШАПЫРЫНҠЫ (Р.: преувеличенный; И.: exagerated; T: abartılı) с.
Ҙур итеп күрһәтелгән, арттырылған, ҡабартылған. □ Преувеличенный. Шапырынҡы ҡотлау һуҙе.
ШАПЫРЫНЫУ (шапырын-) (Р: хва литься; И.: boast (of); T: övünmek) ҡ.
Үҙ-үҙеңде шәп итеп күрһәтеү; маҡтаныу.
□ Хвалиться, хвастаться; кичиться; бахвалиться. // Хвастовство, бахвальство. Я Гитлер Рәсәйҙе лә өс аҙна тигәндә бөгә һалам тип шапырынғайны, ә хәҙер Сталин уҙен стенаға килтереп терәне. И. Абдуллин. Бына әле Татлыбай Мулдаҡаев шапырынып һөйләй, уҙен бөйөк кеше итеп күрергә хыяллана. Ә. Бикчәнтәев. Ғөмүмән, кавалеристар - борсаҡ шыттырыбыраҡ һөйләшә, шапырыныуҙы ярата торған, тәкәбберерәк халыҡ. Р. Низамов.
ШАПЫРЫУ I (шапыр-) (Р.: переливать;
И.: pour (from); T.: karıştırmak) ҡ.
Күбекләнеп ҡабарған шыйыҡ нәмәне һоҫа-һоҫа кире ҡойоп болғатыу; һапырыу.
□ Переливать. ■ Ул [Сөнәғәт] һике өҫтөн һәрмәне, уның ҡулына эркет шапыра торған
774