Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 775


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАРАҠ
ҙур бер ҡашыҡ эләкте. Ж. Кейекбаев. Эрән-йәнкәй тауҙың, ай, башында шапырыпҡай ҡымыҙ әсәләр. Халыҡ йырынан.
ШАПЫРЫУ II (шапыр-) ҡ. диал ҡар. шапыртыу. Шапырып һөйләу. Шапырын ултырыу. Бер туҡтауһыҙ шапырыу.
ШАР I [рус.] (Р.: шар; И.: sphere; Т.: top) и.
1. Түңәрәктең үҙ диаметры тирәһендә әйләнеүенән барлыҡҡа килгән геометрик есем. □ Шар (геометрическое тело). Шар радиусы улсәу. Шар майҙанын табыу.
2. Шул есем рәүешендәге нәмә. □ Шар. / Шаровой. Шар һуғыу. ■ Ниһайәт, алыҫта ҡарайып куренгән дәу ҡаяны урталайға ярып, ҙур ҡыҙыл шар юғары кутәрелде. Ә. Байрамов. Куп тә утмәне, ҡыуаҡлыҡтар артындағы бер ҡатлы, таҡтанан эшләнгән бильярд залы куренде, шаҡ-шоҡ һуғылған шар тауыштары ишетелде. X. Зарипов.
3. һауа тултырылған шар рәүешендәге балалар уйынсығы. □ Шар, шарик. ■ [Батша: ] Шар ырғытам, кемдең башына төшә -ҡыҙым шуға була. Әкиәттән.
♦ Күҙ шар {йәки шарҙай) <асыҡ> булыу аптырау, ҡурҡыуҙан күҙҙәр ҙурайып китеү. □ соотв. Лезть на лоб, вылезать из орбит (о глазах - от испуга, удивления). ■ Ғәжәпһенеуҙән куҙҙәре шар булған Мөжәһит, төпсөнөп тормай ғына, асыҡ ишектән һалдат тоҡсайын дуҫының ҡулына бирҙе. Ғ. Аллаяров. Тик куҙҙәре шар асыҡ Марсель генә өкө һымаҡ ҡаранып ултыра. Р. Байбулатов. Шар күҙ тупайып, алға сығып торған күҙ. □ Пучеглазый. Шар куҙ булыу.
ШАР II (Р.: болотистое место; И.: boggy place; T: bataklık) и. диал.
Әрәмә баҫҡан түмгәкле һаҙлыҡ урын. □ Болотистое место, покрытое урёмой. Шарға барып сығыу. Шарҙы киптереу. Шарҙан сыға алмау.
ШАР III (Р: настежь; И.: wide open; T.: ardına kadar) p.
1. Бик ныҡ киреп (асыу, асылыуға ҡарата). □ Настежь. ■ Тышта сатлама һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ишек шар асыҡ. А. Абдуллин. Тәҙрәләр шар асыҡ, өҫтәл өҫтөнә йәйелгән, ҡара һәм киптергестәр менән баҫтырып
ҡуйылған газеталарҙы тыштан ингән ел дерелдәтә. С. Агиш. Семәрләп эшләнгән ҙур тимер ҡапҡа, ҡунаҡсыл хужаның куңеле шикелле, шар асыҡ тора. 3. Биишева.
2. һөйл. Үтә ныҡ, бик ныҡ (көндөң асыҡлығына ҡарата)’, салт. □ Очень, совершенно. Шар аяҙ тон. ■ Шар аяҙ көндәр еләҫләнә, тора-бара яуынға тартыла барҙы. С. Шәрипов.
ШАРIV (Р: подражание истошному крику от сильного испуга; И.: sound imitative yelling sound; Т.: ay!) оҡш.
Әсергәнеп, ҡурҡып ҡысҡырған көслө тауышты белдергән һүҙ; сар. □ Подражание истошному крику от сильного испуга и т. п. Шар итеп ҡысҡырыу. ■ Ғәзизә шар итеп илап ебәрҙе. Т. Сәғитов.
ШАРАБАН [фр. char â bancs ‘ағас эскәмйәле арба’] (Р: шарабан; И.: kind of cart; T.: yolcu taşıyan araç) u.
1. Дүрт тәгәрмәсле, кеше ултыра торған рәт-рәт эскәмйәләре булған асыҡ арба. □ Шарабан (экипаж). Шарабан тәгәрмәстәре. Шарабан яһау. Шарабандың эскәмйәләрен нығытыу.
2. Ике тәгәрмәсле еңел арба. □ Кабриолет. Шарабанда йөрөу.
ШАРА-БАРА (Р: ерунда; И.: trash; Т.: saçma sapan) и. диал. ҡар. юҡ-бар.
Ваҡ-төйәк әһәмиәтһеҙ нәмәләр. □ Ерунда, чепуха. Шара-бара һөйләу.
ШАРАДА [фр. charade ‘әңгәмә’] (Р: шарада; И.: kind of puzzle; T.: hece bilmecesi) и.
Йәшерелгән һүҙ бер нисә үҙ аллы һүҙҙе тәшкил иткән өлөштәрҙән торған уйын-табышмаҡ. □ Шарада. Шарада төҙөу. Шарада сисеу. Шарадының яуабын эҙләу.
ШАРАИТ [ғәр. İjIj2>] и. иҫк. ҡар. шарт
I. ■ [Хәлкәй өсөн] тик тормоштоң йылы ҡосағынан яңы сыҡҡан иптәштәрен, шул шараит араһында тотоу мәсьәләһе генә бик ауыр ине. Д. Юлтый.
ШАРАҠ I (Р: прямой; И.: straight; T.: düz, budaksız) с.
1. Төҙ, ботаҡһыҙ, шыма. □ Прямой (о стволе дерева). Шараҡ шыршы. Шараҡ уҫаҡтар.
2. Еңел, тиҙ ярылыусан. □ Колкий (о дровах). ■ Балтаңды кутәреп сапҡан һайын имән шартлап ярыла, бик шараҡ ағас. Н. Мусин.
775