ШАРАҠ
3. диал. Ярылған, ҡытыршы. □ Шершавый, шероховатый. Ҙур шараҡ ҡулдар.
4. Ныҡлы булмаған, тиҙ ябығыусан (атҡа, йылҡы малына ҡарата). □ Склонный быстро худеть (о лошади). Шараҡ аттар көтөуе.
ШАРАҠ II (Р: огрех; И.: flaw; T.: biçilmemiş) с. һөйл.
Һөрөлмәй, сәселмәй йәки сабылмай ҡалған. □ Огрех (на пашне, покосе). Шараҡ ҡалдырыу.
ШАРАҠЛАУ (шараҡла-) (Р.: лить; И.: pour down; T.: yağmak) ҡ.
Шәп итеп, һыҙыра ҡойоу (ямғырға ҡарата). □ Лить, проливать. Шараҡлап ямғыр яуа башланы. Бер туҡтауһыҙ шараҡлау.
ШАРАН и.
1. ҡар. шаршы. Көслө шаран. Шаранға барып сығыу. Шаранды кисеп сығыу.
2. Мурҙа һалыу өсөн шаршыға талдан үреп ҡуйған тәпәшәк ситән. □ Запруда. Шаран менән һыуҙы быуып ҡуйғандар.
3. Мурҙа ҡанаты. □ Направляющие крылья морды (мордушка, вентерь). ■ [Ғәлимйән ] мурҙаның шарандарын ипләштерҙе. Ә. Ғибәҙәтов.
ШАРАН-ЯРА р. ҡар. шарран-яра. ■ Ҡапҡалар, ишектәр шаран-яра асыҡ. Ғ. Ибраһимов. Йәй көнө ауыл халҡының ишектәре, тәҙрәләре шаран-яра асыҡ була. С. Поварисов.
ШАРАП (шарабы) [ғәр. c-jlj-Ji] (Р: вино; И.: wine; T.: şarap) и.
Йөҙөм һутынан әсетелгән йомшаҡ иҫерткес эсемлек; хәмер. □ Вино. ■ Өҫтәлгә тоҙло ҡыяр, бәшмәк, колбаса һымаҡ ашамлыҡтар ҡуйылған, уртала һерәйеп ҡыҙыл шарап шешәһе ултыра. Р. Байбулатов. Өҫтәлдә ултырып ҡалған ҡалдыҡ шарап, бер аҙ емеш-еләк тә Гөлзарға раузалы йорт хужаһы тураһында бер ни һөйләй алманы. С. Ильясов. Камали, өҫтәл тирәһенә килеп, бокалдарға шарап өҫтәне. Ғ. Хәйри.
ШАРҒАТ с. диал. ҡар. шараҡ 1,1. Шарғат утын.
ШАРҘАТМАм. диал. ҡар. шарлауыҡ. Тау шарҙатмаһы. Шарҙатма тауышы.
ШАРҘАУАЙ с. диал. ҡар. шарҙыуан. ■ Ғәмбәров йомарлаҡ кәуҙәле, теремек, шарҙауай холоҡло был ҡатынға нисектер ҡурҡыбыраҡ та, ихтирам менән дә ҡарай. Ш. Янбаев.
ШАРҘЫУАН (Р: шумливый; И.: noisy; Т.: gürültülü) с.
1. Үҙен иркен тотҡан, ҡысҡырып көлөргә, һөйләшергә яратҡан. □ Шумливый, шумный (о человеке). ■ Тәу ҡарашта шарҙыуан куренһә лә, тыныс һәм сабыр ул [Самат] уҙе. В. Исхаҡов.
2. Сер йәшерә белмәгән, асыҡ. □ Прямодушный, открытый. ■ Зараев - шарҙыуан ҡылыҡлы, эсендәгеһе тышында кеше ине, шыл-дырып-фәлән һөйләп маташманы. Н. Мусин.
ШАРЖ [фр. charge] (Р: шарж; И.: cartoon; T.: karikatür) и.
1. Кеше йәки бер нәмәнең тышҡы оҡшашлығын һаҡлау менән бергә үҙенсәлекле һыҙаттарын көлкөгә һабыштырып һүрәтләү алымы. □ Шарж (разновидность карикатуры). ■ Шарж башлыса һурәт сәнғәтендә ҡулланыла. К. Әхмәтйәнов.
2. Шул алым менән төшөрөлгән һүрәт. □ Шарж (сатирическое или юмористическое изображение). Шарж төшөрөу. Етәкселәргә шарж яһау.
3. Шул алым менән яҙылған ҡыҫҡа шиғыр. □ Стихотворен и е-шарж. Шарж яҙыу. Шарж яҙыу алымы. Шарж яҙыу оҫталығы.
ШАР-ЗОНД [рус.] (Р.: шар-зонд; И.: aireal probe; T.: sondaj balonu) и. махе.
Һауа торошон тикшереү өсөн водород менән тултырып, һауаға ебәрелгән, метеорограф беркетелгән резина шар. □ Шар-зонд. Шар-зондты тултырыу.
ШАРИК (шаригы) [рус.] (Р: шарик; И.: little sphere; T.: balon) и.
Бәләкәй генә, ваҡ шар (I, 2). □ Шарик. М Уның [Викторҙың] баш бармағында әстрхан сәтләуегенән саҡ ҡына вағыраҡ ҡарағусҡыл шариктарҙан теҙелгән муйынса эленеп тора ине. И. Абдуллин.
ШАРИКЛЫ (Р: шариковый; И.: ball (-point); T.: balonlu) с.
Ваҡ шарҙар, шариктар ҡуйылған; шариктар ярҙамында хәрәкәт иткән. □ Шариковый. Шариклы авторучка. Шариклы подшипник. Шариклы конвейер. ■ Аҡъюловтың алдына Ғәҙел ҡағыҙ, шариклы ручка һалды, уҙе суд-медицина экспертизаһы ебәргән белешмәне ҡараны. Т. Сәғитов. Табалдырығына шариклы
776