Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 777


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАРЛАТАН
Урмансылар эш араһында кумәкләшеп шаярышып алалар, бер-береһенә төртмә һуҙҙәр әйтешәләр, шарҡылдашып көлөшәләр. Ә. Ғибәҙәтов.
ШАРҠЫРАУ (шарҡыра-) ҡ. диал. ҡар. шарлау. Йылға шарҡырап аға.
ШАРҠЫРАУЫҠ (шарҡырауығы) и. диал. ҡар. шарлауыҡ.
ШАРЛАМА и.
1. ҡар. шарлауыҡ. ■ [Ғәлиә] яр аҫтында ултырыусы Гәуһәргә ғәмһеҙ генә бер ҡарап алды ла кире шарламаға төбәлде, донъянан ваз кискән кеше һымаҡ ултыра бирҙе. И. Ғиззәтуллин. Шарлама ҡойған урында ҡайҙандыр ағып килеп берәй ағас киҫәге юлыға ла, ни ары табан китә алмай, ни туҡтамай, бер тирәлә урала ла урала. Ғ. Лоҡманов. Ауыл янындағы шарлама ғына, сер бирмәйенсә, көн-төн шаулауын белә, уның да ғумере һанаулы: оҙаҡламай, тауышы бөткән йырсылай, ул да тынасаҡ. Р. Низамов.
2. ҡар. шаршы. Шарламаға ҡаршы барыу.
ШАРЛАНДЫРЫУ (шарландыр) (Р: выпучить (о глазах)’, И.: make globe-shaped; T.: yüvarlaklaştırmak) ҡ.
Шар һымаҡ түп-түңәрәк итеү (куҙгә ҡарата). □ Выпучить (о глазах). М Арбала ҡалыусылар, куҙҙәрен шарландырып, һәр яҡты куҙәтеп ултыралар. Ғ. Хәйри.
ШАРЛАНЫУ (шарлан-) (Р: выпучиться (о глазах)', И.: become globe-shaped; T.: yuvarlaklanmak) ҡ.
Шар һымаҡ түп-түңәрәк булыу (куҙгә ҡарата). □ Выпучиться (о глазах). ■ Ғәзиздең дә куҙҙәре шарланды. Ғ. Хәйри.
ШАРЛАТАН [фр. charlatan] (Р: шарлатан; И.: fraud; T.: şarlatan) и.
1. Үҙен белгес, булдыҡлы итеп күрһәтергә тырышҡан елғыуар кеше. □ Шарлатан. / Шарлатанский. Шарлатанға әйләнеу. Шарлатан ҡотҡоһона бирелеу. ■ [Сөмбөл -Маратҡа:] Ҡоро шарлатан, буш ҡыуыҡ, дан өсөн йән бирә торған зат икәнһең. С. Поварисов. Вышинский кеуек шарлатандар туҙға яҙмаған теориялар ижад итте. Т. Сәғитов. Шарлатандарға ышанып, куптәр уҙен һуңғы сиккә еткерә лә дауаханаға килеп йығыла, ҡотҡара алмаһа, врач ғәйепле. Г. Яҡупова.
777
подшипник ҡуйып, тотоноп шыуыр өсөн ултыртып йәнә бер таҡта беркетеп уҙе эшләгән был нәмәне Ҡыҙырас «самокат» тип йөрөтә. 3. Биишева.
ШАРҠ (Р.: ха-ха; И.: onomatopoeic word; T.: kahkaha) оҡш.
Ҡаты итеп көлгән тауышты белдергән һүҙ. □ Ха-ха, ха-ха-ха (подражаниераскатистому смеху, хохоту). ■ Ҡапыл бөтә халыҡ шарҡ итеп көлөп ебәрҙе, ҡайһы берәуҙәр «ах!» тип ҡысҡырҙы. С. Агиш.
ШАРҠАНА (Р.: кокетливый; И.: coquettish; T.: cilveli) с. диал. ҡар. ҡылансык.
Артыҡ борғолана, һырғалана торған. □ Кокетливый; жеманный, манерный. Шар-ҡана ҡыҙ.
ШАРҠ-ШОРҠ оҡш. ҡар. шарҡ. Шарҡ-шорҡ көлөу.
ШАРҠЫЛДАҠ (Р: смешливый; И.: risible; T.: güler) с.
Ҡысҡырып көлгән, көлөргә яратҡан; көләкәс. □ Смешливый. Шарҡылдаҡ ҡыҙ. ■ Юҡтан да ҡыҙыҡ табып көлөргә тиһәң, уны [Земфираны] ҡуш ине. Ундайҙарҙы беҙҙә шарҡылдаҡ тиҙәр. Г. Яҡупова.
ШАРҠЫЛДАҠ БАШ (Р: хлопушка; И.: catchfly; T.: gıvışgan otu) и. бот.
Эсе ҡыуыш йомро аҡ сәскәле бейек үлән. □ Хлопушка; смолёвка-хлопушка (лат. Silene vulgaris). Шарҡылдаҡ баш сәскәһен балалар маңлайға шартлатып уйнай. Шарҡылдаҡ баш - суп уләне.
ШАРҠЫЛДАУ (шарҡылда-) (Р: раскатисто хохотать; И.: give a loud laugh; T.: kahkaha atmak) ҡ.
Ҡысҡырып көлөү, шарҡ-шорҡ килеү. □ Раскатисто хохотать. // Хохот, хохотание. ■ Ҡуҙыйкурпәс сабып утеп китә, ә дейеу тирә-яҡтағы тау-таштарҙы ҡалтыратып, шарҡылдап көлә генә. «Ҡуҙыйкүрпәс». Басиров шарҡылдап көлә һәм Захаровтың арҡаһынан һөйә. С. Агиш. Рәшиҙә көтмәгәндә шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Ғ. Аллаяров.
ШАРҠЫЛДАШЫУ (шарҡылдаш ) ҡ. урт. ҡар. шарҡылдау, взаимн. от шарҡылдау. ■ Ҡыҙылармеецтар шарҡылдашып бер көлөшөп алдылар. Ә. Байрамов. Малайҙар шарҡылдашып көлөштөләр. Б. Бикбай.