Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 778


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАРЛАТАНЛАНЫУ
2. Алдай торған кеше. □ Обманщик; лжец, лгун. Шарлатанға юлыҡма. Шарлатан менән аралашыу.
ШАРЛАТАНЛАНЫУ (шарлатанлан-) (Р.: шарлатанить; И.: act as a fraud; T.: şarlatan-laşmak) ҡ. ҡар. алдашыу.
Шарлатан кеүек эш итеү. □ Шарлатанить, шарлатанствовать, поступать как шарлатан. ■ [Әҡлимә:] Ҡартайған көнөмдә шул хәйергә нәфсемде һуҙып, шарлатанлана алмайым. М. Садиҡова.
ШАРЛАҒАНЛЫҠ (шарлатанлығы) (Р: шарлатанство; И.: charlatanism; T.: şarlatanlık) и. ҡар. алдаҡсылыҡ.
Шарлатан булыу хәле. □ Шарлатанство. Шарлатанлыҡ итеу.
ШАРЛАТЫУ (шарлат-) ҡ. йөкм. ҡар. шарлау. понуд. от шарлау, һөттө шарлатып ҡойоу.
ШАРЛАУ (шарла-) (Р: клокотать; И.: gurgle; T.: şarlamak) ҡ.
Ныҡ шаулау, туҡтауһыҙ тауышланып ағыу; ҡойолоу. □ Клокотать, бурлить, течь с шумом (о воде, жидкости). // Клокот, клокотание; бурление. ■ Яҙ көнө Оҙонғол йыраҡаһынан шарлап ҡар һыуҙары ағып төшкәндә, .. Үле Эйек тә терелеп, йәнләнеп китә. 3. Биишева. Хәсән, башындағы кепкаһын тағы ла баҫа биреп, шарлап ағып ятҡан Ағиҙелгә төбәлде. М. Ғиләжев. Үрт аҙағына Фатих килеп етеште, уның бер ҡулы һалынып төшкән, шарлап ҡан аға ине. Б. Ишемғол.
ШАРЛАУЫҠ (шарлауығы) (Р: водопад;
И.: water-fall; T.: şelale) и.
1. Текә ҡаянан, һикәлтәнән киҫә ағып төшкән һыу. □ Водопад. ■ Оҙонғол йыраҡаһынан Үле Эйеккә ағып төшкән шарлауыҡтың гөбөрләуе бында, лапаҫ башына ла, айырым-асыҡ ишетелеп тора. 3. Биишева. Бейек ҡаялар араһында шарлауыҡтар геуләй. Ә. Бикчәнтәев.
2. ҡар. шаршы. ■ Кәмә шарлауыҡҡа төшөп алды ла уйнаҡлай-уйнаҡлай алға елдерҙе. Д. Бүләков. Кукрәгенә тиклем тәрәнлектәге шарлауыҡтан, сым буйлап тартыла-тарты-ла, көскә килеп сыҡты ҡасҡы. Ә. Ғибәҙәтов.
3. диал. Ҡар иреүҙән йәки көслө ямғырҙан барлыҡҡа килеп, шаулап аҡҡан һыу;
гөрләүек. □ Ручеёк, ручей. ■ Ташҡан шарлауыҡтар, һикергеләп-уйнап, курорт уҙән-дәренән аҡтарылып аҡтылар. Ә. Байрамов. Шарлауыҡтар тынып, ер-һыу кипкәс тә, йәш-елкенсәк кистәрен тауҙан өҙөлмәне. Ғ. Лоҡманов. Тау битләуҙәрендәге ала-сола ятҡан ҡарҙарҙан һарҡып, һаман шарлауыҡтар аға. Н. Мусин.
ШАРЛОТКА [фр. Charlotte] (Р: шарлотка; И.: charlotte; T: meyveli puding) и. кул.
Алма ҡушып бешерелгән татлы ҡамыр ашы. □ Шарлотка. Шарлотка бешереу. Шарлотка өсөн алма. Шарлотка менән һыйлау.
ШАРЛЫҠ (шарлығы) (Р: болотистое место (покрытое урёмой)', И.: marshy place; T: bataklık) и.
Әрәмәле, түмгәкле һаҙмат урын. □ Болотистое место (покрытое урёмой). Шарлыҡҡа барып сығыу. Шарлыҡтан сыға алмау. Шарлыҡты таҙартыу. М Икенсе көн шарлыҡ аръяғында малдарҙың өйкөмләшеп укергән еренә барғас, Ғәбделхәй ҡанлы уләнде, ситтәрәк этенең башы, ҡойроғо ятҡанын куреп бик шомланды. С. Ильясов.
ШАРМАНКА [фр. charmante Catherine Түзәл Катрин’] (Р: шарманка; И.: barrelorgan; T.: laterna) и. муз.
Яурынға аҫып йөрөтмәле, тотҡаһын өйөрөлтөп көй сығарған ҡумта рәүешендәге баҫмаҡһыҙ механик музыка ҡоралы. □ Шарманка. Шарманкала уйнарға өйрәнеу. Шарманканы уйнатыу.
ШАРМАНКАСЫ (Р: шарманщик; И.: organ-grinder; T: laternacı) и.
Шарманкала уйнаусы. □ Шарманщик. Шарманкасы көй сығара.
ШАР-МАР I, шар ҙа мар (Р: подражание шуму; И.: onomatopoeic word; T: dırdır) оҡш.
Ғауғалап ҡысҡырған тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шуму, гаму, галдёжу. Шар-мар итеп ҡалыу. Шар ҙа мар килеу.
ШАР-МАР II (Р: прямодушный; И.: straightforward; T: açık kalpli) с.
Уй-хисен йәшерә белмәгән, эсендәге тышында. □ Прямодушный, шумливый. Шар-мар ҡатын. • Шар-мар кеше һуҙ кутәрә, аҫтыртын ҡул кутәрә. Мәҡәл.
ШАРНИР [нем. Schamier < фр. chamiere < лат. cardo ‘ишек тоҡаны’] (Р: шарнир; И.: hinge, joint; T.: menteşe) и. ҡар. күгән.
778