ШАРТ
Ишек, ҡапҡа кеүек нәмәнең бер яғын ҡуҙғалырлыҡ итеп беркетеп торған тимер. □ Шарнир. Ҡапҡа шарниры, һандыҡ шарниры. ■ Ишек алды тулы мал тиҙәге, һуҡмаҡта һыныҡ күсәр ята, тәҙрә ҡапҡасы бер шарнирға эленеп тора, быялаһы ватыҡ өлгөгә мендәр тығып ҡуйғандар. А. Мағазов.
ШАРОВКА [рус.] (Р.: шаровка; И.: method of agricultural treatment; T.: ön çapa) и. a. х.
Рәт араларын йомшартыу эше. □ Шаровка. Шаровка үткәреүҙе тамамлау.
ШАРОВКАЛАУ (шаровка-) (Р: шаровать; И.: treat; T.: tarlayı sürüp ekmek) ҡ. а. х.
Шаровка үткәреү. □ Шаровать. Сөгөлдөрҙө шаровкалау. Шаровкалап сығыу. Шаровкалап бөтөү.
ШАРПАНЛАТЫУ (шарпанлат-) (Р: шуршать; И.: rustle; T.: şıpışık sürüklemek) ҡ.
Ауыр аяҡ кейемен һөйрәп атлағанда тауыш сығарыу; ҡарпылдатыу. □ Шуршать чем. ■ Ҡуңалтаҡ кейгән кейеҙ ҡатаһын шарпанлатып ишек төбөнә кәңгер-көңгөр килеп еткән ҡарт Сарышевтың асыуына тейҙе. Ш. Янбаев.
ШАРП-ШОРП, шарп та шорп (Р: подражание звуку шарканья; И.: shuffling sound imitation; T.: şıp şıp) оҡш. һөйл.
Һыулы, бысраҡ ерҙән атлағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку шарканья. Шарп-шорп атлау. Бысраҡты шарп-шорп кисеп сығыу. Ҡала урамдары бөтөнләй епшеү ине, сана табандары, дым тартып, ауырайғандай булды, ат тояҡтары һыу һеңгән ҡарҙы шарп та шорп килтерә.
3. Ураҡсин.
ШАРПЫЛДАТЫУ (шарпылдат-) ҡ. һөйл.
1. йөкм. ҡар. шарпылдау, понуд. от шарпылдау. һыуҙы шарпылдатып кисеп сығыу. Шарпылдатып йүгереү.
2. ҡар. шарпанлатыу. ■ [Тимур] йөрәкһеп, үксәһеҙ ҡаталарын шарпылдатып, коридорға ташланды. Й. Солтанов. [Маһый] калушын шарпылдатып һөйрәп сығып китте ҡапҡанан. Г. Яҡупова.
ШАРПЫЛДАУ (шарпылда-) (Р: шаркать; И.: shuffle; T.: şıpışık sürüklemek) ҡ. һөйл.
Шарп-шорп тигән тауыш сығарыу. □ Шаркать. Бер туҡтауһыҙ шарпылдау.
ШАРРАН-ЯРА (Р: широко; И.: wide open; T.: ardına kadar) p.
1. Тулыһынса киреп; шар. □ Широко, настежь. ■ [Фәриҙә] йәһәтләп, ҡапҡаны киренән шарран-яра асты. Ш. Янбаев.
2. Тотош, тулыһынса, бөтөнләй. □ Полностью. ■ Бына бер нисә йыл инде ул [келәт] шарран-яра буш тора. Ф. Иҫәнғолов.
3. күсм. Йәшермәй, асыҡтан-асыҡ. □ Открыто, искренне, откровенно. М Ҡинйә үҙенең һөйөүенә ҡаршы ҡуйылған ҡырылмаһа-ҡырҡ төрлө кәртәләрҙең бөтәһен бер ыңғай аша атлап, күҙ ҡырыйынан ғына ҡарап килгән атаһына йөрәгендәгеһен шарран-яра асты. Ғ. Ибраһимов.
ШАРТ I [ғәр. (Р: условие; И.: condition; T: şart) и.
1. Нимәнелер башҡарыуҙан алда тормошҡа атҡарылырға тейешле талап. □ Условие, требование чего или чьё. ■ Ул [Гуҡчурин] өйҙө һәм башка нәмәләрҙе һатыуҙан килгән аҡсаны, ун һигеҙ йәше тулғас, үҙе баш булыу шарты менән, Хисам исеменә һаҡлыҡ кассаһына һаласаҡ. Б. Бикбай. Миңә кейәү булырға теләгән кеше көрәштә еңеп сығырға тейеш. Икенсе шартым шул, - ти батша. Әкиәттән. • Тейеүе шарт түгел, шартлауы шарт. Мәҡәл.
2. Үҙ-ара һөйләшеү буйынса үтәлергә тейешле хәл, талап. □ Уговор, требование. ■ Бер тауыштан ярыштың шарттары раҫланды. М. Кәрим.
3. Нимәнеңдер үтәлеүен, бойомға ашыуын тәьмин иткән, уның өсөн мотлаҡ булған хәл. □ Условия, возможности (способствующие чему-л.). Эшләү өсөн барлыҡ шарттар булдырыу. ■ Беҙ [буровойҙар], тейешле шарттар тыуҙырһағыҙ, һынатмабыҙ, Владимир Иванович, - тинеләр. Ә. Байрамов. Ял итергә бөтә шарты килгән. Н. Ҡотдосов.
4. Нимәнеңдер булмышын, тормошон билдәләгән хәл. □ Условия, обстоятельства. Тормош шарттары. ■ Фронт шарттарында әллә ни фырт ҡыланыу мөмкин түгел, әлбиттә, ләкин Сорокин һарғылт сәсен ҡырыныраҡ һалған пилоткаһы аҫтынан сығара биреп йөрөй, был уға килешеп тә тора. Ғ. Аллаяров. һуғыш шарттарында үҙең өсөн йәшәлгән
779