Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 780


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАРТ
ғүмергә бары тик шул мейес алдында ултырған һанаулы минуттар ғына инәлер ҙә әле ул. Ш. Бикҡол.
5. Нимәнеңдер нигеҙен билдәләгән мәғлүмәт. □ Условие, основа, предпосылка. Еңеүгә ирешеүҙең төп шарттары.
♦ Шартына килтереү талапҡа тейешле, тәртипкә ярашлы итеү; еренә еткереү. □ Сделать должным образом, как следует.
■ Вокзалдан ҡалаға менгәндә ул [Саяф] мөмкин тиклем шартына килтереп атларға теләне, аҙымдарын да эреләндерҙе, баҫҡанда ла нығыраҡ баҫырға тырышты. С. Агиш.
ШАРТП (Р.: бах; И.: bang!; T.: şak!) оҡш.
Ҡаты нәмә ныҡ һуғылғанда, һынғанда йәки мылтыҡ атҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Бах, бабах, треск (подражание резкому, сильному звуку, шуму, вызванному ударом, выстрелом, ломанием и т. п.). Шарт итеп һыныу. Шарт итеп ҡалыу.
■ Бармаҡ менән аҙыраҡ баҫтыңмы - хәҙер ул туп шарт итеп ҡалыр төҫлө. Р. Байбулатов. Фатима бер һүҙ ҙә өндәшмәй, еңмешләнеп, ишекте шарт ябып сығып китте. Ж. Кейекбаев.
ШАРТЛАМА и. диал. ҡар. ер еләге. Шартлама ҡайнатмаһы. Шартламанан һут эшләү. Шартлама сүпләү.
ШАРТЛАМА ШӘҢГӘ (Р: шаньги с клуб никой; И.: burger with a strauberry; T.: çilekli börek) и. диал.
Әсе йәймә өҫтөнә ер еләге һалып бешерелгән ҡамыр ашы. □ Шаньги с клубникой. Шартлама шәңгәгә еләк йыйыу. Шартлама шәңгә бешереү.
ШАРТЛАНБАШ и. диал. ҡар. ер еләге. Бешмәгән шартланбаш. Ҡып-ҡыҙыл шарт-ланбаш. Шартланбаштан бәлеш бешереү.
ШАРТЛАТҠЫС I (Р: взрывчатка; И.: explosive; T.: patlayıcı madde) и.
Шартлау өсөн ҡулланылған нәмә (динамит, тол һ. б. ҡарата). □ Взрывчатка. Я Тоҡтарында шартлатҡыс капсюль-детонатор -ҙар булған һалдаттарҙы, йығылыу-һуғылыуҙарҙан һаҡлап, иптәштәре ҡултыҡлап барҙы. Ә. Байрамов. Беҙ, өс штурмовик, шартлатҡыс һәм яндырғыс бомбалар, фосфор киҫәктәре ташлап, Воронеж эргәһендә дошман
танкылары урынлашҡан бер урмансыҡты бөтөнләй яндырып бөтөрҙөк. Ф. Әсәнов. Разведка партияһында шартлатҡыс детонаторҙар юғалыуын телгә алыусы булманы. Ш. Янбаев.
ШАРТЛАТҠЫС П (Р: пузырь; И.: (fish) sound; T.: hava kesesi) и. диал. ҡар. ҡыуыҡ 2.
Балыҡтың һауа менән тулы эске ағзаһы. □ Пузырь (у рыб). Балыҡтың шартлатҡысын алыу.
ШАРТЛАТЫЛЫУ (шартлатыл-) ҡ. төш. ҡар. шартлатыу, страд, от шартлатыу. Я Оло юлда немецтарҙың машиналары шартлатыла, эреле-ваҡлы күперҙәрҙең, һәр төрлө складтарҙың көлө күккә оса торҙо. Ә. Хәкимов. Шунда уҡ шампанский шартлатылды. Т. Килмөхәмәтов.
ШАРТЛАТЫУ (шартлат-) ( Р: взрывать; И.: explode, detonate; T.: patlatmak) ҡ.
1. Шартлатҡыс (I) ярҙамында емереп күккә осороу, ҡыйратыу. □ Взрывать, подрывать. // Взрывание, подрывание. Я Командование карапты шартлатырға приказ бирҙе. И. Абдуллин. Өс группа траншеяларҙы баҫып алыу менән, махсус группа күперҙе шартлатырға тейеш. Ә. Бикчәнтәев. Ике генерал һәм полк командиры, үҙ машиналарына ултырып, ми-номётты шартлатыуҙан, үҙҙәрен һәм көрәштәштәрен үлемдән ҡотҡарып ҡалған ике «батырҙы» ҡарарға килделәр. С. Поварисов.
2. Шарт (II) тигән тауыш сығарыу, шарт-шорт килтереү. □ Издавать сильный отрывистый звук, производить шум, хруст, треск; щёлкать, прищёлкивать чем. // Щёлканье, прищёлкивание. Телде шартлатыу. Я Радмир, ҡапыл шартлатып, шампанскийҙы асып ебәрҙе лә, ҙур бокалдарға таштыра-таш-тыра ҡойоп сыҡҡас, тост әйтеп маташты. Р. Байбулатов. Сәмиғулла артта ҡалған ҡара һыйырҙы ҡыуаланы, оҙон сыбыртҡыһын шартлатып алды. Ә. Вәли. Ҡарт өҙөп-өҙөп кенә бер-ике һүҙ әйтте лә, өй ишеген шартлатып ябып, кире инде. Ғ. Хисамов.
3. Хәл ҡылымдың -а, -п формаһында ҡушма ҡылымдың беренсе компоненты булып, төп мәғәнәне көсәйтә. □ В форме деепричастия на -а, -п обозначает ‘очень хорошо, замечательно; бойко, быстро; резко’. Шарт-
780