ШАРТЛАУЫҠ
латып донъя көтөү. ■ Йософ батыр яуап хаты ебәргән, унда Русияның бөйөк батшалары борон-борондан башҡорт халҡын үҙ иркенә йәшәтеүе, ҡылыс аҫтында тот-мауы хаҡында шартлатып әйтеп биргән. Б. Рафиҡов.
ШАРТЛАУ (шартла-) (Р.: взрываться; И.: explode; T.: patlamak) ҡ.
1. Эске емергес көс менән сайрап ярылыу (снаряд, мина һ. б. ҡарата). □ Взрываться, взорваться, разрываться, подрываться. // Взрыв. ■ Шартлау һәм ялҡындар аҫтында, ҡан һәм үлем менән аралашып, Яйы йыл -1945 йыл тыуҙы. И. Абдуллин. Шул уҡ мәлдә тирә-яҡ яп-яҡты булып китте лә ер тетрәгәндәй шартлау ишетелде. Р Байрамов. Әле яңыраҡ ҡына төн уртаһында Донды кискәндә, арғы ярға етеп барғанда ғына, осраҡлы мина шартлап, бер һалдаттың һыңар аяғын имгәтте. Д. Исламов.
2. Емергес көстән ҡыйралып, тар-мар килеү, юҡҡа сығыу. □ Ломаться, лопнуть; надувшись, разорваться (о воздушном шаре, мыльном пузыре). Шар шартланы.
3. Шарт (I) тигән тауыш сығарыу. □ Трещать, издавать треск; стрелять. // Треск. ■ Шартлап ишек ябылды, Фәриҙә бүлмәлә яңғыҙы ҡалды. Н. Алсынбаев. Парта ҡапҡастары берҙәм шартлап асылды: балалар шаулашып, һикерешеп урындарынан торҙо.
3. Биишева. Ҡапыл бөкһәң, беше тал да шартлап һына. Р. Ғабдрахманов.
4. Ҡапыл сатнап йәки бүҫелеп ярылыу; тышҡы көбө ярылыу, йыртылыу. □ Трескаться, треснуть; ломаться, лопнуть; расколоться. М Шартлап бәрәләр ярыла - йәш япраҡсыҡтар бөркәнсектән ысҡына. Яр. Вәлиев. Бөрөләр шартлап ярыла, .. ҡоштар балаларын осорға өйрәтә, умырзаялар таждарын аса - тәбиғәт ҡабат, инде нисәнсе ҡат ҡышҡы йоҡоһонан уяна. Р. Камал. Сыбыртҡы тейеүгә алға атлыҡҡан ат аҫтында боҙ шартлап убылды ла күҙ асып йомғансы ат һәм уның артынан йөклө сана боҙ аҫтына китеп юғалдылар. X. Мохтар.
5. Тышҡы тәьҫирҙән ярсылыу, сатнау. □ Трескаться. ■ Хәҙер осоп барған ҡоштар ҙа, өшөп үлеп, ергә йығылып төшмәйҙәр, ҙур
ағастар ҙа ҡапыл шартлап ярылмайҙар. Ә. Бикчәнтәев. һалҡынлыҡтан ер генә түгел, ағас олондары ла шартлап ярыла. И. Ғиззәтуллин.
6. Хәл ҡылымдың -п формаһында ‘етеҙ, шәп’ тигән мәғәнәне бирә. □ В форме деепричастия на -п обозначает ‘быстро, проворно’. Шартлап килеп инеү. Шартлап сығып китеү.
7. күсм. Ниндәйҙер кисерештең (көлөүҙең, асыуланыуҙың, ҡайғының, көнләшеүҙең һ. б.) һуңғы сигенә етеү. □ Дойти до крайнего состояния, треснуть, лопнуть (со смеху, от злости, возмущения, зависти, горя и т. п.). ■ [Сәлим]һүҙе аҫта ҡалғас, шартлап ярылырға етешеп, ғәрләнеп йөрөнө. С. Поварисов. Динара асыуынан шартлап сәсрәр хәлгә еткәйне. Б. Рафиҡов. Захаровтың түҙемлелеге шартлап һынды, мин-минлек кеүек ирҙәргә хас сифат уяна башланы. М. Хужин.
♦ Тейеүенән шартлауы яман файҙаһы йәки зыянынан шау-шыуы, тауышы ҙур булған нәмәгә ҡарата әйтелә. □ соотв. Много шуму, да мало толку. Шартлап торған бик ныҡ, көслө, ҡаты (һыуыҡҡа ҡарата). □ Трескучий (о морозе). ■ Шартлап торған һыуыҡтарҙа ла бер генә быҙау ҙа үлмәне. Р. Байымов.
ШАРТЛАУЛЫ ТАРТЫНҠЫ (Р: взрыв ной согласный; И.: plosive consonants; T: patlayıcı ünsüzler) и. лингв.
Һөйләү ағзаларының ныҡ ҡыҫылғандан һуң ҡапыл асылып китеүенән яһалған өндәр (б, п, к, ҡ, д, т). □ Взрывной согласный. Шартлаулы тартынҡыларҙы тикшереү. Шартлаулы тартынҡыларҙы табыу. ■ Шартлаулы тартынҡылар яһалғанда, актив телмәр органдары менән пассив органдар бер-береһенә терәләләр һәм үпкәнән килгән һауа юлын ҡаплайҙар. К. Ишбаев.
ШАРТЛАУЫҠ I (шартлауығы) и. диал. ҡар. ер еләге. Шартлауыҡ йыйыу. Шартлауыҡ ҡайнатмаһы. Шартлауыҡ ашау.
ШАРТЛАУЫҠ II (шартлауығы) (Р: орех; И.: nut; T.: fındık) и. диал. ҡар. сәтләүек 1-4.
Бармаҡ башынан ҙурыраҡ йәки вағыраҡ ҡаты ҡабыҡлы емеш. □ Орех. Әстрхан шартлауығы. Ҡытай шартлауығы. Урман шартлауығы.
781