Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 782


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАРТЛЫ
ШАРТЛЫ (Р.: условный; И.: conditional; T.: şartlı) с.
1. Шарты (I, 1) алдан билдәләнгән, ниндәйҙер талапҡа ярашлы. □ Условный, заранее определённый. Шартлы хөкөм. ■ Реаль булмыш куңелендә уҙенсә йәшәй, ә сәнғәт донъяһы бутәнсә шартлы законлыҡтарға буйһона бит. Р. Камал.
2. Мәғәнәһе үҙ-ара һөйләшеп билдәләнгән. □ Условленный, обусловленный, договорённый. ■ Ул арала ситтәрәк, ағас башында, куҙәтеп тороусы Петя шартлы сигнал бирҙе: сыйырсыҡ булып һайрап алды. И. Абдуллин. Нәбиәр шартлы билдә белдерҙе - ике тапҡыр тамағын ҡырҙы. Р. Низамов. Арғын, ниндәйҙер шартлы ым менән мең, йөҙ баштарын саҡырып, тейешле бойороҡто биреугә ғәскәр икегә буленде. Ә. Хәкимов.
3. Ысынбарлыҡҡа сағыштырмаса ғына тура килгән, бүтән шарттарҙа башҡа булыуы мөмкин булған. □ Условный, относительный. ■ Урам тигәнең дә шартлы ғына ине: өй аша - кәрәкмәгән кәкре-бөкрө тыҡрыҡ, ишек алдары - утәләй. И. Ноғманов. Элек дәу-ләттәр ҙә, ил сиктәре лә шартлы булған. И. Абдуллин. Кешеләр араһындағы яһалма шартлы кәртәләрҙе емереу өсөн куп кәрәкме ни? X. Ғиләжев.
ШАРТЛЫЛЫҠ (шартлылығы) (Р: условность; И.: conditional character; T.: şartlılık ilkesi) и.
Шартлы булыу хәле. □ Условность. Шартлылыҡ билдәһе. Н һерберта уны [Котлоярҙы] уҙенә тиңләргә тырышты, шартлылыҡ диуарҙарын емереп ташланы. Р. Камал.
ШАРТЛЫ РЕФЛЕКС (Р: условный рефлекс; И.: conditional reflex; T.: klasik koşullanma) и. физиол.
Организмдың йәшәү дәүерендә барлыҡҡа килгән рефлекс. □ Условный рефлекс. ■ [Фашистар] уға [майор Колобовҡа] ҡаршы термик снарядтар, «фауст-патронын» ҡулланып ҡараны, эттәр өҫтөнә шартлатҡыс ҡуйып, шартлы рефлексты файҙаланмаҡсы булды, ләкин барыбер эш сығара алманы. Ғ. Аллаяров.
ШАРТЛЫ РӘҮЕШТӘ р. ҡар. шартлыса.
■ Йәғни Геннадий Самуилович тормошта
осраған яһалма сик-кәртәләрҙе шартлы рәуештә генә танырға һәм, кәрәк саҡта, уҙ мәнфәғәте өсөн файҙаланырға кунеккән. Р. Вәлиев.
ШАРТЛЫСА (Р: условно; И.: conditionally; T.: şartlı) р.
Шартлы ғына. □ Условно. ■ Орлов йунәлешендәге контрһөжум Ставка тарафынан май айында уҡ ҡаралып, ул шартлыса «Кутузов», тип аталғайны. С. Поварисов.
ШАРТЛЫ СИФАТ (Р: относительное прилагательное; И.: relative adjective; T.: niteleme sıfatları) и. лингв.
Нәмәнең урынын, ваҡытын, шулай уҡ ниндәй материалдан яһалғанын белдергән сифат (мәҫәлән, ҡалалағы һеңлем, ҡышҡы куренеш, алтын сәғәт). □ Относительное прилагательное. ■ Шартлы сифаттар дәрәжәләр менән уҙгәрмәй. В. Псәнчин.
ШАРТНАМӘ [ғәр. + фарс ] (Р: договор; И.: agreement; T: anlaşma) и.
Дәүләт, юридик йәки физик шәхестәрҙең үҙ-ара һөйләшеп төҙөгән рәсми йөкләмә ҡағыҙы; килешеү. □ Договор, соглашение. Шартнамә төҙөу. Шартнамәнең йөкмәткеһе. Шартнамәгә ҡул ҡуйыу.
ШАРТТАҠ ГӨЛ и. диал. ҡар. фуксия. Шарттаҡ гөл уҫтереу. Шарттаҡ гол тамыры. Шарттаҡ гөлдөң балсығын алыштырыу.
ШАРТ ХӘЛЕ (Р: обстоятельство условия; И.: abverbial modifier of condition; T.: şart zarfı) и. лингв.
һөйләмдә ҡылымдан аңлашылған эш-хәрәкәттең ниндәй шарттарҙа башҡарылыуын белдергән эйәрсән киҫәк. □ Обстоятельство условия. М Шарт хәле һөйләмдә ниндәй шартта? һорауына яуап бирә. Ғ. Сәйетбат-талов.
ШАРТ ҺӨЙКӘЛЕШЕ (Р: условное наклонение; И.: conditional mood; T.: şart kipi) и. лингв.
Эш-хәрәкәттең үтәлеүе өсөн икенсеһенең үтәлеүе шарт булғанды белдергән һөйкәлеш формаһы. □ Условное наклонение. M Шарт һөйкәлеше заман менән уҙгәрмәй, процестың ваҡытҡа мөнәсәбәте тик шарт һөйкәлеше менән грамматик бәйләнештә торған башҡа ҡылым формалары аша ғына курһә-телә. К. Ишбаев.
782